Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Май 2021, 11:02

Иңдәрендә – халыҡ хәстәре

Улар яңғыҙ ҡарға яҙ килтермәгәнен яҡшы белә.

Һәр ауыл халҡының социаль именлеге, йәшәү сифаты хаҡында хәстәрлек күреү – урындағы үҙидара иңендә. Тап ул – ауылдың йөҙө лә, күҙе лә. Бихисап мәсьәләне хәл итеү өсөн халыҡ урындағы биләмә башлығына килә.


Баймаҡ районының Әбделкәрим ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Илнур Ямалетдиновтың халыҡ хәстәрен үҙ иңенә алыуына ике йыл ғына булыуға ҡарамаҫтан, төҙөкләндереү буйынса байтаҡ эш башҡарылған – урамдар яҡтыртылған, йорттар күркәмләнгән. Әммә башҡараһы эш, хәл итәһе мәсьәләләр байтаҡ әле. Ошо йәһәттән үҙидараның мөмкинлектәре һәм проб­лемалары хаҡында һөйләүен һорап, етәксегә мөрәжәғәт иттек.


– Илнур Нурбулат улы, ауыл биләмәһе менән ҡыҫҡаса таныштырһағыҙ ине.

– Әбделкәрим ауыл биләмәһенә Әбделкәрим, Алғаҙы һәм Ҡыуат ауылдары ҡарай. Унда бөтәһе 1118 кеше теркәлгән, шуларҙың 202-һе – пенсионер, 531-е – эшкә яраҡлы. Барлығы 240 хужалыҡ иҫәпләнә. Ике ауылдан балалар Әбделкәримгә мәктәп автобусында йөрөп уҡый. Ике фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, ветеринария пункты, биш шәхси магазин, ике крәҫтиән (фермер) хужалығы бар. Ауыл халҡы малсылыҡ, йылҡысылыҡ, умартасылыҡ һәм йәшелсәселек менән шөғөлләнеп көн итә. Күптәре бүтән төбәктәрҙә вахта ысулы менән эшләй.
Ауыл уңғандары һөт ризыҡтары әҙерләп, йәйен-көҙөн еләк-емеш, бәшмәк йыйып, Баймаҡ ҡалаһына һәм Йылайыр районының Юлдыбай ауылы баҙарына алып бара. Шулай уҡ Сибай–Өфө, Магнитогорск–Ира автомобиль юлына һатыуға ла сығалар. Ауылда йәшәгән халыҡ “эш юҡ” тип ултырмай хәҙер, нисек тә үҙ шөғөлөн асып, шәхси хужалығында мал үрсетеп йәшәргә тырыша. Мәҫәлән, һуңғы йылдарҙа Алғаҙы ауылынан Альфред Моратов күмер һүндереү менән шөғөлләнә, Кәбир Ҡунысбаев, Азат Булатовтар ҡымыҙ етештереп һата. Рима Йәнйегетова үҫтергән кәбеҫтәне тирә-яҡта яҡшы беләләр.


– Әйткәндәй, һеҙҙе лә төбәктә йәшелсә­селек менән уңышлы шөғөлләнгән эш­ҡыуарҙарҙың береһе булараҡ яҡшы беләбеҙ. Ауылда йәшелсәселек тарма­ғында эшләр өсөн тәбиғәт шарттары уңайлымы, әллә халыҡ шулай егәрлеме?

– Ысынлап та, ҡасандыр мин дә үҙ эшемде асып, кәбеҫтә, помидор, ҡыяр үҫтереү менән шөғөлләнеп алғайным. Бер ерҙә лә орлоҡто тупраҡҡа сәсеп кенә мул уңыш алып булмай. Йәшелсә үҫтереү өсөн ҙур тырышлыҡ кәрәк, уңышын да алдан күҙаллау мөмкин түгел. Әле был тәңгәлдә эш бер аҙ туҡталып тора.
Әбделкәрим ауылында иһә йүнсел Рима Йәнйегетованың эше яҡшы бара. Ул йыл һайын күпләп йәшелсә ултыртып, мул уңыш ала. Ире Йәмил Ерҡолов – үзбәк милләтенән, тап ул кәбеҫтәне тәрбиәләү серҙәрен бик яҡшы белә. Ергә күберәк эйелгәндә генә, уңыш мул була.


– Ауылдарҙы төҙөкләндереүҙә төрлө дәүләт программаларында ҡатнашыу, гранттар яулау ҙур ярҙам итә. Был йәһәттән һеҙҙең биләмәлә хәлдәр нисек?

– “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында йыл һайын бик теләп ҡатнашабыҙ. Былтыр Әбделкәрим ауылында балалар өсөн спорт майҙансығы төҙөһәк, унан алдағы йылдарҙа клубтың тәҙрәләрен, эске яҡтан түбәһен яңырттыҡ, шулай уҡ Ҡыуат ауылында һыу селтәре буйынса эштәр атҡарылды. Быйыл өс ауыл халҡы “МТЗ” тракторын һатып алыу ниәтенән берлектәге проект өсөн тауыш бирҙе, уның үтеү-үтмәүе әлегә билдәһеҙ. Шулай уҡ “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһенең “Аныҡ эштәр” проекты буйынса ауыл зыяратын төҙөкләндереү эше алып барыла, быйыл Ҡыуат ауылы зыяратын кәртәләп алыу планлаштырыла. Был тәңгәлдә урындағы халыҡ та ярҙам күрһәтә, һәр йорттан өҫтәмә аҡса йыйыла, өмәләр үткәрелә.


– Биләмәләрҙе төҙөкләндереү йүнәлешендә ниндәй эштәр алып барыла?

– Әлбиттә, төҙөкләндереүгә йыл әйләнәһенә етди иғтибар бүленә, әммә ауылдарҙың матурлығы, таҙалығы унда йәшәгән халыҡтан тора. Һәр кем үҙенең йорт ихатаһын, тирә-яғын йыйыштыра, мәктәптәр, башҡа ойошмалар үҙ ҡарамағындағы биләмәләрҙе тәртипкә килтерә икән, ул саҡта төйәгебеҙҙең дә йөҙө күпкә яҡшырасаҡ.
Тиҙҙән Әбделкәрим ауылында күренекле шағир, телсе һәм халыҡ ижадын йыйыусы, мәғрифәтсе, тел дәреслектәрен, әлифбаны төҙөүселәрҙең береһе, йәмәғәт эшмәкәре Хәбибулла Ғәбделҡаһир улы Ғәбитовтың тыуыуына 135 йыл тулыуға арналған бик ҙур сара була. Был тәңгәлдә эш башланды: ауыл халҡы мәртәбәле ҡунаҡтарҙы лайыҡлы ҡаршыларға йыйына, һәр кем әле йорт ихаталарын таҙартыу, буяу, төҙөкләндереү өсөн тырыша, ауыл көндән-көн матурлана, күркәмләнә. Күптән түгел Ҡыуатта ир-егеттәр ҡоро үтте, ауыл кешеләре менән бер рәттән, ситтә йәшәгән яҡташтар ҙа биләмәне төҙөкләндереү, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған һәм иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡан атай-олатайҙары иҫтәлегенә обелиск ҡуйыу мәсьәләһен күтәрҙе.


– Проблемаларға килгәндә...

– Йәштәрҙең ауылда ҡалмауы төп проблема булып тора. Ауылдар йылдан-йыл “ҡартая”. Икенсенән, эш урындарының юҡлығын, эскелек мәсьәләһен дә инҡар итеп булмай. Был тәңгәлдә эш алып барыла, барыһы ла бер көндә килеп сыҡмаҫ, әммә әкренләп хәл ыңғай яҡҡа үҙгәрә. Әбделкәрим ауылына газ үткән, ә бына Алғаҙы һәм Ҡыуат ауылдарында юҡ, уларҙа ла зәңгәр яғыулыҡ үткәреү буйынса проект эштәрен башланыҡ. Уҙған йылда ауылға ингән өс километр юл ремонтланды, быйыл ете саҡрым юлды рәтләү эше башланасаҡ. Район етәкселәренә ҙур рәхмәт, ошо маҡсатҡа аҡса бүленгән. Ҡыуат ауылында иһә фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлә.


– “Яңғыҙ ҡарға яҙ килтермәй”, ти халыҡ әйтеме. Тотош ауылдар менән эшләү бер үҙегеҙгә еңел түгелдер бит?! Төп таянысығыҙ кем?

– Әлбиттә, бергәләп эшләгәндә генә проблемаларҙы хәл итергә мөмкин. Был йәһәттән ауыл Советы депутаттары төп таяныс булып тора. Улар – Сәлим Солтанғолов, Нуриман Урманов, Хәбир Мөхәмәтйәров, Илшат Моратов, Йәмил Сәйетҡолов, Зифинә Шәйҙуллина. Һәр башланғыс, һәр эш улар менән бергә кәңәшләшеп, уртаҡ фекергә килгәс кенә тормошҡа атҡарыла. Шулай уҡ район советы депутаты Радик Рәсүлевкә лә рәхмәт. Ауыл ветерандар советы рәйесе Йәмних Ҡашҡаров, ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Әлфиә Байсыуаҡова, “Түңгәүер” фольклор ансамбле (етәксеһе – Алһыу Дауытова), мәктәп (директоры – Рәзилә Солтанова), клуб (Зифинә Шәйҙуллина), китапхана (Гөлниә Алсынова) коллективтары, Ҡыуат ауылы старостаһы Шәүрә Кәримова менән бер һулышта эш алып барабыҙ.


Баймаҡ районы.
Читайте нас: