Йәмғиәт
13 Май 2021, 13:00

“Күсмә приз” хәҙер миндә!”

"Айырылам, тиһең дә тораһың, ике балаң менән ирһеҙ ни эшләмәксеһеңдер..." - тип әхирәте ҡаршы төшөп маташһа ла...

- Рәшиткә ниңә ярҙам итмәйһең? Аҡсаң барлығын беләм, иреңдең башы бурыстан сыҡмағанын да... Аяҡҡа баҫып китеү өсөн матди ярҙам кәрәк бит, Зөлфиә, - тип әхирәтен күндерергә тырышты Фатима. – Айырылам, тиһең дә тораһың, ике балаң менән ирһеҙ ни эшләмәксеһеңдер...
Фатиманың курсташы Зөлфиәгә аҡыл өйрәтергә лә, бәхәсләшергә лә, кәңәш итергә лә хаҡы бар, сөнки улар был бөҙрә сәсле, баҫалҡы егет менән бергә таныштылар, оҙаҡ ҡына бергәләп аралаштылар, күңелле көндәрҙе үткәрҙеләр. Рәшит шаян, төртмә телле Зөлфиәне һайланы, гөрләп туйҙар үтте, бер-бер артлы сабыйҙар донъяға килде. Рәшит заводта инженер булып эшләгән еренән көтмәгәндә эшҡыуарлыҡҡа тотонмаҡсы булып китте. Ғаилә ишәйә, матди ихтыяж арта, ҡатыны әлегә балалар тәрбиәләүҙән бушамай, мал табыу – ирҙәр иңендәге изге бурыс, борондан килгән сауаплы ғәмәл, тип уйлағандыр егет. Тик эште ойоштороп, күтәрелеп кенә килгәндә, сираттағы көрсөк ниәттәрҙе юҡҡа сығара яҙҙы. Һалымдарҙы түләргә, хеҙмәт хаҡы менән ваҡытында иҫәпләшергә кәрәк, бындай ҡатмарлы мәлдә үҙеңдең ихтыяжыңды ҡәнәғәтләндереүҙең артҡы планға күсеүе билдәле. Тик ҡатыны ғына ваҡытлы ауырлыҡтар менән риза булмай тартҡылаша, һүҙ сыҡҡан һайын иренең йәненә тейеү маҡсатында уның “эшкинмәгәнлеген”, аҡса таба белмәүен, башҡа йомшаҡлыҡтарын күпертеп ҡабартырға ғына тора.
Шуға күрә Фатиманың ҡайһы саҡ әхирәтен шелтәләп алыуы юҡҡа түгел. ”Ҡара әле, әхирәт, һаҡлыҡ кассаңдағы иреңдән йәшереп тотҡан ике миллионыңды ниңә тотонмайһың? Рәшиткә ярҙам итһәң, уны бишләтә ҡайтарып алған булыр инең бит инде, һеҙ бер бөтөн ғаилә лә баһа,” - тиеүенә Зөлфиәнең ҡаршы дәлилдәре ныҡ.
“Атай, имеш! Балаларын күргәне бармы ни уның, эштән ҡайтып инмәй. Бындай ирҙең бер тингә лә кәрәге юҡ!” - тип ярһыны әхирәте.
Уға Фатиманың ирен яҡлашыуы, һүҙҙе уға ярҙам итеүгә бороуы һис оҡшаманы.
“Йәл булһа, үҙеңә ал! Күсмә приз итеп! Институтта уға күҙҙәреңде мөлдөрәтеп, яратып ҡарағаныңды һиҙмәне тип уйлайһыңмы әллә?” - тип ҡыҙыулыҡ менән эсендәген ярҙы ла һалды ҡатын.
Фатима, әхирәте тынысланғас: “Ярай, асыуланышмайыҡ, мин һине яҡын күргәнгә генә уйлағанымды әйттем. Нисек теләйһең, шулай йәшә. Рәшиткә үҙ-ара булған серҙәребеҙҙе еткермәйәсәкмен, борсолма,” - тип кенә әйтә алды.
Зөлфиә, ысынлап та, һүҙендә торҙо, ире менән айырылышҡандан һуң мөлкәтте бүлә алмай оҙаҡ аҙапланды. Һөҙөмтәлә балалар әсә янында йортта, бурыстар Рәшит менән ҡалды. Күп тә үтмәй, ҡатындың өр-яңы йәнә бер фатир алыуы, өй туйлауы билдәле булды. Шатлығын уртаҡлашырға элекке йән дуҫын саҡырһа ла, уныһы килмәне, араға күптән “һыу” үткәне билдәле инде.
Шулай ҙа өс йылдан һуң һабаҡташтар көтмәгәндә йәнә осрашты. Ошо ваҡыт арауығында курьер ҙа, йыйыштырыусы ла, баҙарҙа һатыусы ла булып эшләргә өлгөргән Зөлфиә тормош ауырлыҡтарынан бер аҙ һығылып төшкәйне. Элекке тәкәбберлек, һауалы ҡараш та йөҙөндә күренмәй. Бәхетле йылмайып, коляскаһын тартып яй ғына атлаған Фатимаға тәү башлап үҙе һүҙ ҡушты. Сәләмләү урынына: “О-о-о әхирәт, төшөмдә икән тип торам, донъяны балҡытып килә ятаһың! Ҡалай йәшәреп, сибәрләнеп киткәнһең!” - тип маҡтау һүҙҙәрен яуҙырҙы.
Фатима ҡаушап төшмәне:” Рәхмәт! Һинең төшөрөп ҡалдырған “күсмә призыңды” табып алдым бит. Рәхмәт инде һиңә,”- тип бер ни булмағандай яуапланы.
Ғаиләһе тарҡалғандан һуң төшөнкөлөккә төшкән иргә Фатима ихлас ярҙам итә, уның ҡулынан барыһы ла киләсәгенә ышаныс тыуҙыра, тик сабырлыҡ кәрәк... Уны яңы бизнес асыу кәрәклегенә күндерә һәм, ысынлап та, эш урынынан ҡуҙғала, иҫке бурыстар түләнә, ирҙең үҙ-үҙенә ышанысы арта. Дәртләндереп, көс биреп торған Фатиманан да яҡыныраҡ, ҡәҙерлерәк кеше юҡ уның өсөн. Көн һайын йылы ҡараш менән ҡаршылаған хәләл ефете һәм бер йәшлек кенә сабыйы өсөн ул тау-таш атҡарырға әҙер.
“Һин минең шатлығым, дәрт биреүсе көс-ҡеүәтем!” - тип ҡабатларға ярата. Тегенеһе шым ғына:” Ә һин минең “күсмә призым”, тик был юлы ғүмерлеккә... "- тип шыбырҙай.
Фото: Realtor.com
Читайте нас