Йәмғиәт
14 Май 2021, 18:30

“Авангард” үҙәге ни өсөн кәрәк?

Радий Хәбиров Рәсәй ҡалаларында “Авангард" үҙәктәрен ойоштороу мәсьәләләре буйынса кәңәшмәлә ҡатнашты.

14 майҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй ҡалаларында “Авангард” йәштәрҙең хәрби-илһөйәрлек әҙерлеге уҡыу-методик үҙәктәрен ойоштороу мәсьәләләре буйынса кәңәшмәлә ҡатнашты. Сараны видеобәйләнеш режимында илдең оборона министры Сергей Шойгу үткәрҙе.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуына ярашлы, 2024 йылға бындай үҙәктәрҙе барлыҡ төбәктәрҙә ойошторорға планлаштыралар. Уларҙа өлкән кластағылар менән хәрби хеҙмәткә әҙерлек буйынса биш көнлөк уҡыу йыйындары программаһын тормошҡа ашыралар. “Авангард” үҙәктәрендә йолаға әүерелгән башланғыс хәрби әҙерлек предметтары менән бер рәттән, Рәсәйҙең, илдең Хәрби Көстәренең мәҙәни һәм тарихи мираҫы ла өйрәнеләсәк.
"Балалар ирекле рәүештә, үҙ теләге менән хәрби әҙерлек циклын үтә аласаҡ беренсе үҙәк Мәскәү өлкәһендә барлыҡҡа килде. Йыл һайын ул 36 мең курсантты ҡабул итергә әҙер. Бындай үҙәктәргә ихтыяж ныҡ ҙур. Мәскәү өлкәһе буйынса ҡыҙҙарҙан 10 мең ғариза ҡабул иттек, - тине Сергей Шойгу. – Ошондай уҡ хәлде ил буйынса күҙәтәбеҙ. Рәсәй ҡалаларында 27 “Авангард” үҙәге эшләй. Быйыл тағы 36-ны асмаҡсыбыҙ".
2020 йылдың авгусында Башҡортостанда “Авангард” йәштәрҙе хәрби-илһөйәрлек тәрбиәләү уҡыу-методик үҙәген Республика балалар туризм, тыуған яҡты өйрәнеү үҙәгендә һәм мәғариф базаһында ойошторғайнылар. Үҙәк тәрбиәләнеүселәре Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар иҫтәлеген мәңгеләштереү, ил тарихын һаҡлау, хәрби хеҙмәтте популярлаштырыу буйынса әүҙем эш алып бара. Йыл әйләнәһенә өс меңдән ашыу уҡыусы “Һалдат яҙмышы”, “Обелискка юл”, “Ватан геройҙары” кеүек акцияларҙа ҡатнашты.
24 – 28 майҙа Росгвардияның генерал Миңнеғәле Шайморатов исемендәге махсус тәғәйенләнештәге отряды базаһында X кластар уҡыусылары өсөн республика уҡыу йыйындары үтәсәк. Артабан “Авангард” Шишмә районында урынлашҡан “Патриот” хәрби-илһөйәрлек паркы базаһында эшен дауам итәсәк.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас