Йәмғиәт
14 Май 2021, 09:45

“Беҙ барыһын да булдырабыҙ!”

Башҡорт дәүләт университетының ирекмәндәр үҙәге бик әүҙем эшмәкәрлек алып бара. Билдәле, был ойошманың яҙмышы – студенттар ҡулында. Дәртле, оло йөрәкле, изге ғәмәлдәр башҡарырға әҙер булған йәштәр булмаһа, әлбиттә, эштәр бармаҫ ине. Шундай тырыш, булдыҡлы студенттарҙың береһе —Гөлдәриә Ғайсина.

Башҡорт дәүләт университетының ирекмәндәр үҙәге бик әүҙем эшмәкәрлек алып бара. Билдәле, был ойошманың яҙмышы – студенттар ҡулында. Дәртле, оло йөрәкле, изге ғәмәлдәр башҡарырға әҙер булған йәштәр булмаһа, әлбиттә, эштәр бармаҫ ине. Шундай тырыш, булдыҡлы студенттарҙың береһе —Гөлдәриә Ғайсина.


Гөлдәриә – БДУ-ның философия һәм социология факультетының II курс студенты. Әле мәктәптең өлкән кластарында уҡығанда уҡ ул юғары уҡыу йорто студенты булып киткәс, ирекмәндәр хәрәкәтенә ҡушылырға хыяллана һәм уҡырға инеү менән был маҡсатын тормошҡа ашырып та ҡуя: бына инде ике йыл БДУ-ның ирекмәндәр үҙәге ағзаһы булып тора.
– Беҙҙең үҙәк 250 самаһы егет һәм ҡыҙҙы берләштерә. Аҙна һайын яңы студенттар ҡушылып тора. Минең уйлауымса, был – ҙур һөҙөмтә, – ти Гөлдәриә. – Ирекмәндәр үҙәге бер нисә йүнәлеш буйынса эшләй: өлкән йәштәгеләргә һәм ветерандарға, балаларға ярҙам күрһәтеү, медиаирекмәнлек, экология, ағымдағы ваҡиғалар буйынса комиссиялар эшендә ҡатнашыу һәм башҡалар.
Гөлдәриә күберәк балалар менән эшләүҙе хуп күрә. Студенттар пандемияға тиклемге “тыныс ваҡыт”та төрлө реабилитация үҙәктәренә йөрөгән булһа, коронавирус инфекцияһы таралыу осоронда иһә улар балаларға онлайн тәртибендә ҡыҙыҡлы дәрестәр үткәргән. Шулай уҡ ҡыҙҙар һәм егеттәр, йыш ҡына ҡарттар йортона барып, өлкән йәштәгеләргә ярҙам итеп тора. Ололар көнөнә, Еңеү байрамына һәм башҡа мөһим сараларға арналған проекттар йыш ойошторола. Төрлө ижтимағи ваҡиғаларға бәйле лә ирекмәндәр саралар ойоштороуҙа үҙҙәренең ҙур ярҙамын күрһәтә.
Медиаирекмәндәрҙең вазифа бурысы – һәр сара барышын фотоға төшөрөп, текст (пост) яҙып, социаль селтәрҙәрҙәге ирекмәндәр үҙәге төркөмөндә баҫтырыу, мәғлүмәт таратыу. Экология ирекмәндәре иһә ағас ултыртыу, ҡала урамдарын һәм парктарын сүп-сарҙан таҙартыу акцияларында ҡатнаша.
Гөлдәриә ирекмәндәр үҙәгенә ҡушылыуына бер ҙә үкенмәй. Ул үҙе өсөн бик күп яңылыҡ асҡан, бихисап таныштары барлыҡҡа килгән, ә иң мөһиме — күңеленә ятышлы файҙалы шөғөл тапҡан.
Ғөмүмән, ирекмәндәрҙең эшмәкәрлеге йәмғиәткә, кешелеккә һәм тирә-яҡ мөхиткә файҙа килтереүе менән генә әһәмиәтле түгел, шулай уҡ үҙҙәренең дә камиллашыуына, кешелек сифаттарын артабан үҫтереүенә ҙур этәргес булып тора.

Читайте нас