Оло йәштәмен. Баш ҡалала фатирҙа йәшәйем. Күсемһеҙ милекте туғаныма ҡалдырыу өсөн васыятнамә яҙғым килә. Ошо хаҡта аңлатһағыҙ ине.
– Илебеҙҙә иҫән саҡта васыятнамә яҙҙырып ҡалдырыусылар һирәк, сөнки үҙенең вафатынан һуң нимә булырын артыҡ уйлап бармайҙар. Был уй-ниәтегеҙ яҡшы, сөнки һәр ғәмәлде ваҡытында атҡарыу фарыз.
Һеҙҙең осраҡҡа килгәндә, был документтың иҫән сағығыҙҙа яҙылып ҡуйыуы, әлбиттә, яҡшы. Әммә шуны хәтерҙән сығарырға ярамай: мираҫҡа бәйле суд эштәре күп. Шуға васыятнамәне дөрөҫ яҙыу һәм нотариуста теркәтеү зарур.
Ә закондарға күҙ һалһаҡ, фатир хужаһы яҡты донъя менән хушлашҡан осраҡта ярты йыл эсендә мираҫты ҡабул итеү өсөн нотариаль контораға мөрәжәғәт итергә кәрәк, унда ғариза яҙырға тейеш булаһығыҙ.