Йәмғиәт
17 Май 2021, 15:30

Гранттар конкурсы дауам итә

Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды генераль директоры Люция Юлыева ниҙәр хаҡында белдерҙе?

Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды генераль директоры Люция Юлыева республикала грант сәйәсәтен дәүләт көйләүе тураһында һөйләне.
"Республикала коммерцияға ҡарамаған ойошмалар секторы үҫә. Әгәр 2013 йылда ярҙам күләме 84,2 миллион һум булһа, 2020 йылда 456,85 миллион һум тәшкил итте. Был осор эсендә бюджеттан коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға ярҙам итеү өсөн 1937,46 миллион һум аҡса йүнәлтелде", – тине ул.
2019 йылда республикала Башҡортостан Башлығы указы менән Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды барлыҡҡа килә. Былтыр иһә коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға гранттар һәм субсидиялар биреүҙең берҙәм тәртибе булдырылды. Шулай итеп, республикала берҙәм гранттар операторы ойошторолдо. Фонд конкурс процедураларын үткәрә, еңеүсе ойошмалар менән килешеүҙәр төҙөй, еңеүсе проекттарҙы контролдә тота. Махсус рәүештә “Гранты РБ” тип аталған портал булдырылған. Унда бар нәмә асыҡ күренеп тора һәм һәр кемгә аңлашыла.
Былтыр фонд өс гранттар конкурсы үткәрҙе. Улар - граждандар йәмғиәтен үҫтереүгә Башлыҡ гранты (бюджеты 50 миллион һум), республиканың дәүләт телдәре һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереүгә Башлыҡ гранты (бюджеты 50 миллион һум), социаль әһәмиәтле проекттарға субсидиялар (бюджеты - 40 миллион һум). Шулай итеп, йыллыҡ бюджет 140 миллион һум тәшкил иткән.
Быйыл иһә конкурстар бюджеты 30 миллион һумға арттырылды, ике конкурсҡа 170 миллион һум тәшкил иткән. Улар республиканың дәүләт телдәре һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереүгә Башлыҡ гранты (бюджеты 80 миллион һум), граждандар йәмғиәтен үҫтереү һәм социаль әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырыуға Башлыҡ гранты (бюджеты 90 миллион һум + федераль финанслау ҡаралған).
Люция Юлтыева белдереүенсә, 2020-2021 йылдарҙа гранттар конкурсында 54 муниципаль райондан коммерцияға ҡарамаған ойошмалар ҡатнашты. Иң әүҙем ҡатнашыусылар – Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Сибай, Күмертау, Нефтекама, Бөрө, Ишембай, Благовещен ҡалалары, Стәрлетамаҡ, Ғафури, Өфө райондарынан. Бөтөнләй ғариза бирмәгәндәр ҙә бар. Улар - Ауырғазы, Балтас, Балаҡатай, Дыуан, Йәрмәкәй, Ейәнсура, Йылайыр, Федоровка, Саҡмағош райондары.
"Бөгөн Фонд граждандар йәмғиәтен үҫтереү һәм социаль әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырыуға Башлыҡ грантына ғаризалар ҡабул итә башланы, ул 15 июнгә тиклем дауам итәсәк. Еңеүселәр 16 авгусҡа тиклем иғлан ителәсәк", – тине Люция Юлыева.
Фото: "Башинформ".
Читайте нас