Йәмғиәт
14 Май 2021, 09:56

Ятаҡтағы тормош – үҙе бер ғүмер

Студент тормошо – ул иң күңелле, онотолмаҫлыҡ хәтирәләргә бай осорҙарҙың береһе. Һәр студент был миҙгелде үҙенсә үткәрә, әммә ятаҡта бергәләп, бөтөнләй яңы, үҙаллы тормош ҡороп йәшәү үҙе ҡыҙыҡлы.

Студент тормошо – ул иң күңелле, онотолмаҫлыҡ хәтирәләргә бай осорҙарҙың береһе. Һәр студент был миҙгелде үҙенсә үткәрә, әммә ятаҡта бергәләп, бөтөнләй яңы, үҙаллы тормош ҡороп йәшәү үҙе ҡыҙыҡлы.


Минең дә Башҡорт дәүләт университетының 1-се ята­ғында студент тормошом баш­ланып китте. Ундағы көнкүреш – айырым бер донъя. Танышыуҙар, яңы дуҫ­тар, бергәләп сессия­ларға, имтихандарға әҙер­ләнеүҙәр...
Бер бүлмәлә дүрт-биш йыл йәшәү осоронда дуҫҡа, әхирәткә генә түгел, иң яҡын туғандарға әйләнәһең, сөнки бер ҡаҙандан ашайһың, кү­ңел серҙәреңде һөйләйһең, бар шатлыҡтарҙы, пробле­маларҙы уртаҡлашаһың. Башҡортостандың төрлө төбәктәренән генә түгел, хатта сит илдән килгән, йәшәү рәүештәре бөтөнләй беҙҙең халыҡтан айырылған студенттар менән дә уртаҡ тел табып, тормош көтәһең.
Беҙҙең ятаҡта барыһы 400-ҙән ашыу студент йәшәй, бүлмәләрҙә – дүрт йә биш кеше. “Студенттарҙың кеҫәһе таҡыр” тигән ышаныу йәшәп килһә лә, бында бөтөнләй икенсе күренеш күҙәтелә. Һәр бүлмәлә яңы йыһаз, һыуытҡыс, компьютер – барыһы ла бар. Һәр ҡатта – аш-һыу, йыуыныу бүл­мәләре, беренсе ҡатта – уҡыу бүлмәһе һәм душ.
Студенттарҙың көн тәрти­бе ҡағиҙәләре билдәләнгән, тәртипте һаҡлаған студент кә­ңәшмәһе (студсовет) эш­ләй. Улар бөтә һорауҙарға яуап-кәңәш бирә. Шулай уҡ ятаҡтың эш режимы иртәнге сәғәт 6-нан киске 11-гә тиклем булыуы ла ыңғай күренеш.
Бөтөнләй ят кешеләр ме­нән йәшәй башлау, әлбиттә, еңелдән түгел, һәр кешенең үҙ ҡарашы, холҡо, тәрбиәһе, шуға күрә сабырлыҡ, түҙем­лек кеүек сифаттар, бер-бе­реңде ихтирам итеү мөһим, сөнки кемдер иртә йоҡларға ятһа, кемдер, киреһенсә, төн еткәс, дәрес эшләй башлай. Бер-береңә яраҡлашып, көн, дежур тәртибен кәңәшләшеп төҙөп, уртаҡ фекергә килергә тура килә. Әлбиттә, ҡайһы саҡта тыныслыҡ етмәй, әммә ундай тормош ритмына тиҙ өйрәнәһең.
Шулай ҙа ниндәй генә ауырлыҡтар осрамаһын, ятаҡтағы тормош кешелә ғүмерлек яҡты хәтирәләр ҡалдыра. Иғтибар итһәгеҙ, интернет селтәрҙәре, радио һәм телевидение аша күпсе­лек сәләмдәр студент ва­ҡытта бергә йәшәгән иптәш­тәргә ебәрелә. Был нимә тураһында һөйләй? Ятаҡта бергә йәшәгән һабаҡташтар иң яҡын кешеләрҙең бере­һенә әүерелә, улар хаҡын­дағы йылы хәтирәләр кү­ңел­дән бер ҡасан да юйылмай.

Читайте нас