Яңауыл яҡтарына командировкала әлеге мәлдәге көнүҙәк тема – ауыл хужалығы эштәре менән ҡыҙыҡһындыҡ. Район хакимиәте башлығы Илшат Вәзиғәтов, яҙғы сәсеү барышы менән таныштырып, алдынғы хужалыҡтарҙы һәм фермерҙарҙы телгә алды. Иҫке Ҡоҙаш ауылынан Алмас Фәтхуллинды аяғында ныҡлы баҫып торған, ер эшен биш бармағы кеүек белгән фермер булараҡ билдәләп, уның ҡырсылыҡ эшен фәнни нигеҙҙә алып барыуын, был йәһәттән ҙур ғына хужалыҡтарға ла өлгө итеп ҡуйылыуын айырыуса билдәләне. Уға тәжрибә уртаҡлашырға тыуған районынан ғына түгел, сит төбәктәрҙән дә киләләр икән.
Беҙ барғанда фермер улдары Радик һәм Азат менән элекке колхоздың ырҙын табағында мәж килә ине. Улар, был биләмәне 2019 йылда үҙ ҡарамағына алып, әле ҙур ғына эштәр башлаған. Грант аҡсаһына иген киптереү һәм таҙартыу комплексы һатып алып, шуны ҡороу мәшәҡәттәре менән янып йөрөйҙәр икән. Фермер хужалығын үҫтереүгә, техника паркын яңыртыуға 42,5 миллион һумлыҡ инвестиция проекты әҙерләгәндәр һәм шуның нигеҙендә 25,5 миллион һумлыҡ грантҡа эйә булғандар.
Алмас Зифил улы оҙаҡ йылдар райондың “Урожай” ауыл хужалығы кооперативында комбайнсы, водитель булып эшләй. Үҙ эшен һәр ваҡыт яратып, намыҫ менән башҡара, уның фиҙакәр хеҙмәте республикабыҙҙың юғары наградаһы – Салауат Юлаев ордены менән билдәләнә.
2005 йылда ул үҙенең шәхси эшен асырға тәүәккәллек итә. Әлбиттә, бер йүнәлеште лә башлап ебәреү еңел түгел, ауыл хужалығына ҡағылышлыһын бигерәк тә: техника юҡ, булғаны бик иҫке, һәр ваҡыт ҡарап, ремонтлап тороуҙы талап итә. Тәүге мәлдә үҫтерелгән игенде һаҡларлыҡ келәттәре лә булмай. Әммә ер эшен яратҡан ир-азамат ауырлыҡтар алдында ҡаушап ҡалмай, тырышып эшләй, уңыштың сыҙамлыҡ, ныҡышмалылыҡ, алһыҙ-ялһыҙ хеҙмәт менән яуланырын яҡшы белә, шуға күрә күңелен төшөрмәй. Тиҙҙән фермерҙың хужалығында иген келәттәре ҡалҡып сыға, өр-яңы “МТЗ-82” тракторҙары, “Агромастер-1200” сәсеү комплексы, “Акрос” комбайны барлыҡҡа килә.
– Йыл һайын гектарынан уртаса 25–30-ар центнер ашлыҡ алабыҙ. Ҡайһы бер баҫыуҙарҙа уңыш 44 центнерға еткән саҡтар ҙа була, – ти Алмас Зифил улы.
2005 йылда эш башлағанда барлыҡ ере 115 гектар ғына булһа, әле фермер 1300 гектарҙа эшмәкәрлек алып бара. Фәтхуллиндар, эшкәртелмәй ятҡан ерҙәрҙе алып, уларҙы фән нигеҙендә рәткә килтереп, әкренләп сәсеү әйләнешенә индерә. Хужалыҡ арыш, арпа, гәрсис, бойҙай һәм һоло баҫыуҙарынан мул уңыш йыйып ала.
Алмас Фәтхуллиндың фермер хужалығы Удмурт, Татарстан, Мари Иле республикалары, Свердловск өлкәһе менән хеҙмәттәшлек итә, уның сифатлы һәм экологик яҡтан таҙа продукцияһын был төбәктәр ҙур теләк менән һатып ала. “Киләсәктә сеймалдан тауар етештереү процесына күсеүҙе, йәғни сифатлы орлоҡ әҙерләү йүнәлешенә иғтибар арттырыуҙы маҡсат итеп ҡуйғанбыҙ. Ерҙәрҙе арттырыу, техника паркын яңыртыу йәһәтенән дә эш бара. Әле бына ҡоролоп ятҡан иген таҙартыу комплексын эшкә егеп ебәрһәк, ырҙын табағында ла эштәр гөрләп торасаҡ”, – тип уй-ниәттәре менән уртаҡлашты Алмас Зифил улы.
Фермерҙың төп ярҙамсылары – улдары Радик, Азат һәм Искәндәр. Радик менән Азат Башҡортостан дәүләт аграр университетын тамамлаған, Искәндәр әлеге ваҡытта Нефтекама машина эшләүселәр колледжында белем ала. Егеттәрҙең өсөһө лә бәләкәй саҡтан атай янында тәжрибә туплап, техниканы һәм ер эшен яҡшы белеп үҫкән. Эшенең дауам ителеүе, ергә булған һөйөүен улдарына бирә алыуы менән Алмас Фәтхуллин хаҡлы рәүештә ғорурлана.
Эйе, ер үҙен яратҡан, эйелеп эш башҡарған кешенән уңышын йәлләмәй. Көндәлек тырышлыҡ, алға аныҡ маҡсат ҡуйып йәшәү ҙә үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмай. Былтыр Фәтхуллиндар Канадала етештерелгән “Versatile 320” һатып алған. Был техника бер нисә төрлө эште башҡара алыуы менән үҙенсәлекле. Уның мөмкинлектәрен Алмас Зифил улы былтырғы ураҡ кампанияһы мәлендә һынап ҡарарға ла өлгөргән. Әлеге ваҡытта бер ашлыҡ тейәгес техника менән бер комбайнға аҡса түләгәндәр, улар яҡын арала килеп етәсәк. Техника паркын тағы бер “КамАЗ” һәм “Беларусь” тракторы менән яңыртырға иҫәп тоталар.
Фермерҙың уңыш серҙәрен барлағанда, тағы бер үҙенсәлеккә иғтибар итмәү мөмкин түгел: үрҙә телгә алыуыбыҙса, Алмас Фәтхуллин үҙенең эшмәкәрлеген фәнгә нигеҙләп, ғилми яңылыҡтарҙы һынап ҡарап алып бара.
– Был йәһәттән дә иң ҙур ярҙамсыларым – улдарым, – ти Алмас ағай. – Радик менән Азат алған белемдәрен ер эшендә оҫта ҡуллана, бергә уҡыған иптәштәре менән даими аралашып, тәжрибә уртаҡлашып тора. Шулай уҡ беҙ төрлө фәнни күргәҙмәләрҙә, ауыл хужалығын үҫтереүгә арналған семинарҙарҙа йыш ҡатнашабыҙ, алдынғы хужалыҡтарға йөрөйбөҙ. Улдарым фән яңылыҡтарын үҙләштереүгә ҙур иғтибар бүлә. Беҙгә лә эшебеҙ менән танышыу, кәңәш алыу өсөн киләләр. Белгәнебеҙҙе өйрәтәбеҙ, күрһәтәбеҙ, тәжрибә уртаҡлашҡандан арта ғына бит ул.
Атай кешенең уң ҡулы булған егеттәр менән дә әңгәмәләшеп алдыҡ. Радик менән Азат тыуған төйәгенә ҡайтып, үҙ яҙмышын ер менән бәйләүгә һис тә үкенмәүҙәрен белдерҙе. “Баҫыу эштәре бәләкәйҙән таныш булды, атай менән бергә ер һөрөп, иген игеп үҫтек. Ер – ҙур байлыҡ ул, уны яратырға ғына кәрәк. Беҙ шул байлыҡтың ҡәҙерен белмәйбеҙ, күпме ер хужаһыҙ ята. Ә бит унда ла гөрләтеп иген үҫтерергә мөмкин. Беҙгә үҙ эшебеҙҙе фәнгә нигеҙләп алып барыу оҡшай: яңынан-яңырағын һынап ҡарайбыҙ, бәләкәй генә уңыштан да дәртләнеп, ҡанатланып китәһең”, – ти егеттәр.
Фәтхуллиндар Башҡортостан Фәндәр академияһы менән дә тығыҙ бәйләнеш булдырған, улар өсөн тикшеренеү майҙансыҡтары бүлгәндәр. Был биләмәләрҙә төрлө производство һынауҙары үткәрелә. Шулай уҡ Ульяновскиҙағы ғилми үҙәк менән дә килешеп эшләйҙәр.
Әлбиттә, уңышлы эшмәкәрлек алып барған һәр ир-егеттең янында ныҡлы тыл булған хәләл ефете тора. Был йәһәттән дә уңған Алмас Зифил улы. Улар Рәүзилә апай менән бер класта белем алған. Тормош юлдашы фермер хужалығының эше алға барһын өсөн көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәй, ул – Алмас ағай өсөн кәңәшсе, иҫәп-хисап эшен алып барыусы. Бынан тыш, иртә таңдан ҡара кискә тиклем баҫыуҙа тир түккән ир-егеттәрҙе ваҡытында ашатыу, бөтмәҫ-төкәнмәҫ йорт мәшәҡәттәрен ваҡытында башҡарыу ҙа – Рәүзилә Рәсим ҡыҙының иңендә. Был эштәрҙә килендәре Регина менән Венера – ҙур ярҙамсы. Фәтхуллиндарҙы ҡыуандырып, өс ейән һәм бер ейәнсәр үҫеп килә.
Бөгөн күп төбәктәрҙә ауыл хужалығының уңышлы эшмәкәрлеге, ышаныслы киләсәге тап Алмас Фәтхуллин кеүек ерҙе яратҡан, бар булмышы менән уға ереккән ысын ир-егеттәрҙең тырышлығына, фиҙакәрлегенә бәйле. Ә инде яныңда ныҡлы тылың, уң ҡанатың ише улдарың да булһа, эштәрең мотлаҡ алға барасаҡ. Фәтхуллиндарҙың татыу ғаиләһенә именлек, быйыл да баҫыуҙарҙан мул уңыш үҫтереп алып, бураларҙы ашлыҡ менән тултырырға яҙһын, эштәрегеҙ гел алға барһын, тигән изге теләктәребеҙҙе еткереп хушлаштыҡ.