Йәмғиәт
14 Май 2021, 06:37

Ҡулынан эш төшмәй

Иглин районының Боланторған ауылында йәшәгән хеҙмәт ветераны Рәйсә Дергамова 85 йәшендә лә әүҙем тормош алып бара. Ул бер минут та эшһеҙ ултыра белмәй. Ҡул оҫтаһы тигән даны таралған ханым балаларына, ейәндәренә һәм туғандарына ойоҡ-бейәләй бәйләй, картиналар сигеп, таныштарына бүләк итә.

Иглин районының Боланторған ауылында йәшәгән хеҙмәт ветераны Рәйсә Дергамова 85 йәшендә лә әүҙем тормош алып бара. Ул бер минут та эшһеҙ ултыра белмәй. Ҡул оҫтаһы тигән даны таралған ханым балаларына, ейәндәренә һәм туғандарына ойоҡ-бейәләй бәйләй, картиналар сигеп, таныштарына бүләк итә.


Ул күп балалы ғаиләлә үҫкән. Атаһы Ғөбәй Кәлимулла улы – ябай ауыл кешеһе, Урман ауылында хәрби базала эшләгән, әсәһе Мәфтуха Мөхәмәтғәле ҡыҙы колхозда һауынсы булған. Ул саҡта “Волга” колхозы ҙур һәм бай хужалыҡтарҙан иҫәпләнә. 13 балалы ғаиләлә Рәйсә Ғөбәй ҡыҙы, дүртенсе сабый булараҡ, 1936 йылда донъяға килгән.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда ҡыҙға биш йәш кенә булған, әммә ул да бала сағын эшләп, аслыҡ һәм һыуыҡты иңендә татып үҫкән. Атаһын һуғышҡа оҙатҡанды ла яҡшы хәтерләй. Күп балалы ғаилә ауыр, фәҡир тормошта йәшәгән. Ул йылдарҙа әсәләренә яңғыҙына балаларҙы аяҡҡа баҫтырыу еңелдән булмай.
– Бәләкәйҙән әсәйемә фермала ярҙам итә башланым, өлкән ағайым Ильяс каникул мәлендә майҙан алып октябргәсә баҫыуҙа эшләне. Үҙебеҙҙең ҡурала ла, фермала ла мал ҡараныҡ, һарай таҙарттыҡ. Аслы-туҡлы, кейемһеҙ һәм яланаяҡ тигәндәй, “таяҡ өсөн” эшләнек. Баҫыуҙан ҡаҙып алынған туңған картуфты, ҡуҙғалаҡты, болан мүген ашаныҡ, кесерткәндән аш бешерҙек. Аслыҡта үткән бала саҡты онотоу мөмкин түгел. Йәйен дә, ҡышын да бер көн дә ял итмәй торғайныҡ. Ауылдағы ир-аттың бөтә эше үҫмерҙәр иңенә ятты. Бик ауыр булды, – тип иҫләй ул йылдарҙы хеҙмәт ветераны.
Бер йылдан һуң атайҙары һуғыштан яраланып ҡайта, колхозда ат ҡараусы булып эшләй башлай. Ул ваҡытта ауылда дүрт йыллыҡ мәктәп була, Рәйсә Ғөбәй ҡыҙы уны тамамлағандан һуң, тағы ла өс йыл Таутөмән ауылында белем ала, ҡуртымдағы торлаҡта йәшәй. Ял көндәрендә ҡыҙ тимер юлда эшләй, ҡар таҙарта. Аҡсаһының бер өлөшөн ата-әсәһенә ебәреп тора, ә ҡалғаны торлаҡ хаҡын ҡаплатыуға китә.
Һуғыштан һуң илдә эшсе ҡулдар етешмәй, шуға ла ауылдар буйлап йөрөп, Өфөгә эшкә саҡыралар. Рәйсә Ғөбәй ҡыҙы күп уйлап тормай – төҙөлөшкө ер ҡаҙыусы булып китә. Был хеҙмәт бик ауыр була, шуға ла ул Өфөнөң 4-се йылылыҡ электр станцияһына күсергә уйлай, тик йәшенә бәйле үтә алмай. Төшөнкөлөккә бирелеп, контораның ҡойма буйында туҡтай алмайынса илағанында эргәһенә бер ир килеп, ни өсөн йәш түгеүе, ҡайҙан һәм фамилияһы нисек булыуы тураһында ҡыҙыҡһына. Ҡыҙ нисек бар, шулай һөйләп бирә. Был кеше Рәйсә Ғөбәй ҡыҙының атаһының полкташы һәм дуҫы булып сыға. Ул Ғөбәй Кәлимулла улының иҫән-һау булыуын белеп бик ҡыуана. Ҡыҙға заводҡа урынлашырға ярҙам итә, бының өсөн уға бер йәш өҫтәп яҙырға тура килә. Бала саҡтан эшләп үҫкән ҡыҙ һынатмай, бурысын намыҫлы башҡара, бер юлы штукатурсы-маляр һөнәренә уҡырға инә. Ятаҡта йәшәй, унда буласаҡ хәләл ефете Хәнәфи Әсхәт улын осрата. Йәштәр матур итеп туй үткәрә.
Рәйсә Ғөбәй ҡыҙы үҙе лә һиҙмәҫтән төҙөлөш эшенә ылығып китә. Тәүҙә бригадала эшләй, төҙөүсе һөнәренең серҙәренә ныҡлап төшөнә, бишенсе разряд ала. Һуңынан үҙен штукатурсылар бригадиры итеп тәғәйенләйҙәр. Ул саҡта ла ирҙәр менән бер рәттән төрлө эште сифатлы һәм ваҡытында башҡарыуға өлгәшә.
Шулай итеп, Рәйсә Ғөбәй ҡыҙы 43 йыл ғүмерен төҙөлөшкә бағышлай. “Биш йыллыҡ алдынғыһы”, “Социалистик хеҙмәт геройы” билдәләре, “Маҡтаулы хеҙмәт өсөн” миҙалы менән бүләкләнә.
Хаҡлы ялға сыҡҡас, тормош иптәше менән тыуған ауылына күсеп ҡайталар, йорт төҙөйҙәр, хужалыҡ тоталар. Тик тормош улар уйлағанса ғына бармай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Хәнәфи Әсхәт улы 70 йәшендә вафат була. Хужабикә ауыр ҡайғыһын эш менән баҫа.

Әле лә төп ваҡытын ҡул эшенә һәм ижадҡа бағышлап үткәрә ул.


Иглин районы.
Читайте нас