15 майҙа Баймаҡта республика етәксеһе Радий Хәбиров Фирҙәүис Хәлимовтың фермер хужалығындағы ит продукцияһын эшкәртеү цехында булды. Ул 2019 йылдан эшләй һәм башҡорт тоҡомло аттарҙы үрсетеүгә махсуслашҡан. Хужалыҡта 300-ҙән ашыу ат бар. Һөт эшкәртеү цехында ай һайын 3,5 мең литр ҡымыҙ етештерелә.
2020 йылда Башҡортостан Башлығы фермерға Ауыл хужалығы министрлығы эшләгән яңы республика программаһында ҡатнашырға тәҡдим иткәйне. Ул ит һуйыу цехтарының сеймалды эшкәртеү өсөн ҡоролмалар алыу өсөн сығымдарын яртылай тиерлек субсидиялауҙы күҙаллай.
Быйыл апрелдә хужалыҡта цех төҙөүҙе тамамланылар, беренсе ит продукцияһын етештерҙеләр һәм уға “Хәләл” сертификатын алдылар.
“Был – Фирҙәүес Ғариф улы Хәлимовтың фермер хужалығындағы яңы цехта әҙерләнгән хәләл продукция. Уға сертификат бар. Былтыр был идея ғына ине, хәҙер тулы етештереү, - тип яҙҙы Радий Фәрит улы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Радий Хәбиров Башҡортостанда эшкәртеү сәнәғәтенә ярҙам итеү программаһының әҙерләнеүе хаҡында белдерҙе. Ул ошондай етештереүгә төрлө өҫтәмә көйләү сараларын ала.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Халыҡ-ара ғаилә көнөнә арналған сарала ҡатнашты. Был сара ҡалалағы Еңеү паркында үткәрелде. Республика етәксеһе районда йәшәгәндәрҙе мөһим байрам менән ҡотланы.
– Һаумыһығыҙ, баймаҡтар! Һеҙҙе Ғаилә көнө менән ихлас тәбрик итәм. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, тыныслыҡ, ғаилә именлеге теләйем. Бөгөн Баймаҡ әүҙем үҫешә. Ҡала тағы матурыраҡ булһын өсөн пландарыбыҙ күп, - тине Радий Фәрит улы.
Республика Башлығы бергәләп ярты быуаттан ашыу никахта ғүмер иткән юбилярҙар Әлфиә менән Рамаҙан Солтангәрәевтарға, Гөлгөнә менән Рәмил Тотмановтарға, Мөхтәрәмә менән Фәрит Абдрахмановтарға иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Награда алғандар араһында 11 бала тәрбиәләгән Зөлфиә менән Вәкил Боҫҡоновтар ғаиләһе лә бар ине.
Радий Хәбиров шулай уҡ Баймаҡ районының Байыш ауылында тыуып үҫкән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны 95 йәшлек Ғәйзулла Мөхәмәт улы Әблүзинде лә ҡотланы. Ул Көнбайыш Украинаны, Польшаны азат итеүҙә ҡатнашҡан. Һуғыштан һуң тыуған йортона ҡайтҡан, ауыл хужалығында эшләгән. Ҡатыны Хәмиҙә Фәйзулла ҡыҙы менән 57 йыл бергә ғүмер иткәндәр, ете баланы тәрбиәләп аяҡҡа баҫтырғандар. Хәҙер уның 14 ейәне, 14 бүләсәре бар.
Еңеү паркында Башҡортостан Башлығы тотош республикала барған “Йәшел Башҡортостан” акцияһы сиктәрендә ағас ултыртыуҙа ҡатнашты.
Баймаҡта “Үҙгәрештәр еле” йәмәғәтселек киңлектәре системаһын модернизациялау проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ҡала майҙанын үҙгәртеп ҡороуға тотонғандар. 15 майҙағы эш сәфәрендә республика Башлығы биләмәләрҙе төҙөкләндереү менән танышты. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр “Үҙгәрештәр еле” IV Бөтә Рәсәй бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи биләмәләрҙә уңайлы ҡала мөхитен булдырыу конкурсында иң яҡшы проекттар иҫәбенә ингәйне. Уны тормошҡа ашырыу өсөн 50 миллион һум күләмендә федераль грант бүленгән. Ул 2021-2022 йылдарҙа Баймаҡ үҙәген, Салауат Юлаев исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркын берләштереп, үҙгәртеп ҡороуҙы күҙ уңында тота. Улар уңайлы йәйәүлеләр өсөн зона менән берләштерәсәктәр. Бында шулай уҡ күргәҙмә павильондары, милли орнаменттар файҙаланылған архитектура формалары барлыҡҡа киләсәк.
Майҙанда демонтажлау эштәре, инженер селтәрҙәрен алыу эштәре башланған. Модернизациялауҙы быйыл ноябрҙә тамамламаҡсылар. Был маҡсатта барлығы 76 миллион һум аҡса тотоноласаҡ.
– Проект исеме матур – “Үҙгәрештәр еле”. Бында эштәр тамамланғас, майҙандың нисек үҙгәргәнлеген мотлаҡ килербеҙ һәм ҡарарбыҙ. Туҡталҡаларҙы алып, йәйәүлеләр өсөн киңлектәр булдырыуҙары оҡшай. Бында федераль аҡса йәлеп ителде. Һәм һеҙ был эште атҡарып сыға алмаһағыҙ, бышҡа райондар конкурс гранттарһыҙ ҡаласаҡ.
Республика Башлығына “Смарт Баймаҡ” үҙәген ойоштороу проекты менән таныштырҙылар. Ул үҙенә дүрт өҫтәмә белем биреү ойошмаһын аласаҡ һәм һигеҙ мең бала шөғөлләнә аласаҡ.
“Башҡорт ихаталары” программаһы сиктәрендә Әлибаев урамындағы дүрт йорт биләмәһен төҙөкләндерәләр. Радий Хәбиров ихатаны төҙөкләндереү эшен йәй эсендә тамамларға кәрәклеген әйтте.
Быйыл Баймаҡта 28 подъезды ремонтларға, өс ихата биләмәһен төҙөкләндерергә планлаштырғандар.