Йәмғиәт
13 Май 2021, 08:30

90 йыл тулыуға арнала

12 – 16 майҙа Өфөлә Бөтә Рәсәй “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” (ГТО) физкультура һәм спорт комплексының фестивале үткәрелә.

12 – 16 майҙа Өфөлә Рәсәй Федерацияһы хеҙмәт коллективтары, дәүләт граждан хеҙмәткәрҙәре һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәре араһында Бөтә Рәсәй “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” (ГТО) физкультура һәм спорт комплексының фестивале үткәрелә.
“Динамо” базаһында үткәрелгән был сара ГТО Бөтә союз комплексы ойошторолоуға 90 йыл тулыуға арнала. Өсөнсө тапҡыр ойошторолған фестиваль Рәсәйҙең Спорт министрлығы “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” федераль проекты сиктәрендә үткәрелә.
Әйткәндәй, быйыл беренсе тапҡыр дәүләт граждан хеҙмәткәрҙәре һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәре ҡатнаша. Илдең төбәктәренән 44 команда - 25-тән 59 йәшкә тиклемге 400 кеше килде. Улар араһында быға тиклемге фестивалдә еңеүселәр – “Росатом” атом энергияһы буйынса дәүләт корпорацияһы, Магнитогорск металлургия комбинаты һәм башҡа ойошмалар вәкилдәре бар.
Фото: kublog.ru
Читайте нас