Йәмғиәт
14 Май 2021, 05:29

Бөтәбеҙгә бер Ер шары...

Үткән аҙнала донъяла коронавирус инфекцияһынан 90 меңдән ашыу ауырыу вафат булды һәм сирҙе 5,4 миллион кеше йоҡторҙо. Был хаҡта Женевалағы брифингта Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының генераль директоры Тедрос Аданом Гебрейесус белдерҙе.

Үткән аҙнала донъяла коронавирус инфекцияһынан 90 меңдән ашыу ауырыу вафат булды һәм сирҙе 5,4 миллион кеше йоҡторҙо. Был хаҡта Женевалағы брифингта Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының генераль директоры Тедрос Аданом Гебрейесус белдерҙе.


Генераль директорҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, әле коронавирус ныҡ ҡо­торған Европала, Төньяҡ һәм Көньяҡ Америкала сир һәм үлем осраҡтары кәмеүгә бара. Шул уҡ ваҡытта Азияның көньяҡ-көнсығыш биләмә­һендә сирлеләр ныҡ арта һәм үлем осраҡтары юғары кимәлдә. Был төбәк­тәр рәтенә ул Һиндос­танды ла индерҙе. Ойошма етәксеһе әйтеүенсә, санитария талаптарының йомшартылыуы һәм вакцинация­лауҙың тигеҙ бармауы һөҙөмтәһендә донъяла инфекция тарала. Санитария сара­ларының йомшарыуы һәм “тигеҙһеҙ вакцинация” был хәлде көсәйтәсәк. Ул ил лидерҙарын ҡулдан килгәндең, мөмкин булған­дың барыһын да эшләргә саҡырҙы. “Был бөгөн сир һәм үлем осраҡтары кәмегән дәүләт­тәргә ҡағыла”, – тине ул. Коронавирус инфекцияһының төрлө штамдары таралыуына әҙер торорға кәрәклеген белдереп, уларға ҡаршы вакцина­ларҙың көсһөҙлөгөн билдәләне.
Әллә ҡайҙа ятҡан илдәрҙәге хәлдең дә беҙгә йоғонто яһауы көн кеүек асыҡ. Вирус өсөн сиктәр ҙә, ҡапҡалар ҙа юҡ. Быны республи­кабыҙға килеп ингән Британия штаммы миҫалында ла асыҡ күрәбеҙ.
Генераль директор телгә алған төп ҡоралдарҙың береһе – вакцинация. Бәхеткә күрә, беҙҙә ул мөмкинлек бар, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡларға теләй­һегеҙ икән, прививка яһатыуҙы оҙаҡҡа һуҙмағыҙ.
Читайте нас