17 майҙа республиканың Гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды коммерцияға ҡарамаған ойошмалар араһында Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттарына конкурсҡа ғаризаларҙы ҡабул итә башлай.
Республиканың гражданлыҡ институттары үҫешендә ҡатнашҡан һәм социаль тәғәйенләнешле проекттарҙы тормошҡа ашырған коммерцияға ҡарамаған ойошмалар туғыҙ йүнәлеш буйынса конкурсҡа заявкалар бирә ала.
*социаль хеҙмәтләндереү, айырым категория граждандарҙы яҡлау;
*ғаиләгә, әсәлеккә, атайлыҡҡа һәм балалыҡҡа ярҙам итеү,
*граждандар хоҡуҡтарын яҡлау, гражданлыҡ йәмғиәте институттарына ярҙам итеү;
*сәләмәтлекте һаҡлау, сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалау, физик культура һәм спорт;
*тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, йәшәүҙең уңайлы мөхитен булдырыу, хайуандарҙы яҡлау, милләт-ара, религия-ара килешеүҙе булдырыу;
*мәҙәниәт, сәнғәт, тарихи хәтерҙе һаҡлау.
Конкурстың бюджеты – 164850668 һум. Ғаризалар электрон төрҙә grant.bashkortostan.ru сайтында 15 июнгә тиклем тапшырырға кәрәк.
Белешмәләр өсөн телефон: 8-903-311-69-37 (проекттарҙы тормошҡа ашырыу һәм булышлыҡ итеү бүлеге), 8-967-453-92-72 (финанс-ойоштороу бүлеге).