Әле бер нисә йыл элек кенә үҫмерҙәрҙең уҡыу йорттарына инеп атыш ойоштороуын Америка ысынбарлығы тип ҡабул итә инек. Тәүбә, тибеҙ ҙә шунда уҡ онота торғайныҡ.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был ҡурҡыныс ваҡиғалар беҙҙең илгә лә килеп етте. 11 май... Иртә менән ҡот осҡос яңылыҡ – ут күршеләребеҙҙә ҙур фажиғә. Татарстандың баш ҡалаһы Ҡазанда 19 йәшлек үҫмер үҙе элек уҡыған мәктәпкә барып атыш ойошторған.
Фажиғә урындағы ваҡыт менән 09.20 сәғәттә башлана. Бәлә сигналы махсус хеҙмәттәргә 09.25 минутта килә. Ул саҡта мәктәптә 714 бала, 70 самаһы хеҙмәткәр була, уларҙың 52-һе – педагогтар. 175-се гимназияла һаҡсылар булмаған, ни бары хәүеф төймәһе генә ҡуйылған.
Был ҡот осҡос фажиғәлә туғыҙ кешенең ғүмере өҙөлдө. Татарстан Президентының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ете бала һәм ике өлкән кеше вафат булған, 21 кеше төрлө йәрәхәттәр алған. Дауаханала булғандарҙың да ҡайһы берҙәренең хәле үтә ауыр, уларҙы санавиация менән Мәскәүгә алып киткәндәр.
– Беҙ ете баланы юғалттыҡ, улар VIII класс уҡыусылары – дүрт малай һәм ике ҡыҙ. Террорсы ҡулға алынды. Уға 19 йәш, теркәлгән ҡоралы бар. Әле тәфтиш тикшереүе бара. Мәктәпкә лә, ғаиләләргә лә барлыҡ кәрәкле ярҙам күрһәтеләсәк. Бөгөн бөтә республикабыҙ һәм илебеҙ өсөн ҙур фажиғә, – тине был турала Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов.
Татарстанда шул уҡ мәлдә контртеррор операция тәртибе индерелде. Тәфтиш эштәре дауам итә.
Ҡулға алынған егеттең кемлеге асыҡланды. Ул – Илназ Ғәләүиев. Егет енәйәткә алдан әҙерләнгән. Фажиғәгә тиклем бер нисә көн алда телеграм-канал булдырып, “Бог” тип атаған. Унда кешеләрҙе “биомусор” тип нарыҡлап, уларҙы үлтерергә саҡырған, пландары менән уртаҡлашҡан. Күп кешене үлтерергә, аҙаҡ үҙенә ҡул һалырға теләгән.
Илназ үҙе ут асҡан мәктәптә белем алған. Унан һуң ТИСБИ идара итеү университеты ҡарамағындағы колледжға уҡырға ингән. Унда мәғлүмәт технологиялары өлкәһендәге белгес һөнәрен үҙләштергән, тик быйыл апрелдә, “ҡойроҡтары” йыйылыу сәбәпле, уҡыу йортонан ҡыуылған. Шаһиттар белдереүенсә, Илназ ғинуарҙан алып уҡырға йөрөмәгән, шулай уҡ төркөмөнөң кураторы менән дә аралашмаған, практикаға, имтихандарға килмәгән. Уның ата-әсәһе менән дә аралашмауы билдәле.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, уның үҙе эшләгән бомбаһы һәм мылтығы булған. Әйткәндәй, Керчь ҡалаһында атыш ойошторған Владислав Росляковтың да ҡоралы тап ошондай ине. Ҡорал йөрөтөүгә рөхсәтте ул ни бары 28 апрелдә алған. Енәйәтсе гимназияға мылтығын ҡулында тотоп һәм болғап китеп барған. Әммә үткенсе кешеләр быға иғтибар итмәгән...
Ошо ваҡиғанан һуң Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тиҙ арала республиканың барлыҡ мәктәптәрендә хәүефһеҙлек сараларын көсәйтергә ҡушты. Бынан тыш, ул Ҡазандағы терактта зыян күргән бөтә кешеләргә Башҡортостан шифаханаларында бушлай реабилитация һәм ғаилә ялы үтергә тәҡдим итте. Шулай уҡ зыян күргәндәргә республика төрлө ярҙам күрһәтергә әҙер.
Радий Хәбиров Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов, Ҡазан кешеләре һәм һәләк булғандарҙың туғандары исеменә ҡайғы уртаҡлашыу телеграммаһы ебәрҙе.
Татарстан халҡы, балаларын һәм яҡындарын юғалтҡан ата-әсә менән бергә бар ил илай. Күршеләребеҙ ҡазаһына Башҡортостан халҡы ла битараф ҡалманы. Кешеләр яҡындарын юғалтҡан ғаиләләрҙең оло ҡайғыһын уртаҡлаша. Шулай уҡ Өфөлә Карл Маркс урамының 3-сө йортонда урынлашҡан Татарстан вәкиллегенә сәскәләр һәм уйынсыҡтар алып баралар.