Йәмғиәт
12 Мая 2021, 15:00

“Беҙ һәр саҡ һеҙҙең менән бергә!”

Радий Хәбиров Донецк Халыҡ Республикаһының һәм Луганск Халыҡ Республикаһының ете йыллығына арналған тантаналы йыйылышта ҡатнашты.

Бөгөн Луганскиҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Федерацияһы делегацияһы составында Донецк Халыҡ Республикаһының һәм Луганск Халыҡ Республикаһының ете йыллығына арналған тантаналы йыйылышта ҡатнашты. Төбәк етәксеһе урындағы халыҡты иҫтәлекле көн менән ҡотланы.
– Мин һеҙгә Башҡортостандан ҡайнар сәләм, халҡыбыҙҙың йөрәк йылыһын алып килдем, – тине Радий Хәбиров. – Һеҙҙе туғандаш республика итеп күрәбеҙ. Туғанлығыбыҙ атай-олатайҙарыбыҙ ҡаны менән нығытылған. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Донбаста легендар комдив, генерал Миңлеғәле Шайморатов етәкселегендәге 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре һуғышҡан. Генерал Шайморатов Дебальцево өсөн барған һуғыштарҙа баш һалған. Уның иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлаған өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығында Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путин уға Рәсәй Федерацияһы Геройы исеме биреү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Беҙ һәр саҡ һеҙҙең менән бергә!
Луганск Халыҡ Республикаһы башлығы Леонид Пасечник Радий Хәбировҡа “ЛХР-ҙың рәхмәтле халҡынан” почетлы билдәһен тапшырҙы.
Артабан Радий Хәбиров етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы “Улар Тыуған илде һаҡлап ҡалды” һәйкәленә сәскә һалды. Был монумент 2014 йылдан Луганск Халыҡ Республикаһы яғында һуғышҡан доброволецтарға арнала.
Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/141526.html
Сығанаҡ: glavarb.ru
Читайте нас