Йәмғиәт
14 Май 2021, 05:24

Ил ҡото – рухлы, ғәмле, аңлы балалар үҫтереүҙә

Исхаҡовтар уларҙы үҙ миҫалында тәрбиәләй.

Учалынан Гөлнур һәм Илдар Исхаҡовтар ғаиләһендә “өс бөркөт” ҡанат нығыта. Исмәғил дүртенсе класта уҡый, Бәхтиәр беренсегә барған, ә иң бәләкәстәре Мортазаға дүрт кенә йәш.


Ғаилә башлығы Илдар Иршат улы ҡаланың 8-се коррекция мәктәбендә физкультуранан уҡыта, шулай уҡ Балалар ижад йортонда традицион уҡ атыу буйынса түңәрәкте етәкләй. Ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған был спорт төрөн тергеҙеүселәрҙең һәм таратыусыларҙың береһе ул. Уның тәрбиәләнеүселәре бихисап халыҡ-ара һәм төбәк ярыштарында ҡатнашып, еңеү яулай. Исмәғил менән Бәхтиәр ҙә, аталарынан күреп, уҡ атырға оҫтарып алған.
Гөлнур Зиннур ҡыҙы үҙәк ҡала дауаханаһында педиатр булып эшләй, ул да сәләмәт тормош яҡлы, спортты үҙ итә, ваҡыты тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, йүгереү менән шөғөлләнә, оҫта бейей, мандолинала уйнай.
Былтыр ғаилә ҡалаға яҡын ғына урынлашҡан Иманғол ауылында үҙ ҡулдары менән ҙур һәм күркәм йорт һалып сыға.
Исхаҡовтар ҡала-район кимәлендә уҙғарылған төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша. 2018 йылда “Матур ғаилә – ил ҡото” конкурсының муниципаль этабында Гран-при яулап, республика кимәлендә финалға сығалар. Һуңынан Рәсәй кимәлендәге конкурста ҡатнашыу хоҡуғына эйә булалар.

Мәскәүҙәге илебеҙҙең иң өлгөлө ғаиләләрен тәбрикләү тантанаһында Исхаҡовтарға Президент Владимир Путиндан Ҡотлау хаты тапшырыла. Улар “Йыл ғаиләһе-2018” почет китабына индерелә.
Учалы районы.
Читайте нас