Ул тормошо тураһында аныҡ һәм тәфсирләп һөйләй, әйтерһең, ваҡиғалар барыһы ла кисә генә булған. Үҙенең киләсәккә ышаныс менән ҡарауына, тормошто яратыуына, уҙған быуаттағы бер миҙгелдәй үтеп киткән хәл-ваҡиғаларға ғәҙел баһа биреүенә көнләшергә мөмкин.
Хәлиҙә Саматова – беҙҙең замандаш, ләкин уның донъяға ҡарашында һәм тормошҡа мөнәсәбәтендә үҙе осрашҡан, әңгәмәләшкән кешеләрҙең эштәре һәм уйҙары сағылыш тапҡан. Ә бит улар – батша заманы, совет ҡоролошо һәм яңы демократик ысынбарлыҡ кешеләре.
Хәлиҙә Хәлит ҡыҙы Саматова Шишмә районының Түбәнге Тирмә ауылында 1926 йылда күп балалы ғаиләлә тыуған. Олатаһы Ғәбделғәфү Үләмәев бик иртә вафат була, шуға күрә ғаиләлә уның атаһы, ун биш йәшлек Хәлит иң өлкәне булып ҡала. Үҫмерҙең иңенә әсәһе, өс һеңлеһе һәм ҡустыһы тураһындағы хәстәрлек кенә түгел, шулай уҡ олатаһының тынғыһыҙ хужалығы ла мираҫ булып ҡала. Тегеһе хәлле хужа, Дим йылғаһы ярында ере булған, ике батрак, ат тотҡан. Йәй ауылда ялланып эшләгән, ҡышын Шишмә тимер юл станцияһынан төрлө йөк ташыған. Ә Хәлит уға ярҙамлашҡан.
Әммә ғаилә башлығы ваҡытһыҙ үлгәс, күп нәмә үҙгәрә, тырышлыҡ һалырға тура килә, сөнки ғаиләне ашатырға кәрәк. 1917 йылғы ваҡиғалар ҡыҙғандан-ҡыҙа, бәлиғ булған егеткә Беренсе донъя һуғышына китергә ваҡыт етә. Фронтҡа оҙатыр алдынан уны Сыбаркүл ҡалаһына хәрби эшкә өйрәнергә ебәрәләр. Донъяның аҫты-өҫкә килгән, бөтә ерҙә лә империалистар һуғышында ҡатнашмау өсөн большевиктар өгөт-нәсихәт алып бара, шуға күрә поезд Өфө аша уҙғанда Хәлиттең, һикереп төшөп ҡалып, туп-тура Вәкил ағаһына барыуы ғәжәп түгел. Тиҙҙән ҡыҙыл частарға ҡушыла, улар менән Өфөнө азат итеүҙә ҡатнаша, аҙаҡ өйөнә ҡайта.
Коллективлаштырыу йылдарында беренселәрҙән булып колхозға инә. Рәйес итеп дуҫы Кашафты һайлайҙар, үҙе бригадир булып эшләй.
Ауыр осор, әммә йәштәр 1924 йылда ҡыйыулыҡ күрһәтә, романтик хәл-ҡылыҡ ҡыла, тип әйтергә мөмкин. Уның буласаҡ әсәһен, сибәр Ғәлминисаны урлайҙар. Ҡыҙҙың ата-әсәһе ғашиҡ егеттең был ҡылығын хупламай, сөнки уны бай, әммә бер күҙе һуҡыр күрше Ҡалмаш ауылы егетенә бирергә йыйыналар. Һуңынан был ғаилә кулак һанала.
Кейәүгә ҡыҙҙың ата-әсәһе генә дәғүә белдермәй, өлкән ағаһы ла ныҡ асыулана (был осорҙа өлкән ағайҙарҙан йәки апайҙарҙан алда өйләнергә йәки кейәүгә сығырға ярамай), шуға күрә Хәлит кәләшен үҙҙәренең өйөнә түгел, ә Сәфәр ауылындағы Вәкил абзыйҙың оло апаһы Нәфисәгә алып килә. Йылдар үтеү менән был аңлашылмаусанлыҡ үҙенән-үҙе юҡҡа сыға.
1933 йылда Хәлиҙә Түбәнге Тирмә башланғыс мәктәбенә уҡырға төшә, ә 1940 йылда Үләмәевтәр башҡа егерме ғаилә менән бергә Учалы районының Һәйтәк ауылына күсенә. Үрге Тирмәнән тағы ла бер нисә ғаилә Урал ауылында төпләнә. Хәлиҙә апай хәтерләүенсә, Һәйтәккә 1940 йылдың 22 февралендә баралар. Ғаилә ете кешенән тора: ата-әсә, апайҙары Фәриҙә, Исфира, ағайҙары Хәмит, Зөфәр. Башта ҡәрҙәштәрендә йәшәйҙәр, һуңынан балалар яслеһе бинаһына күсенәләр. Бесән сабыр һәм ашлыҡ һуғыр ваҡыт еткәс, Шағилман бабайҙың эске өйөнә күсенәләр, унда кесе ҡустылары Исфир донъяға килә.
Һуғыш сығыр алдынан Хәлиҙә Учалы урта мәктәбендә уҡый, киләсәккә уй-ниәт ҡора, ләкин улар тормошҡа ашмай. 21 июндә VII класты тамамлау менән ҡотлайҙар. Ул әле лә бөтә донъяға йылмайып йүгерә-атлай өйҙәренә ашҡыныуын, яҡшы хәбәрҙәре менән ата-әсәһен ҡыуандырырға теләүен иҫендә тота. Әммә һуғыш сыҡҡанын ишетә.
1941 йылда ғаилә Фомин тигән кешенән йорт һатып ала, уны ипкә килтергәс, 1942 йылда атаһы фронтҡа китә. Ошо уҡ йылдың октябрендә яраланып өйөнә ҡайта. Госпиталдән уға алты айға ял бирәләр. Ауылда ир-ат юҡ тиерлек, уны рәйес итеп һайлайҙар, ул ураҡ бөткәнсе эшләй. Шунан яңынан фронтҡа юллана. Бәхетенә күрә, 1945 йылдың көҙөндә атаһы яраланғандан һуң дауаланған госпиталдән ҡайта. Иң мөһиме – иҫән.
Атайҙарын фронтҡа саҡырғас, әсәләре ете бала менән тороп ҡала. Уға, иң өлкәненә, ул саҡта 15 йәш була, ә иң кесеһе Зөлфирәгә туғыҙ ай ғына. Ауыр йылдарҙа берәүгә лә еңел булмай, ә улар икеләтә-өсләтә ауырлыҡ кисерә. Был һуғыш башланыр алдынан күсеп килгән күп ғаиләләрҙең үҙ өйө, аҙыҡ-түлеге булмау менән аңлатыла. Күп әйберҙәре тыуған ауылдары Түбәнге Тирмәлә тороп ҡала, ә һуғыш осоронда уларҙы Учалыға алып килә алмайҙар. Әйтеүе генә еңел – ара биш йөҙ саҡрым самаһы.
Колхозда фронтҡа киткән ир-ат урынына эшләргә кәрәк. Хәлиҙәгә өс ат беркетәләр. Әйткәндәй, уларҙың ҡушаматтарын әле булһа хәтерендә тота – Настя, Сәрүәр һәм Туры тай. Йәш ҡыҙҙар йоҡо, һаулыҡтары, ваҡыт менән дә иҫәпләшмәй – ауыр эште аттар ярҙамында башҡара. Ерҙе һуҡа менән һөрәләр, бесәнде ат сапҡыстары менән сабалар, өлгөргән ашлыҡты лобогрейка менән йыялар. Һәммәһе лә аңлай – быларҙың барыһы ла яуыз дошманды еңер өсөн кәрәк.
Көҙ һәм ҡыш көндәрендә юлда булалар. Мейәс ҡалаһы уларҙың районынан йөҙ саҡрым алыҫлыҡта. Учалы әҙерләү контораһынан аттарҙа Мейәс элеваторына иген алып баралар, ә Мейәс нефть базаһынан бензин, кәрәсин, хужалыҡ кәрәк-ярағы өсөн май алып ҡайталар. Бер юллау, ғәҙәттә, биш-алты көнгә һуҙыла. Артабан – тәүлек буйы эш. Көндөҙ бер участкала эшләһәләр, төндә күбә ташыйҙар, һалам эҫкертләйҙәр, сөнки аттарҙы буш тоторға ярамай. Ауылда ир-ат юҡ – кемдер фронтта, өлкәнерәктәре – хеҙмәт армияһында, үҫмерҙәр ФЗО-ла уҡый. Бөтә эш ҡатын-ҡыҙ иңендә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, дәртләнеп эшләйҙәр, эшләгәндә йырҙан да айырылмайҙар.
Ғинуар-февраль айҙарында ҡыҙҙарҙы Белорет районына урман ҡырҡырға, һал, металлургия комбинаты һәм паровоздар өсөн ағас әҙерләргә ебәрәләр. Улар шулай уҡ түмәр быса, уның оҙонлоғо 120 сантиметрҙан артмаҫҡа тейеш. Был түмәрҙәрҙе билдән ҡарға сумып әҙерләү елеккә үтә. Үҙҙәре иһә барактарҙа йәшәй, унда кейем-һалымды һәм аяҡ кейемен киптерергә урын етмәй, ашау таҡы-тоҡо, аттар ҙа ас. Эш ҡоралдары – ҡул бысҡыһы ла балта. Иртә таңдан ҡараңғы төшкәнсе – бил быуары ҡар, ә кискә – һалҡын барак. Апрель-май айҙарында әҙерләнгән ағасты Ағиҙел буйлап һалда ағыҙалар.
Ул осорҙо хәтерләгәндә Хәлиҙә апай бөгөн дә ҡулдарын сабып ҡуя: быға нисек түҙҙек, һуғыш бөткәнсе нисек йәшәнек икән? Еңеү тураһындағы хәбәр бөтмәҫ-төкәнмәҫ шатлыҡ килтерә. Оло ил менән бергә ҡыуаналар, бар ауыл урамға атлыға, кешеләр илай, күҙ йәштәре аша көлә, бер-береһе менән ҡосаҡлашып, ҡысҡырыша: “Еңеү! Еңеү! Ура!”
Хәлиҙә ВЛКСМ сафына инә, колхоз йәштәре уны комсомол ойошмаһы секретары итеп һайлай. Ул осорҙа бындай ышаныс бөтә эштәрҙә лә үрнәк булыуҙы талап итә.
1946 йылдың июлендә ул Мөфтәх Шағилман улы Саматовҡа кейәүгә сыға, улар Учалы ауылына күсенә. Бергә 37 йыл бәхетле ғүмер кисерәләр, Алһыу ҡыҙҙарын тәрбиәләйҙәр. Ҡыҙҙарының хәҙер үҙ ғаиләһе бар – ире Рим Зәйнәғәлин, ҡыҙы Алина, улы Марат, улар Учалыла йәшәй һәм эшләй.
– Беҙ 1974 йылда өйләнештек, Хәлиҙә Хәлит ҡыҙын аҡыллы, тәртипле, көслө ҡатын булараҡ беләм. Ҡәйнәмдән уңдым, – тип һөйләй Рим Зәйнәғәлин.
Кейәүе менән ҡыҙы, ҡалала йәшәһәләр ҙә, Хәлиҙә Хәлит ҡыҙы янында йыш була. Ул – тормошта терәк. Яңыраҡ кейәү ҡәйнәһенең өйөнә төкәтмә эшләткән, көнкүреш уңайлыҡтары хәҙер ҡаланыҡынан һис тә кәм түгел.
Мөфтәх Саматов 1915 йылда Учалы районының Һәйтәк ауылында тыуған. Дүртенсе кластан һуң тракторсылар курсын тамамлаған, башҡалар менән иңгә-иң тороп эшләгән. Ул хәрби машина водителе булған часть 1937 йылда Халхин-Гол күлендәге хәрби операцияларҙа ҡатнаша.
1939 йылда демобилизацияланғас, ОСОАВИАХИМ-да (хәҙерге ДОСААФ) эшләй башлай, йәштәрҙе хәрби хәрәкәттәр алып барыу алымдарына өйрәтә. 1941 йылдың июнендә һуғыш ҡубыу менән Мөфтәх Шағилман улы МТС йөк машиналары составында Силәбе өлкәһе Мейәс ҡалаһы аша фронтҡа оҙатыла. Унда уларҙы тимер юл составтарына тейәп, Мәскәүгә ебәрәләр. Артабан – Украина фронты. Днепрҙы кискәндә фашистар күперҙе шартлата, машинаһы һыу аҫтына китә, ләкин тормоштоң ҡаты һынауын үткән Урал егете, документтарын юғалтһа ла, иҫән-аман ярға сыға. Шунан Ленинград фронтының кабель үткәргесе элемтәсеһе булып хеҙмәт итә. Ике мәртәбә ҡаты яраланғас, Ленинград госпиталдәрендә дүрт ай дауалана. Сафҡа баҫҡас, ҡаланы фашистарҙан азат итеүҙә ҡатнаша. 1943 йылда партияға инә.
Бөйөк Еңеүҙе Мөфтәх Балтик буйы биләмәләрендә – Латвияла һәм Литвала ҡаршылай. Литваны азат иткәс, үҙҙәрен “урман туғандары” тип йөрөтөүселәрҙе юҡ итеү операцияларында ҡатнаша. Өлкән сержант М. Саматов тыуған яҡтарына 1945 йылдың 5 декабрендә генә ҡайта.
Һуғыш йылдарында “Халхин-Гол операцияһы өсөн”, ике тапҡыр “Батырлыҡ өсөн”, “Ленинградты обороналаған өсөн”, “1940 – 1945 йылдарҙа Германияны еңгән өсөн” миҙалдары, ә һуғыштан һуң Еңеүҙең юбилей миҙалдары менән бүләкләнә. “Совет Латвияһы биләмәһендәге хәрби хәрәкәттәре өсөн” миҙалына, 1944 йылдың 13 октябрендә И. В. Сталиндың Рәхмәт хатына, “Иң яҡшы снайпер”, “Иң яҡшы элемтәсе” билдәләренә лайыҡ була.
1947 йылдың мартында уны Учалы ауыл Советы рәйесе итеп һайлайҙар, ә Хәлиҙә социаль тәьминәт идаралығында хисапсы була. Шунан Мөфтәх Саматовты “Заготзерно” берекмәһенең келәт мөдире итеп ҡуялар, күп тапҡыр ауыл Советы депутаты итеп һайлана. Хеҙмәт ветераны, “Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән. Һуғыш ветераны, икенсе төркөм инвалиды 1982 йылда фани донъяны ҡалдыра.
1960 йылда дүрт ауылды “Совет” колхозына берләштергәс, Хәлиҙәне хисапсы итеп ҡуялар. Ул 1950 – 1990 йылдарҙа бухгалтер ярҙамсыһы булып эшләй, эш стажы – 48 йыл. Хәлиҙә Хәлит ҡыҙының, ире кеүек үк, хеҙмәт фронтындағы эше лайыҡлы баһалана. Һәр бүләге үҙенсә иҫтәлекле, һәр береһе – тормошоноң айырым осоро.
Ул бөгөн дә сафта. Динде өйрәнә, мосолман әҙәбиәтен уҡый, мәсеткә йөрөй. Олоғайғас, Мәккәгә хажға бара. Оҙаҡ йәшәү сере хаҡында һүҙ сыҡҡас, Хәлиҙә апай йылмая һәм иңбашын һикертеп ҡуя. Йәнәһе, нимәһе бар уның. Аллаһ Тәғәлә биргән ғүмерен йәшәй ҙә йәшәй, бында бер ниндәй ҙә сер юҡ.
– Күңел саф булырға тейеш, кемгәлер асыу тоторға, кемдәндер көнләшергә ярамай. Иң мөһиме, ялҡауланырға кәрәкмәй, хәрәкәттә – бәрәкәт, – тип иҫәпләй ул.
Бөгөн уға бөтә нәмәлә лә ҡыҙы менән кейәүе, ейәндәре ярҙамлаша, үҙе лә ҡул ҡаушырып ултырмай. 70 йәшенә ҡәҙәр һыйыр тотҡан, баҡсала эшләй. Ике теплицаһында ниҙәр генә үҫтермәй! Баҡсаһы сәскәләргә күмелгән. Ә бит хәҙер күптәр мал-тыуар ҡарарға, йәшелсә, емеш-еләк үҫтерергә йыбана.
Өйө һәр ваҡыт бөхтә итеп йыйыштырылған, бер генә сүп тә тапмаҫһың. Тәртипте Хәлиҙә апай үҙе урынлаштыра. Был – гигиена ғына түгел, ә саф күңеллелек ихтыяжы ла.
Был ғәжәйеп ҡатынға Аллаһ Тәғәлә бәхетле һәм оҙон ғүмер бирһен, сәләмәтлектән айырмаһын, тип теләргә генә ҡала.