Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Май 2021, 19:00

Ҡыҙ ҡаянан осҡан

Белоретта 12 йәшлек үҫмер ҡаянан ҡолай.

Белоретта 12 йәшлек ҡыҙ өс метр бейеклегендәге ҡаянан ҡолай. Был хаҡта республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында хәбәр итәләр. Бәлә кисә ҡала пляжы янындағы урында була.
Хәбәрҙе алғас та, ваҡиға урынына авария-ҡотҡарыу хеҙмәте ҡотҡарыусылары йүнәлә. Улар баланың йәрәхәтләнгән аяғына шин һала һәм үҫмерҙе носилкала "Ашығыс ярҙам"машинаһына тиклем илтә.
Ведомствола йәйге осорҙа ошондай бәлә-ҡазаны иҫкәртеү маҡсатында ата-әсәләргә айырыуса иғтибарлы булырға, балаларға хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында ҡабатлап торорға тәҡдим итәләр.
Фото: ok.ru
Читайте нас: