Йәмғиәт
14 Май 2021, 06:15

Ташлы – татыу парҙар төйәге

Улар бәхетте тыуған ерендә тапҡан.

Әлшәй районының Ташлы ауылы матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан. Был төбәктәге мул һыулы быуаларҙы һәр яҙ һайын аҡҡоштар төйәк итә. Ә ауыл үҙе бер-береһенә аҡҡош тоғролоғо һаҡлап йәшәгән ғаиләләре, хеҙмәт һөйгән халҡы менән матур. Бөгөн оло хөрмәткә лайыҡ шундай ғаиләләрҙең икәүһе менән таныштырабыҙ. Ошо көндәрҙә Биктимеровтар бергә йәшәүенең – 65, ә Хәйруллиндар 50 йыллығын билдәләй.


Хәрәкәттә – бәрәкәт


Фәһиә менән Ғатаулла Биктимеровтарҙың йорто әллә ҡайҙан бында тырыш, егәрле кешеләр йәшәүе хаҡында һөйләп тора. Донъялары төҙөк, ихата эсендә лә, кәртә-ҡура тирәһендә лә тәртип һәм таҙалыҡ хөкөм һөрә. Ауылдаштары уларҙы уңған, татыу, һәр саҡ хәрәкәттә булған, гөрләтеп донъя көткән матур пар булараҡ белә һәм хөрмәт итә.
– 1956 йылдың 15 майында ни­кахыбыҙҙы теркәттек. Ул ваҡытта хәҙерге ише әллә ниндәй ҙур сара үткәреү йолаһы булманы, икебеҙ ҙә эшләп йөрөй инек. Бына шул көн­дән 65 йыл ғүмер күҙ асып йомған кеүек кенә үткән дә киткән, – тип ихлас йылмая Фәһиә Хәй­рул­ла ҡыҙы. Уның һүҙҙәренә Ға­та­улла Арыҫланбәк улы ла ҡушыла:
– Хәрәкәттә – бәрәкәт, тип йә­шәйбеҙ. Әле булһа мал аҫрайбыҙ. Кәртә-ҡура тирәһендә булышыу – үҙе бер ял бит ул, – ти 91 йәшлек Ғатаулла олатай.
Ысынлап та, Биктимеровтар, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, һыйыр, ишле генә итеп һарыҡ малы, ҡош-ҡорт аҫрай. Кәүҙәһен төп-төҙ тотоп йөрөгән, кәртә-ҡура тирәһендәге эштәрҙе ихласлап теүәлләгән, әле булһа улдары менән бесән сапҡан Ғатаулла Арыҫ­ланбәк улына ҡарап, һоҡлан­мау мөмкин түгел. 85 йәшлек Фәһиә инәй һыйырын үҙе һауып, ағын эш итә. Ҡунаҡҡа ҡайтҡан балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә үҙ ҡулдары менән эшләгән ҡаймаҡ-майын, ҡатыҡ-эремсеген өҫтәл тултырып ултырта, күстәнәскә лә һала. “Үҙеңдеке үҙеңдеке инде ул, кибет ризығы өйҙөкөнә һис тә етмәй”, – ти уңған хужабикә.
Ғатаулла бабай “тимер атын” да ташламаған – “етенсе” моделле “ВАЗ” еңел машинаһы һәр ваҡыт ишек алдында. Йомош-юл төшһә, хәләлен янына ултыртып, район үҙәге Раевкаға ла геүләтеп барып ҡайта. Яңыраҡ Фәһиә инәй сирләп алған, бабайы уны медпунктҡа уколға ла машина менән генә алып йөрөгән. “Беҙҙең быуынды тормош үҙе сыныҡтырҙы. Ауырлыҡты етерлек күреп, һуғыш йылдары михнәт­тәрен татып, кесе йәштән хеҙмәт һөйөргә өйрәнеп үҫтек. Эштән ҡурҡырға ярамай, һәр саҡ хәрәкәттә булырға кәрәк”, – ти хеҙмәт ветераны Ғатаулла Арыҫланбәк улы. Ул ғүмеренең күп өлөшөн урман­сылыҡ эшенә бағышлаған. Урман-ҡырҙы яратыуы ла сәләмәтлегенә ыңғай тәьҫир итмәй ҡалмағандыр. Йәш сағынан ҡул эштәренә оҫта булған, хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң да ауылдаштарына ат санаһы, башҡа төрлө кәрәк-яраҡ яһап биреү менән шөғөлләнгән.

Фәһиә Хәйрулла ҡыҙы ла бәлә­кәйҙән эшләп үҫә. Ауыр заманда уҡыу әллә ни эләкмәй, ҡыҙы­ҡай ололар ыңғайына эшләй башлай. Байтаҡ хеҙмәт йылдарын баҡ­са­сылыҡҡа арнай. “Колхоздың иҫ киткес бай баҡсаһы була торғайны, унда нимә генә үҫтермәнек! Кә­беҫ­тә-кишерҙән башлап, ҡауын-ҡар­бузға тиклем сәсеп, мул уңыш ала торғайныҡ. Унан инде 30 йыл самаһы сөгөлдөрҙә эшләнем, ҡыш быҙау ҡараусыларға, һауынсы­ларға ял бирә торғайным. Бер көнөбөҙ ҙә эшһеҙ үтмәне”, – тип фиҙакәр хеҙмәттә үткән йылдарын хәтергә алды Фәһиә инәй.
Биктимеровтарҙың татыу ғаилә­һендә ете бала үҫә. Өлкән улдары Сәйфулланы юғалтыу ҡайғыһын да кисерергә тура килгән атай ме­нән әсәйгә. Бөгөн улдары Шамил, Камил, Таһир, ҡыҙҙары Флүрә, Мәр­йәм, Зөһрә һәр береһе тормош­та үҙ урынын табып, атай-әсәйгә те­рәк-таяныс булып йәшәргә тырыша.
– Аллаға шөкөр, балаларыбыҙ һәйбәт. Һәр береһе ҡайтып, ярҙам итергә тырышып тора. Ейән-ейән­сәрҙәр, бүләләр шатлығы кисереп йәшәүебеҙ менән бәхетлебеҙ, – ти Биктимеровтар.
Уларҙан 65 йыл татыу ғүмер итеүҙең серен дә һораштыҡ. “Уның артыҡ сере юҡ инде, иң мөһиме – бер-береңде хөрмәт итеү. Төрлө саҡтар булып китһә лә, ауыр һүҙ әйтеүҙән тыйылырға, бер-береңде аңларға тырышырға кәрәк. Бөгөн тормош шул тиклем матур, йәштәр етешлеккә ҡыуанып, барлыҡтың ҡәҙерен белеп йәшәһен ине. Донъялар тыныс булһын, һуғыш афәте ҡупмаһын, йылдар һәйбәт, имен килһен!” – тип һорауыбыҙға яуап биреү ыңғайына изге теләктәрен дә еткерҙе Биктимеровтар.


Тәүге хистәрҙе ғүмерлек һөйөү итеп...


Ташлы ауылының тағы бер абруйлы, өлгөлө ғаиләһе – Гөлсәсәк менән Урал Хәйруллиндар. Улар – бөтә ғүмерен йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреүгә арнаған хөрмәт­ле уҡытыусылар, мәғариф ветерандары. Хәйруллиндарҙың ғаилә ҡороуына 8 майҙа 50 йыл тулған.
Тормоштарының алтын туйын билдәләгән Гөлсәсәк апай менән Урал ағай – күршеләр, улай ғына түгел, үҫмер саҡтан бер-береһен оҡшатып, ошо хистәрҙе ҡәҙерләп һаҡлап, ысын мөхәббәткә әйлән­дергән, тәүге тойғоларҙы ғүмерлек һөйөү итә алған матур пар.
– Урал тәүге тапҡыр хат яҙғанда алтынсы класта уҡый инем. Бер дуҫ ҡыҙ арабыҙҙа хат ташыусы бул­ды. Шулай итеп оҡшатыуын бел­дерҙе. Һәр ваҡыт бөхтә кейен­гән, яҡшы уҡыған, бар яҡтан да әү­ҙем егет миңә лә оҡшай ине. Дуҫлығыбыҙ шулай мәктәп йылдарында уҡ башланды. Уралды армияға оҙатып, көтөп алдым. Ул әрме сафынан ҡайтҡанда, мин Салауат педагогия училищеһын тамамлап, эш башлаған инем. Гөрләтеп туй үткәреп, ғаилә тормошон башлап ебәрҙек, – тип матур иҫтәлектәре менән уртаҡлашты Гөлсәсәк апай.
– Тормошта тәүге һөйөү хистә­рен һәр кем кисерәлер, ә бына беренсе мөхәббәте менән ҡауышҡан, бер-береһенә тоғролоҡ һаҡлап, ғүмер юлын бергә үтә алғандар һирәктер. Беҙ – ана шундай һирәк бәхетлеләрҙең береһе. Олоғая килә ошолар хаҡында йышыраҡ уйлана башланым әле, – тип әңгәмәне ялғаны йор һүҙле Урал ағай.
Хәйруллиндар икәүләшеп ситтән тороп Башҡорт дәүләт универси­тетының башҡорт филологияһы фа­культетын тамамлай. Урал Ғиниәтулла улына заманында мәктәп директоры йөгөн тартырға тура килә, ә Гөлсәсәк Тимур ҡыҙы 21 йыл дауамында уҡытыу эштәре буйынса мөдир була. 1996 йылда башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса “Йыл уҡытыусыһы” республика конкурсында ҡатнашып, финалсы булыу бәхетенә лә өлгәшә ул.
– Бәхет эҙләп ситкә китмәнек, уны тыуған еребеҙҙә таптыҡ. Ауылыбыҙҙың мәктәбендә йөҙөп йөрөп эшләнек, балаларға белем һәм тәрбиә бирҙек, йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәнек, – ти Хәйруллиндар.
Ауылдаштары, элекке уҡыусы­лары уларға Башҡортостандың халыҡ мәғарифы отличнигы, хеҙмәт ветерандары булараҡ бөгөн дә оло хөрмәт күрһәтә. Гөлсәсәк апай менән Урал ағайҙың татыу ғаилә­һендә өс бала – Илмар, Алик һәм Айһылыу үҫкән. Бөгөн улар һәр ҡайһыһы үҙ ғаиләһе менән матур итеп донъя көтә, балалар үҫтерә. Илмар Башҡортостан дәүләт ауыл хужалығы институтын тамамлап, Өфөлә төпләнгән, бөгөн улар хәләл ефете менән үҙҙәре олатай-өләсәй булыу бәхетен кисерә. Алик – Бәләбәйҙә, Айһылыу район үҙәге Раевка ауылында йәшәй.
Ял һәм байрам көндәрендә, йәйге каникулда Хәйруллиндарҙың йорто һәм ихатаһы ейән-ейән­сәрҙәренең шат тауышына күмелә. 2020 йылда тәүге бүләсәрҙәре Йәмиләне һөйөү бәхетенә ирешкән улар. “Бөтә донъя өсөн үткән йыл ҡатмарлы ғына булһа ла, беҙҙең ғаиләгә ул уңыш килтерҙе. Урал ағайығыҙ 70 йәшен билдәләне, татыу ғаиләбеҙ тағы ике ейән – Илдан менән Арыҫ­лан һәм бүләсәребеҙ Йәмилә менән тулыланды”, – тип шатлыҡлы яңылыҡтарын уртаҡ­лашты Хәйруллиндар.
Урал Ғиниәтулла улы менән Гөлсәсәк Тимур ҡыҙынан да ғаи­ләнең бәхет серен һораныҡ. “Тормош булғас, һауыт-һаба шылты­раған саҡтар ҙа, үпкәләшкән мә­дәр ҙә булып ала, шул саҡтарҙы нисек яйлайһығыҙ?” тигән һорауы­быҙға ғаилә башлығы шаярыу ҡатыш яуап бирҙе: “Гөлсәсәк апайығыҙ менән һүҙгә килешеп, әрләшеп булмай ул. Ул бер ҡасан да ҡаршы һүҙ әйтмәй, берәй нимә оҡшамаһа, өндәшмәй ҙә ҡуя. Ғөмүмән, ошо 50 йыл эсендә тауыш сығарып, һүҙгә килешеп ултырға­ныбыҙҙы хәтерләмәйем”. Уның яуабын хәләл ефете лә тулылан­дыр­ҙы: “Бер мәл алыҫыраҡ туғаны­быҙ­ҙың ҡыҙы ҡунаҡҡа килеп, йәй­геһен беҙҙә булды. Ҡайтҡас: “Әсәй, улар бер тапҡыр ҙа ирешмәне”, – тип аптырап һөйләгән”.
Хәйруллиндарҙың үҙ-ара мөнә­сәбәтендә ғәжәйеп бер йылылыҡ, бер-берең тураһында хәстәрлек күреү, яҡлау һәм ҡәҙер итеү ярылып ята. Тәүге саф хистәрен сайпылтмайынса һаҡлап, ғүмерлек һөйөү итеп йәшәй алған һоҡланғыс пар улар.
Бына шундай матур ғаиләләр менән таныштыҡ беҙ Әлшәй тарафтарында. Ауыл биләмәһе хакимиәте, урындағы мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре уларҙы күркәм ғүмер байрамдары менән ҡотларға йыйыныуы хаҡында әйтеп, бөгөн ауылдарҙы тап ошо Биктимеровтар, Хәйруллиндар ише өлгөлө, татыу ололар тотоп тороуын билдәләне һәм уларға алмаш булырлыҡ йәш ғаиләләрҙең күберәк булыуын теләне.

Читайте нас