15 майҙа Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Бөйөк Ватан һуғышының башланыуына 80 йыл тулыуға арналған “Хәтер баҡсаһы” акцияһында ҡатнашты.
Бөгөн был акция Шишмә районында үткәрелде һәм уның барышында 12 мең үҫенте ултыртылды.
Андрей Назаровтың билдәләүенсә, был сараның ике төп маҡсаты бар – республикабыҙҙың экологияһын яҡшыртыу һәм Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған яугирҙәрҙе хәтергә алыу.
– Был мөһим сарала ҡатнашыу беҙгә экологияны яҡшыртыуға өлөш индереү һәм кешеләр тормошон уңайлыраҡ итергә өлөш индереү мөмкинлеген бирә. Тағы, мөһим маҡсат – Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ата-бабаларыбыҙҙы, яугирҙәрҙе, атайҙарыбыҙҙы, олатайҙарыбыҙҙы хәтергә алыу, - тине ул һәм бер нисә тапҡыр ағас ултыртыуҙың бер тапҡыр үткәрелә торған түгел, системалы сара икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Акцияла барлығы 116 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Улар урманда һәм республикалағы йәмәғәтселек биләмәләрендә, ихаталарҙа 960 меңдән ашыу үҫенте ултыртты.
Быйыл яҙ барлығы 4,5 меңдән ашыу гектар майҙанда 18 миллион тирәһе үҫенте ултыртылды. Ғәҙәттәгесә республика Волга буйы федераль округында ултыртылған урмандар майҙаны буйынса алдынғы урындарҙың береһен биләй. 2020 йыл һөҙөмтәләре буйынса республикала 15 мең гектар майҙанда яңы үҫентеләр ултыртылған. Был ҡырҡылған ағасҡа ҡарата 1,3 мең гектарға күберәк.