Йәмғиәт
12 Май 2021, 06:30

Павел Фиониндың яҙмышы билдәле булды

Оло йәштәге ата-әсәһе ныҡ борсола. Аҙнанан ашыу телефоны яныҡ торһа ла, яуап биреүсе булмай...

Өфөлә 34 йәшлек Павел Фионинды 26 апрелдән бирле эҙләйҙәр. Балыҡҡа тип сығып китә ул һәм юғала. Был хаҡта "Кп-Өфө" яңылыҡтар порталы хәбәр иткән.
Яҡындары, оло йәштәге ата-әсәһе бик борсолоп уны көтә, эҙләү ойошторалар. Күҙаллауҙарынса, ул Дим йылғаһына киткән, әммә киренән әйләнеп ҡайтмай балыҡсы. Шул көндән алып уның яҙмышы хаҡында бер ни ҙә билдәле булмай. Аҙнанан ашыу телефоны яныҡ торһа ла, яуап биреүсе булмай...
Үҙе менән аҡса ла, документтар ҙа алмаған була ир...
Күршеһе полицияға мөрәжәғәт итә, шулай уҡ ирекмәндәр ҙә ярҙамға килә. Балыҡсының юлын, урманды тентеп эҙләйҙәр. Ҡыҙғанысҡа, Павелдың үҙен таба алмайҙар. Эҙәрмәндәр тик яр буйында ятҡан әйберҙәренә генә тап була. Шул урында яр убылып төшкән, тимәк, балыҡҡа тип киткән ир бәләгә тарыған, тигән һығымта яһағандар... Әле һыуҙың ныҡ болғаҡ булыуы сәбәпле, водолаздар кәүҙәне эҙләү эшен башламаны, бары тик кәмәне ботаҡ-һанаҡтарҙан таҙарттылар, тип хәбәр иткән ҡазаға тарыусының күршеһе.
Оло йәштә бала ҡайғыһы күрергә тура килгән ата-әсәһенең ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, сабырлыҡ теләйбеҙ.
Читайте нас