Урал Сәлим улы ВИЛДАНОВ – Башҡорт дәүләт университеты профессоры, философия фәндәре докторы. Ул танып белеү һәм аксиология теорияһының трансценденталь, методологик проблемалары, шулай уҡ социаль эшмәкәрлек проблемалары һәм социаль процестарға идара итеү нигеҙҙәре буйынса белгес булып танылған. М.А. Горький исемендәге Урал дәүләт университетының философия факультетын тамамлаған, 200-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт авторы.
Ғилми эштәренең атамалары ғына ла, күреүебеҙсә, мәғәнәһенә төшөнөү өсөн ярайһы уҡ ҡатмарлы. Ә бит улар – йәмғиәтебеҙ өсөн үтә көнүҙәк мәсьәләләр. Уларҙың асылын нисек аңлатып була? Бөгөнгө философия нимәнән ғибәрәт? Кемдәр философ була ала, һәм ни сәбәпле улар беҙҙең халыҡта бик аҙ?
– Һүҙҙе, Урал Сәлим улы, алыҫтан башлағы килә: ни өсөн төпкөл башҡорт ауылындағы үҫмерҙә фәнгә барыу, хатта уның иң ҡатмарлы даирәһе булған философияны һайлау теләге тыуа? Ошо ынтылыштың асылын һәм нигеҙҙәрен аңлатып бирегеҙ әле.
– Һәр кемгә тыумыштан – Аллаһ тарафынан – үҙ булмышы һалынған. Шуны аңлап, үҙ бурысын үтәй торған ысулдарын өйрәнеп, уларҙы ыңғай осраҡта ҡулланған кеше бәхетле була. Бала саҡтан ата-әсә әйткән теләктәрҙе, өгөт-нәсихәтте аңлы рәүештә асыҡлап һәм аңлап үҫергә кәрәк.
Мин Учалы районының Илсе ауылында тыуып үҫтем. Әсәйемдең һәр ваҡыт үҙ балаларына әйткән теләктәре, кәңәштәре хәтерҙә уйылып ҡалған. Шул әйтемдәр, мәҡәлдәр, эске донъямды байҡап, философия юлына баҫырға ярҙам иткән осраҡтыр, тип уйлайым. Өс мәҡәл күңелемдә һеңеп ҡалған. Беренсеһе: “Аллам, балаларыма тел асҡысы бир”. Уның мәғәнәһенә күп йылдар үткәс кенә төшөндөм. Минең өсөн был әйтем өс таяуҙан тора: беренсеһе – тышҡы донъяны өйрәнеүҙә, китаптар уҡып, мәктәптә, университетта (кемдеңдер аспирантура һәм докторантура бөтөүе ихтимал) тәрән, юғары интеллектуаль белем алыуҙа, тормош һабаҡтарын эстәүҙә. Икенсе таяу – аңлылыҡ, рухи кисереш – эске донъяңды байҡау юлына баҫыу, эске тәртипкә ҡоролоп һәм бирелеп, үҙеңде аңлы рәүештә ситтән күрә белеп, донъяны алып барған көс-ҡеүәт. Ә был рухи хәл, мәҫәлән, суфыйлыҡҡа, медитацияға, зекер һәм доға ҡылыуға, үҙеңде эстән күҙәтә белеп, аңлы рәүештә үҙеңде үҫтереүгә таянған йәшәйеш.
Донъяны аңлы рәүештә күргән хәлдә, тышҡы һәм эске донъяларҙы байҡаған осорҙа аҡылдың (интеллектуаль белемдең) бик кәрәк икәнен яҡшы аңлайһың. Аңлылыҡ кешене аҡылдан шаштырмай, күп осраҡта ауыр күңелдән ҡурсалай, ул – ауыр уйҙарҙан аралап, үҙ-үҙеңде ашап бөтөрөп барған диалогтарҙан инандырып, тәрән депрессияларҙан ҡурсалай алған көс-ҡеүәт.
Өсөнсө кимәл – динлелек сифаттарын барлау. Был кимәл эске һәм тышҡы донъяларҙы айырмайынса, Аллаһ “күҙлегенән” бер бөтөн итеп күрә белеүҙе аңлата. Суфыйҙар ҙа был аңлылыҡты, рухи хәлде асыҡлау өсөн ике төшөнсә ҡуллана: “фана” һәм “бака”. “Фана” үҙеңдең ғәмәлдәреңде үтәгән дәүерҙә нәфсеңдең, мин-минлегеңдең юҡҡа сығыуын аңлата, а “бака” – Аллаһтың сифаттары һиндә зиһен-мәғрифәт булып асылыуы.
Ҡыҫҡаса әйткәндә, был һүҙҙәрем әсәй әйтеп үҫтергән әйтемдең – “Аллам, балаларыма тел асҡысы бир” тигәндең – мәғәнәһе тураһында булды инде.
Әсәйемдең икенсе әйтеме: “Тәүфиҡлы бул. Тәүфиҡҡа бәхет эйәргән”. Был көслө әйтемдең мәғәнәһе шунда: “тәү”, йәғни тәүге һәм “фиғел”, йәғни шәхестә – һәр кешелә Аллаһ тарафынан һалынған булмыш бар, шуға хыянат итмәҫкә кәрәк. Күпселек осраҡта кеше нәфсеһен, йәғни фани донъяны хәҡиҡәт тип ҡабул итә, уның “иллюзия” тип атарға мөмкин булған хәл-күренеш кенә икәнен аңламай.
Ҡайҙа барһам да, әсәйем өсөнсө әйтемде, йәғни: “Хызыр Ильяс юлдаш булһын” тип әйтә. Ошо әйтем үрҙә телгә алынған ике мәҡәл менән бәйләнештә тора. Шул бәйләнеште аңлаған кешенең күңелендә тыныслыҡ урынлаша. Ҡайһы бер кешеләр, юғары көстәрҙең тормош юлында һине ситкә тайпылдырмайынса, ыңғай юлдан алып барыуын тойоп, һиҙеп тора. Ундай кешеләрҙең донъяһы ыңғай бара, улар һәр эште аңлы рәүештә башҡара.
– 1988 йылда яҡлаған кандидатлыҡ диссертацияғыҙ “Тармаҡ һәм территориаль планлаштырыу формалары системаһын камиллаштырыу” тип атала. Планлаштырыу – иҡтисадсыларҙың бурысы, тип ҡарарға күнеккәнбеҙ, уның философияға ҡағылышы бармы? Ниндәй камиллаштырыу тураһында һүҙ бара? Ул бөгөн дә көнүҙәк булып ҡаламы?
– Был диссертация төбәк планлаштырыуындағы тармаҡ һәм территориаль формаларҙың төп ҡаршылыҡтарын анализлауға ҡоролған. Тормош күрһәтеүенсә, тармаҡ планлаштырыуы ла, территориаль рәүештә булғаны ла төбәктә генә түгел, тотош ил кимәлендә алғанда ла йоғонтоло идара итеүҙе тәьмин итә алманы.
Үткән быуаттың 50-60-сы йылдарына саҡлы ауылдарҙың, ҡасабаларҙың, ҡалаларҙың, өлкәләрҙең, союздаш республикаларҙың социаль инфраструктураһын үҫтереү буйынса территориаль планлаштырыу теорияһы эшләнмәне. Ә бит иҡтисади райондар ойоштороуға, уларҙа тармаҡ етештереү объекттары төҙөүгә бәйле мәсьәләләрҙе белгестәр үткән быуаттың 30-сы йылдарында уҡ ҡарай башлаған. Завод йәки фабрика төҙөлә һәм эшләй башлағас, улар янында тәүҙә барактар барлыҡҡа килгән, һуңынан ғына социаль йүнәлешле объекттар һала башлағандар. Тормош шуны күрһәтте: СССР тарҡалғас һәм тармаҡ министрлыҡтарының бығаса булған идара итеү системаһы эштән туҡтай башлағас, бер генә продукция етештереү менән шөғөлләнгән предприятиеға бәйле “моноҡалалар” ҙа йәшәүҙән туҡтар хәлгә килде.
Төбәк кимәлендә, йәғни ҡала, ауыл районы, өлкә кимәлендәге комплекслы үҫеш пландары 70-се йылдарҙа ғына эшләнә башланы. Әммә планлаштырыуҙың, идара итеүҙең тармаҡ һәм территориаль планлаштырыу формалары һәр ҡайһыһы үҙ маҡсаттарын ғына тормошҡа ашырырға ынтылды, сөнки улар йәмғиәттең айырым системалары ине. Һәр береһе шулай айырым эш итеүҙең төп сәбәптәре – тармаҡ министрлыҡтары менән төбәктәрҙең мәнфәғәттәре тап килмәүе, идара итеүҙә административ-команда ысулының өҫтөнлөгө. Тармаҡ министрлыҡтары төбәктәрҙән үҙенә кәрәкле бөтә нәмәне “һығып алырға” ынтылды, алмашҡа бер нәмә лә бирмәне.
Уҙған быуаттың 70-се йылдарында тармаҡ министрлыҡтары, мәҫәлән, Башҡортостанда етештереүҙең матди-техник базаһын үҫтереүҙе ҡайғыртһа, урындағы советтар, тәбиғи, социаль инфраструктураны (торлаҡ йорттар, дауаханалар, мәктәптәр, сауҙа селтәре) киңәйтеүҙе хәстәрләү яғында булды, ләкин ресурстарҙы ғәмәлдә тармаҡ етәкселеге бүлә ине, шуға күрә урындағы власть органдары үҙ биләмәһендә социаль инфраструктураны үҫтереү өсөн төрлө етештереү объекттары төҙөргә ризалығын бирергә тейеш ине. Хатта был объекттар социаль, экологик, транспорт көсөргәнешлеге тыуҙырған осраҡта ла. 80-се йылдарҙағы ойоштороу һәм административ-идара итеү системаһы ошо ике яҡтың да мәнфәғәттәрен иҫәпкә алып барыуҙы тәьмин итерлек түгел ине. Белгестәрҙең тармаҡ һәм территориаль планлаштырыу формаларын бергә ҡушырға ынтылыуы уңышҡа өлгәшә алманы. Һөҙөмтәлә 90-сы йылдарға саҡлы иҡтисади үҫеш менән социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү кимәле араһындағы тигеҙһеҙлек йәшәп килде.
1991 йылда Советтар Союзының тарҡалыуы планлаштырыуҙың һәм йәмғиәткә идара итеүҙең административ-команда ысулынан тәбиғи рәүештә килеп сыҡты. Бында Сталинды ла, Хрущевты ла, Брежневты ла, халыҡты ла яҡлап йәки ғәйепләп булмай.
– Һеҙ 20 йыл элек үк яҡлаған докторлыҡ диссертацияһының темаһы – “Фекерләүсенең феномены: трансценденталь субъективлыҡтың гносеологик анализы”. Ҡәҙимге уҡыусыға аңлауы ҡатмарлы, әлбиттә. Трансценденталь – тәжрибә аша танып белеүгә буйһонмаған, тойғолар нигеҙендә эш итеүҙән ситкә сыҡҡан әйбер йәки күренеш. Бындай субъективлыҡты нисек анализларға мөмкин, һәм ул нимә бирә?
– Был ғилми эштә танып белеү шарттары ҡарала, улар үтәлгәндә генә философияны фән тип атарға мөмкин. Икенсе төрлө әйткәндә, һүҙ әле танып беленмәгән мәғлүмәт тураһында түгел, ә танып белеү мөмкин дә булмаған төшөнсәләр хаҡында бара. Фекерләүсе һүрәтләп йәки үлсәп булмаған ғәмәлдәрҙе тикшерә һәм күҙәтә аламы? Танып белеп булмаған нәмәләрҙе лә танып белеүҙең беҙгә билдәле саралары һәм ысулдары аша тикшерергә мөмкинме? Фәнни тикшеренеү ғалимды уларҙы аңлауға килтерә аламы? Абсолютты, йәғни Аллаһ Тәғәләне, фәлсәфәүи танып белеү саралары аша төшөнөп һәм һүрәтләп булмай. Әгәр ҙә фекерләүсе үҙе генә яҡынса булһа ла күҙ алдына килтерергә тырышмаһа, бер ниндәй һүҙ йәки төшөнсә лә Абсолюттың тәбиғәтен сағылдыра алмай. Образлы итеп әйткәндә, Айға күрһәткән бармаҡ Айҙың үҙе түгел, ә Ай бармаҡ була алмай.
Философия фәне танып белеү теорияһында эмпирик-трансценденталь (тәжрибә нигеҙендә) һәм трансцендент (логик саралар менән белеп булмаған) кимәлдәрҙе айырып күрһәтә икән, был логикалағы ҡапма-ҡаршылыҡҡа алып килә: әгәр ҙә Абсолютты философияның бер категорияһы менән дә танып белеү мөмкин түгел икән, тикшереүсенең уның тураһында һөйләргә хоҡуғы бармы?
Тик шуныһы бар: Абсолютты логик кимәлдән алып ташлаһаҡ, философияһыҙ тороп ҡалабыҙ. Ни өсөнмө? Гносеологияла (танып белеү теорияһында) бөтә нәмә башынан аҙағына саҡлы аңлашылырға, бер бөтөн булып формалашырға тейеш.
– Хәҙерге заман философияһының беҙҙең тормоштағы роле һәм урыны ниндәй? Халыҡ-ара корпорацияларҙың үҙ-ара аяуһыҙ көрәше, донъя державалары араһындағы геосәйәси көсөргәнешлелек, бөтмәҫ кеүек күренгән пандемия шарттарында ошо фәндең киләсәген нисек күҙаллайһығыҙ?
– Ысынлап та, ХХI быуатта беҙҙең донъя ҙур үҙгәрештәргә дусар ителде, бер генә илдең көсө менән контролгә алып һәм идара итеп булмаҫлыҡ проблемаларға юлыҡты. Мәғлүмәт технологияларының ҙур мөмкинлектәрен, аралашыуҙың яңы ысулдарын, донъя кимәлендә ҡыҙыу барған интеграция хәлдәренең ҡатмарлылығы донъяның күп һәм төрлө яҡлы икәнен асыҡ күрһәтә. Әгәр ҙә технологик күренештәр һәм, уларҙың һөҙөмтәһе булараҡ, социаль үҫештәр бөтә донъя халҡының көнкүрешен яҡшыртыуға ҡоролмаһа, был үҫеш һуҡыр тин дә тормаясаҡ.
Хәҙерге көндә глобалләшеүгә дусар ителгән кешелек киләсәккә илткән маҡсаттарҙы мәрхәмәтлелек һәм изгелек принциптарына таянып һайлаһа, кешелек алдында килеп тыуған мәсьәләләрҙе имен хәл итеү ысулдарын булдырһа, кешелек, йәшәйеш тормошон дөрөҫ юҫыҡҡа йүнәлтәсәк. Ә ошо юлды һайлау кешенең аңын һәм донъяға ҡарашын үҫтереү мәсьәләләре менән тығыҙ бәйләнгән.
Был осраҡта философия нимә эшләй ала? Беренсенән, ул һәр кешенең донъяға ҡарашын булдыра һәм үҙенең алдағы тормошон күҙалларға ярҙам итә. Әгәр кешенең донъяға ҡарашы депрессив хәлдәргә, бөлгөнлөк психологияһына, кемделер күрә алмау хәленә йәки бар нәмәне инҡар итеүгә ҡоролған икән, ундай кеше нисек инде тышҡы донъяла үҙенә һәм ғаиләһенә яҡшы шарттар тыуҙырһын? Ундай кешенең донъяға мөнәсәбәте “үҙ-үҙе менән көрәшеүҙән” торасаҡ, ә был хәл үҙе үк күп психологик ауырыуҙарҙы, ауырлыҡтарҙы, хәсрәттәрҙе формалаштыра. Икенсенән, философия – математика һымаҡ, логикаға һәм методологияға таянған фән. Уның иң юғары кимәлдәге принципиаль дөйөмләштереүҙәре, ҡанундары һәм төшөнсәләре бөтә гуманитар һәм тәбиғи фәндәрҙә булған белемдәрҙе бер фундаменталь идеяға бәйләп, уларҙы берҙәмләштереүгә булышлыҡ итә.
Шулай итеп, философия – методологик яҡтан иң дөйөм принциптарға һәм ҡанундарға таянып, тәбиғәттең, йәмғиәттең һәм кешенең булмышын аңлата торған фән. Ул кешегә, интеллектуаль, рухи һәм дини белемдәрҙе үҙләштергән ыңғайы, юғары кимәлдәргә күтәрелергә ярҙам итә. Бындай кимәл – кешене уята торған юғары баҫҡыстарҙың беренсеһе. Донъяны яҡшы яҡҡа үҙгәртеүҙе һәр кеше үҙенән башларға тейеш.