Башҡортостан
+21 °С
Болотло
VK
РУС
Telegram
Дзен
МАКС
Йәмғиәт
17 Май 2021, 05:45
Эштең икенсе этабы башланды
Проектты йыл аҙағына тиклем тулыһынса тормошҡа ашырырға ниәтләйҙәр.
Нуриман районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Яңы Күл ауылында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы, мәҙәни-ял үҙәге биләмәһен төҙөкләндереүҙең икенсе этабы башланды. Төҙөүселәр балалар уйын комплексын ҡора башланы.
2020 йылда, тәүге этапта, биләмәне кәртәләнеләр, хоккей майҙансығын яһанылар, эскәмйә, сүп-сар һауыттары, яҡтыртҡыстар, баскетбол ҡулсаһы, бәләкәй футбол һәм гандбол өсөн ҡапҡа, видеокуҙәтеү камералары һәм спорт ҡорамалдары ҡуйҙылар. Был проектты йыл аҙағына тиклем тулыһынса тормошҡа ашырырға ниәтләйҙәр.
Әйткәндәй, йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндереүгә Нуриман районындағы һәр кеше үҙ өлөшөн индерә ала. Бының өсөн
2.gorodsreda.ru
порталындағы “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программаһының тауыш биреүендә ҡатнашырға кәрәк. Ул 30 майға тиклем дауам итә.
Муниципалитет халҡы Ҡыҙылъяр ауылындағы Мәҙәниәт һәм ял паркы дизайн-проекттарының береһен һайлай ала. Уны төҙөкләндереү киләһе йыл башлана.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты
#нацпроекты
#региональныепроекты
#регпроекты
#нацпроектыБашкортостан
Фото: nuriman.bashkortostan.ru/presscenter/news/367479/
Сығанаҡ:
СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"