Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Луганск Халыҡ Республикаһының Петровское ҡалаһында булды. Тап ошонда 1943 йылдың февралендә легендар башҡорт комдивы Миңлеғәле Шайморатовтың яу юлы фажиғәле өҙөлгән.
Радий Хәбиров һәм республика делегацияһы ағзалары башҡорт атлылары һәйкәленә сәскә һалды, скверҙа ағас ултыртты. Һәйкәл һәм сквер 2009 йылда Рәсәй Геройы генерал-майор Миңлеғәле Минһаж улы Шайморатовтың тыуыуына 110 йыл тулыу айҡанлы асылған.
Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/141529.html