Йәмғиәт
13 Май 2021, 17:30

Һеҙҙең яҡта бармы әйселәү?

Балалар өйҙән-өйгә йөрөп әйселәп, өй хужаларына рәхмәт әйтеп сыға. Бөгөн Йылайыр районында...

Билдәле булыуынса, ҡайһы бер төбәктәрҙә Ураҙа байрамында әйселәү (әйенселәү) бар.
Йорт хужабикәләре алдан уҡ әйселәүселәргә тәмле-татлы ризыҡтар һатып алып әҙерләп ҡуя. Балалар өйҙән-өйгә йөрөп әйселәп, өй хужаларына рәхмәт әйтеп сыға. Йылайыр районында был йола электән килә. Бөгөн дә балалар әйселәп йөрөгән, был хаҡта "Ауыл уттары" гәзите хәбәр итә. Ә һеҙҙең яҡтарҙа бындай йола бармы?
Әйткәндәй, Ураҙа байрамында Йылайыр районы үҙәгендә балалар өсөн спорт байрамы ойошторолған. Кескәйҙәр төрлө уйындарҙа ҡатнашҡан, йыйған мәрәйҙәре һанына ҡарап, бүләктәр алған. Ата-әсә ойоштороусыларға ысын күңелдән рәхмәт һүҙҙәрен еткергән.
Фото: "Ауыл уттары" сайты.
Читайте нас