Йәмғиәт
14 Май 2021, 06:32

Ирекле балалар маҡсаттарына тиҙ өлгәшә

Бындай ҡыҙ һәм малайҙар менән эш итеүе рәхәт, ти уҡытыусы.

Тыуған ерҙән төшкән ер яҡшы, тиҙәр. Ошо ҡанатлы һүҙҙәр тап Земфира Шәйхинуроваға төбәп әйтелгән кеүек. Ул Йылайырҙан килен булып төшөп, Балтас районының Иҫке Балтас ауылындағы 2-се урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Земфира Фәттәх ҡыҙы менән район үҙәгендәге китапханала осрашып, ҡыҙыҡлы әңгәмә ҡорҙоҡ. Уйыбыҙ – педагогтың һөйләгәндәрен гәзит уҡыусыларға ла еткереү.


– Уҡыусыларҙың белемгә ынтылышлы булыуы, ҙур хыялдар менән яныуы, күҙҙәренән нур сәселеп тороуы – мөғәллимә өсөн оло һөйөнөс, – тип башланы һүҙен Земфира Шәйхинурова. – “Элекке балалар менән хәҙерге ҡыҙ һәм малайҙар араһында ниндәй айырма күрәһегеҙ?” тип минән йыш һорайҙар. 37 йыллыҡ педагогик стажға эйә булараҡ, был йәһәттән әйтер һүҙем бар. Әлеге үҫмерҙәрҙең һәр береһе үҙҙәрендә эске иркенлек тоя, шуға күрә лә асыҡтар һәм һөйләшеү барышында ҡыҙыҡлы әңгәмәсегә әйләнәләр. Күптәре ҙур донъяға сығырға хыяллана, шул уҡ ваҡытта улар гүзәл Башҡортостаныбыҙҙы Ер шарына танытырға ла теләй. Уларҙың һәр береһе ирекле тормош ярата, иркенлек яҡлы. Ә бындай балалар­ҙың маҡсаттарына еңел ирешеүенә бөтә күңелем менән ышанам һәм уңыштар ғына теләйем. Ғөмүмән, балалар – минең ярҙамсыларым һәм кәңәшселәрем, уларҙан тыш мәктәп тормошондағы бер сараны ла үткәрә алмаҫмын кеүек.
Башҡортостанда тыуып үҫкә­немә ҡыуанысым сикһеҙ. Республика Башлығының эш алымдары шул хәтлем оҡшай. Беҙҙә һәр тармаҡ – иғтибар үҙәгендә, һәр йүнәлеш өҫтөнлөклө. Йыраҡ китәһе түгел, 2021 йылдың мөһим доку­ментына туҡталыу ҙа етә. Башҡорт­остан Башлығы Радий Хәбировтың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға “Беҙ тырыштар! Хыялдарҙы тормошҡа ашырырбыҙ” тигән Мөрәжәғәтнамәһендә мәғариф тармағына ҙур урын бүленеүе – шатлыҡлы күренеш.
“Заманса белем биреү мөхитен булдырыу – беҙҙең өсөн мөһим бурыс. Мәктәптәр һәм балалар баҡсалары төҙөйбөҙ, шәхси мәктәпкәсә учреждениеларға ярҙам итәбеҙ. Былтыр балалар баҡса­лары төҙөү буйынса рекорд ҡуйҙыҡ, 25 баҡса һалынды. Ике йыл эсендә бөтә район һәм ҡалаларҙа 175 үҫеш нөктәһен – өр-яңы ҡора­малдар менән йыһазландырылған һанлы һәм гуманитар йүнәлештәге белем биреү үҙәктәрен астыҡ”, – Радий Фәрит улының шулай тип әйтеүе киләсәккә, һис шикһеҙ, яҡты ышаныс уята.
Сығышым менән мин урманға бай Йылайыр районынан, тыуған ауылым – Йомағужа. Ул райондың уртаһындараҡ урынлашҡан. Беҙҙә халыҡ егәрле лә, милли ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе лә тота. Өмәләрҙең дәррәү үтеүе, йома сәйенә йөрөшөүҙәр, шулай уҡ бүтән төрлө мосолман байрамдары – шуға асыҡ миҫал. Йылайырҙа өҫкә ағастар ауып килгәндәй. Әлбиттә, тәүҙәрәк был яҡтар нисектер сәйерерәк күренде, аҙаҡтан инде, Йылайырымды яратҡан шикелле, Балтасты ла шулай үҙ иттем, был яҡтарҙа ғүмер кисереүемә тамсы ла үкенмәйем.
Элек бит йәш белгесте ҡайһы­лыр районға йүнәлтмә нигеҙендә эшкә ебәреү алымы бик оҫта ҡулланылды. Бына мин дә ошо исемлеккә индерелгән булғанмын. Үҙ сиратында, Балтас башҡорт­тарының иң уңған егете кәләшлеккә алды. Шулай, республикабыҙҙың бер осонан икенсе осона килен булып төштөм һәм унда таштай “баттым”. Балтас башҡорттарының эшһөйәрлеге, ныҡышмаллығы, тырыш булыуы хайран итте.
Тиккә генә ғаиләм – ҡәлғәм, тимәйҙәр. Ысынлап та, ғаиләмдән уңдым, беҙҙең өсөн ҡалҡан булып торорҙай ирем Данисҡа рәхмәт. Һаҡлаусы ла, яҡлаусы ла булғаны өсөн. “Күп ваҡытыбыҙҙы эш урынында уҙғарабыҙ, хеҙмәттәштәрем менән татыу ғаиләләй эш итәбеҙ” тигән фекерҙе йыш ишетергә мөмкин. Бергә эшләгән педагогтарым менән күптән серҙәшкә әйләнеп бөттөк инде. Бер-беребеҙгә ҡарата теләктәшлек тойғоһо ла көслө. Шулай ҙа тормош юлдашым Данис, улым Илнар, ҡыҙым Дилә – йәшәү мәғәнәм. Балаларыбыҙ юғары белем алып, һайлаған һөнәрҙәре буйынса эшләй, өлкәнебеҙ – химик-технолог, ҡыҙыбыҙ – иҡтисадсы. Йөҙөбөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәйҙәр.
Әйткәндәй, был донъяла күптәргә рәхмәт әйтәм. Әсәйем Шаһиҙә Ҡаһарман ҡыҙы миңә ғүмер бүләк иткән. Үҙем уҡыған Йомағужа урта мәктәбенең, Сибай педагогия училищеһының (хәҙер – колледж), Бөрө социаль-педагогия академияһының (хәҙер – Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы) уҡытыусылары белемгә әйҙәне, тәрбиәгә өйрәтте. Әлиә Рәшит ҡыҙы, Әскирә Бүләк ҡыҙы, Мәрйәм Ҡотлогилде ҡыҙы, Зилә Фәрих ҡыҙы, Фәриҙә Ғариф ҡыҙы, Надежда Карпова, әҙибә Рәсимә Ураҡсина һәм башҡалар шуға асыҡ миҫал.
Йәнә шул иғтибарға лайыҡ, мин – уҡытыусылар династияһын дауам итеүселәрҙең береһе. Шуға уҡытыусы һөнәрен һайлағаным өсөн дә ҡыуанысым сикһеҙ. Әсәйем, апайым Рита, ағайым Вилнур – педагогтар. Улай ғына ла түгел, ҙур йөрәкле уҡытыусылар, балалар күңеле тигән баҫыуға шытымлы орлоҡ сәсеүселәр.
Ғәҙәттә, бал ҡорттарын телгә алһаҡ, шунда уҡ ҡуйы урман күҙ алдына баҫа. Йылайырҙар ҙа умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Тәү ҡарамаҡҡа, республикабыҙҙың төньяғында урынлашҡан Балтас районында хәлдәр бүтәнсәрәк булыр һымаҡ ине, бында иҡтисад үҫешенә йоғонто яһарҙай башҡа өлкәләр яҡшы үҫешкән тип уйларға мөмкин. Баҡтиһәң, был яҡтарҙа ла ҡортсолоҡҡа ныҡлап тотонғандар бихисап. Ирем Данистың тормошо тап ошо бал ҡорттары менән тығыҙ үрелеп бара, хатта ул тормошон умарталығынан тыш күҙ алдына ла килтерә алмай. Был шөғөл уларҙа борон-борондан быуындан-быуынға тапшырыла килә.

Балтас районы.
Читайте нас