Коронавирус пандемияһы сәбәпле, лицензия, рөхсәт документтарын арауыҡта рәсмиләштереп булмаймы икән?
– Күптән түгел Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Михаил Мишустин 2021 йылда ҡайһы бер тармаҡтарҙағы лицензияларҙың һәм башҡа рөхсәт документтарының ғәмәлдә булыуының тағы оҙайтылыуы тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйған. Ярҙам итеүҙең был төрө былтыр илдә коронавирус инфекцияһы таралыу сәбәпле килеп сыҡҡайны. Ул ваҡытта Рәсәй Хөкүмәте ҡарары менән 41 мең лизенция һәм башҡа рөхсәт документтарының ғәмәлдә булыу срогы оҙайтылғайны.
Бынан тыш, тағы бер миллиондан ашыу рөхсәт документына ҡарата мотлаҡ талаптарға ярашлылыҡты раҫлау ваҡыты күсерелгән. Был иһә эшҡыуарҙарҙың һәм ойошмаларҙың рөхсәт биреү процедураларын үтеүҙе ябайлаштырыу, власть органдары вәкилдәре менән бәйләнеште кәметеү мөмкинлеген биргән.
Дәүләт ведомстволары үҙ сиратында лицензияларҙы һәм рөхсәт биреү документтарын биргәндә, ғариза биреүселәргә мотлаҡ талаптар теҙмәһен ҡыҫҡартыу, шулай уҡ арауыҡ форматында тикшереүҙәрҙе үткәреү мөмкинлеген алды.
Ил Хөкүмәтенең яңы Ҡарары айырым рөхсәт документтарына был сараның тәьҫир итеү ваҡытын йәнә бер йылға оҙайта. Һүҙ социаль йәһәттән мөһим тармаҡтар, шул иҫәптән медицина, фармацевтика, шулай уҡ мәғариф, экология, хеҙмәт һағы хаҡында бара.
Был ҡабул ителгән Ҡарар 450 меңдән ашыу рөхсәт документының ғәмәлдә булыуын оҙайта. Ҡарар шулай уҡ власть органдары хоҡуғын һәм кәрәккәндә рөхсәт документтарын алыуҙа, уларҙы ҡайтанан рәсмиләштереүҙә, оҙайтыуҙа арауыҡтағы контроль сараларын файҙаланыуҙы күҙаллай.