Яҙ етһә, сит илдәрҙән Рәсәйгә миҙгелле эшкә килеүселәр ағымы ла көсәйә. Белеүебеҙсә, улар башлыса Урта Азиянан. Һуңғы осорҙа киң мәғлүмәт сараларында бәхәс ҡуйыра: илебеҙ сит яҡтарҙан эшсе көсөнә ниндәй дәрәжәлә мохтаж, әллә беҙҙең халыҡ бармаған арзан эш урындарына мигранттарҙы ҡабул итеү һәйбәтерәкме? Был Рәсәйҙең мәшғүллек баҙарында көсөргәнешлектең артыуына килтермәйме, сит ил кешеләренең Рәсәй гражданлығына күпләп күсеүе нимә бирер? Һәр хәлдә, донъяла хеҙмәт миграцияһы көсәйә бара һәм иҡтисадҡа ла, йәмғиәт тормошона ла тәьҫир итмәй ҡалмай.
...Өфө районындағы ауылда йорт һалғанда “гастарбайтерҙар”ҙың хеҙмәтенән дә файҙаланырға тура килде. Егерме йыл элек улар был төбәктә бик күп һәм көн һайын тиерлек эш һорап килә ине. Ҡайҙандыр юғары квалификациялы оҫталар бригадаһын саҡырырлыҡ килеме булмаған, хәләл эш хаҡына ғына төҙөлөш алып барған кешеләр (ә улар күпселек) өсөн ошо Урта Азия вәкилдәрен яллау отошлораҡ булды, сөнки аҙ ғына аҡсаға ла риза булалар (Өфө ташсылары, балта оҫталары һәм штукатурҙар һорағандан өс тапҡырға арзаныраҡ), беҙҙең ҡайһы бер төҙөүселәр һымаҡ эсеп эшкә сыҡмау ғәҙәте юҡ, ҡушҡан һәр ғәмәлде йүгереп йөрөп башҡаралар, таң һарыһынан эшкә тотоналар һәм ярты төн еткәс кенә ҡайтып китәләр. Йорт һалдыртыусыға ла ҡулайлы: көн аяҙ торғанда төҙөлөштө алғараҡ ебәрергә кәрәк бит.
Әлбиттә, үзбәк һәм тажик уңғандарының тырышлығы аңлашыла: улар беҙҙең төбәккә аҡса эшләргә тип килгән, эргәлә ғаилә мәшәҡәттәре лә, ҡунаҡҡа йөрөшөү ҙә, башҡа мәсьәләләр ҙә юҡ, көн-төн эшлә генә. Дөрөҫ, бында егәрлелек тә талап ителә, ә Урта Азия халыҡтарында “ҡара эш”тән ҡурҡмаҫҡа бала саҡтан өйрәтәләрҙер, тип уйлайым. Беҙҙең халыҡты ла ялҡау тип әйтергә нигеҙ юҡ, тик аҡсалы шөғөлдө табырға, артабан уны “ысҡындырмаҫҡа”, хеҙмәт баҙарына ҡулайлаша белергә лә кәрәк хәҙерге заманда (был турала түбәндәрәк).
Урта Азиянан миҙгелле эшкә килгән мигранттар шуныһы менән иғтибарҙы йәлеп итә: ғәҙәттә, бер бригадаға туған-тыумаса йыйыла, иң өлкәне – бригадир, уның һүҙе барлыҡ яҡындары өсөн закон. Эш биргән хужаға ла ул килеп һөйләшә, был объектты һалыуға йәки ремонтлауға бер үҙе тотонамы, тағы ун туғанын саҡырамы – уның ихтыяжы. Хужа бөтә һөйләшеүҙәрҙе уның менән алып бара, дәғүәләрҙе уға ғына еткерә, аҡсаны ла ҡулына тоттора. Артабан бригадир уны һәр эшсегә үҙе бүлеп бирә. Йорт һалдыртҡан кеше өсөн был осраҡта төп шарт – төҙөлөштөң ҡасан тамамланыры һәм түләнәсәк сумма.
Ә бригада тәүге осорҙа ғына тулы составта эшләй ҙә, артабан әлеге “аҡһаҡал” уларҙы берәм-берәм сираттағы объектҡа ебәрә башлай, сөнки бер заказды ла ҡулдан ысҡындырырға теләмәйҙәр. Тәүге объект тамамланған көндә унда ике-өс кеше генә ҡалған була.
Күптәренең ашау яғы ла бик наҡыҫ: кишер туралған һәм көнбағыш майы һалып бешерелгән дөгө бутҡаһы, икмәк тә сәй. Ашау-эсеүҙе лә ҡыҫып, күберәк аҡса һуғып ҡайтыу маҡсатын ҡуйғандары күренеп тора. Төндә ҡунып йөрөргә бер баҡса йортон ҡуртымға алғандар. Күмәкләп түләгәс, һәр ҡайһыһына бик арзанға төшә.
Ҡойо ҡаҙыу килеп сыҡманы...
Бер мәл ихатала ҡойо ҡаҙҙырыу өсөн өс башҡорт егетен ялланыҡ. Өфөгә килеп эш таба алмай йөрөйҙәр икән. Ә ниңә үҙебеҙҙекеләргә аҡса эшләү мөмкинлеге бирмәҫкә? Уларға көрәк, кәйлә, биҙрә-фәлән тоттороп, иртән офисыбыҙға эшкә киттек.
Кис килеүемә, аптырашып торалар. “Һыу сыға башланы, ҡаҙырға ҡамасаулай”, – тиҙәр. “Һыу күренеүе һәйбәт, ҡойоно шуның өсөн ҡаҙыйҙар ҙа инде”, – тим. Һурҙырғыс (насос) алырға аҡса тотторҙом, йорт төҙөлгәнсе тип, үҙебеҙ йоҡлап йөрөгән аласыҡты уларға бирҙек. “Ҡунырға урын юҡ, фатир өсөн ҡиммәт һорайҙар”, – тинеләр бит.
Иртәгәһенә төш ваҡытында эш барышын ҡарап китергә булдым. Килһәм... ике егет йоҡлап ята, өсөнсөһө юҡ! “Насос һатып алырға киткәйне, әллә ҡайҙа ғәйеп булды”, – тип аҡланалар. Уныһы һуңынан да күренмәне. Быларына күпмелер түләнем дә (ярты эште башҡарғандар бит), хушлашырға тура килде. Күршелә йорт күтәргән үзбәктәрҙе саҡырғайным, килеп эште тамамлап та ҡуйҙылар. Һыуҙы сығарып торорға һурҙырғыс йәки биҙрә лә, бетон ҡулсаны төшөрөргә арҡан да таптырманылар.
Башҡаса үҙебеҙҙең егеттәрҙе саҡырманым. Беҙҙең халыҡ йүнһеҙерәк тигәнде аңлатмай был. Беренсенән, кеҫәнең ҡалынлығын самалап ҡарағас, барыбер “гастарбайтерҙар”ҙы саҡырырға тура килә. Икенсенән, беҙҙәге егет һәм ҡыҙҙар белем алырға, хеҙмәт баҙарында мөмкин тиклем юғарыраҡ хаҡҡа баһаланған һөнәргә эйә булырға ынтыла. Ундай тырышлығы булмағандар әлеге ҡойо ҡаҙырға килгән егеттәрҙең сафын тулыландыра, бындайҙарҙан үҙҙәренә лә, ғаиләләренә лә фәтүә юҡлығын күреп торабыҙ. Өсөнсөнән, ситтән килгәндәрҙең баш баҫып эшләмәй хәле юҡ, кемгәлер арҡалана, ашарына бөткәндә туған-тыумасаһына һыйына алмай.
Беҙ быны алдан күрергә тейеш
Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Милләт-ара мөнәсәбәттәр советының күптән түгел генә булып уҙған ултырышында ил етәксеһе Владимир Путин ошолай тигәйне:
– Был асыҡтан-асыҡ әйтә торған күренеш түгел, әммә беҙҙең өсөн бик әһәмиәтле. Европаның ҡайһы бер илдәрендә һәм АҠШ-та мәктәптә мигрант балаларының һаны билдәле бер кимәлгә еткәс тә, урындағы ата-әсә балаларын әлеге мәктәптән ала. Шулай итеп, 100 процент кимәлдә тиерлек ситтән күсеп килгәндәрҙең балаларынан торған мәктәптәр барлыҡҡа килә. Был – ҙур проблема. Беҙгә ошондай уҡ хәл тыуыу ихтималлығын алдан күрергә һәм әҙер булырға кәрәк.
ТАСС агентлығы хәбәр итеүенсә, быйыл апрелдә рәсәйҙәрҙең мигранттарға кире ҡарашта булған өлөшө 7,5 процентҡа артҡан. “Был күрһәткескә хеҙмәт мигранттарының тотош анклавтар барлыҡҡа килтереүе, ә бының улар өсөн Рәсәй шарттарына яраҡлашыуҙы ауырлаштырыуы йоғонто яһай”, – тине Рәсәй Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Магомедсалам Магомедов Рәсәйҙең 2025 йылға тиклемге осорға дәүләт милли сәйәсәте стратегияһын тормошҡа ашырыу буйынса кәңәшмәлә. Шуға күрә, Рәсәй Президенты Владимир Путин билдәләүенсә, илебеҙ мәктәптәрендә мигрант балаларының нисбәте уларҙы урындағы тел һәм мәҙәни мөхиткә яраҡлаштырырлыҡ булырға тейеш. Тимәк, был кимәл юғары булған осраҡта, беҙҙең балалар үҙҙәре сит ил менталитетын үҙләштерә башлаясаҡ. Рәсәйҙең мәғариф министры Сергей Кравцов яңыраҡ әйтеүенсә, сит ил балалары менән эшләргә өйрәтеү буйынса уҡытыусылар өсөн махсус курстар асыу планлаштырыла. Тик был, әлбиттә, ҡаҙнанан өҫтәмә сығымдар талап итәсәк.
Ни тиһәк тә, улар етешмәй
Иҡтисад ҡанундары тәбиғәт закондары кеүек үк – ишектән ҡыуып сығарһаң, тәҙрәнән килеп инә. “Rabota.ru” порталы хәбәр итеүенсә, эш биреүселәрҙең күбеһе элекке СССР-ҙың көньяҡ республикаларынан арзан хаҡҡа эшсе көсөн яллау яҡлы. Әлеге ваҡытта Рәсәйҙә түбән квалификациялы эшселәргә мохтажлыҡ байтаҡҡа артты, тип яҙа “Российская газета”. Хеҙмәт баҙарында мигранттарҙың етешмәүе тураһында юғары даирәләрҙә лә, эшҡыуарҙар араһында ла, муниципаль кимәлдә лә һөйләйҙәр.
– Пандемия мигранттар һанын ныҡ кәметте, тип әйтә алмайым, – ти Рәсәйҙең Мигранттар федерацияһы президенты Вадим Коженов. – Һуңғы йылдарҙа беҙҙең илдә йылына уртаса 8 – 10 миллион мигрант эшләне. Аныҡ статистика бер ҡасан да булманы. Бынан тыш, уларҙың ике-өс миллионы – легаль булмаған мигранттар, йәғни документтары теркәлмәгән, бер ниндәй һалым түләмәгәндәр. Шуларға тағы, сит илдәрҙән килеп, Рәсәйҙә йәшәргә ҡалған биш миллион кешене лә өҫтәргә кәрәктер: улар паспорт алған, ләкин 20-40 проценты самаһы илебеҙ мөхитенә ҡулайлашып өлгөрмәгән. Власть күҙлегенән улар – Рәсәй граждандары, ә иҡтисади яҡтан ҡарағанда – шул уҡ мигранттар.
Вадим Кожевников әйтеүенсә, былтыр яҙ сиктәрҙе япҡас, хеҙмәт мигранттары етешмәү проблемаһы килеп тыуған – миҙгелле эшкә ялланырға теләгәндәр бөтөнләй үтә алмаған. Шуны белеп, күптәр илдәренә ҡайтып тормаған, улар эшен әле лә дауам итә. Эшселәргә мохтажлыҡ булғас, тимәк, уларға хеҙмәт хаҡын да күтәрергә мәжбүр булаларҙыр? Эшҡыуарлыҡ предприятиеларында тир түккәндәргә аҡсаны былтыр һәм ошо йыл башында 30 процент самаһына күтәргәндәр икән. Ә муниципалитеттар быны теләгәндә лә тиҙ башҡара алмай – хеҙмәт хаҡын арттырыу өсөн улар төрлө власть һәм финанс ойошмаларында рөхсәт алырға бурыслы.
Әлеге Федерация менән Мәскәү дәүләт университеты бер нисә йыл элек берлектә үткәргән тикшеренеү күрһәтеүенсә, БДБ дәүләттәренең һәр береһенән халыҡтың 10-ар проценты Рәсәйҙә эшләй. Гражданлыҡ хоҡуғы алғандарын да иҫәпләгәндә, әлбиттә. Төрлө илдәр араһында айырма бар – Украинанан һәм Белоруссиянан килгәндәр, мәҫәлән, Рәсәй мөхитен тиҙ үҙләштерә. Мигранттарҙан Рәсәй ҡаҙнаһына һалым да байтаҡ инә икән: пандемияға саҡлы төбәктәр ҡаҙнаһына уларҙан йылына 60 миллиард һум алынған.
Төҙөлөш һәм ауыл хужалығы өсөн
Ул арала мигранттар хеҙмәтенән файҙаланыу дауам итә. Башҡортостандың Миграция мәсьәләләре буйынса идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, былтыр сит илдәрҙән эшкә килгәндәргә 8 908 патент бирелгән, был иһә 2019 йыл менән сағыштырғанда 63 процентҡа аҙыраҡ. Патенттарҙың 71 проценты – Үзбәкстан граждандарына, 22,7 проценты Тажикстан халҡына бирелгән. Азербайжандан һәм Украинанан килеүселәр ҙә байтаҡ. Әлбиттә, бында һүҙ рәсми теркәлеп эшләргә ҡарар иткәндәр тураһында ғына бара.
– Яҡын сит илдәрҙән эшселәрҙе, нигеҙҙә, бәләкәй эшҡыуарлыҡ предприятиелары төҙөлөш һәм ауыл хужалығы өсөн йәлеп итә, – тип аңлаталар республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында. – Бигерәк тә ярҙамсы эшселәргә, йөк ташыусыларға, ташсыларға, арматурасыларға, буяусыларға, ашнаҡсыларға, йәшелсәселәргә мохтажлыҡ ҙур. Ғәҙәттә, улар урындағы халыҡты ылыҡтырмаған, аҙ түләнгән һәм юғары квалификация талап итмәгән урындарға бара. Бөгөн ошо граждандар хеҙмәт иткән төҙөлөш һәм ауыл хужалығы тармаҡтарында эшсе көсөнә ихтыяж әле лә ҙур.