Мәғлүм булыуынса, 2 апрелдән республикала Өфө – Стәрлетамаҡ – Салауат – Мәләүез – Күмертау маршруты буйынса “Орлан” ҡала яны поезы йөрөй башланы. Ул халыҡ өсөн ҙур уңайлыҡтар тыуҙырҙы. Мәләүездән хеҙмәт ветераны Тимер Ниәтшин “Башҡортостан” гәзите редакцияһына килеп, “Орлан” поезы тураһында фекере менән уртаҡлашты.
“Бөгөн Өфөгә “Орлан”да килдем. Ул таңғы сәғәт 4-тә Күмертауҙан Өфөгә юлланды. Юлға бары 3 сәғәт 50 минут китте. Шул тиклем уңайлы: вагон йылы, яҡты, һелкетмәй. Билетты кассала ла, өлгөмәһәң, поездың үҙендә лә алырға мөмкин. Мин Мәләүездән ултырҙым. Пенсионер булғас, 50 процент ташлама менән юл хаҡы 256 һумға төштө, ә такси менән барһаң, 700 һум алалар. Етмәһә, таксиға ултыраһың да ҡурҡаһың, “имен-һау барып етһәң ине" тип.
Элек тә Күмертауҙан Өфөгә поезд йөрөнө. Ул Күмертауҙан таңғы сәғәт 6-ла ҡуҙғала һәм юлға туғыҙ сәғәт китә торғайны. Вагондар ҙа һыуыҡ, ҡараңғы булды, шаҡ та шоҡ йөрөнө. Оҙатыусылар күмер менән йылыта ине. Аҙаҡ ул туҡтап ҡалды.
“Орлан”да бөгөн халыҡ күп килде. Йәштәр ҙә байтаҡ. Әйткәндәй, студенттарға студент билеты менән ярты хаҡҡа йөрөргә мөмкин. Халыҡҡа уңайлыҡ тыуҙырғандары өсөн республика етәкселегенә рәхмәт. Ысынлап та, “Орлан”да йөрөү күңелле!” – тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты Тимер ағай.
РА-З “Орлан” инновациялы дизель ҡала-яны поезы – рельслы автобус. Тиҙ йөрөшлө ҡала яны поезын сафҡа индереү эше 2020 йылдан уҡ алып барыла. Уны планлаштырған ваҡытҡа тиклем ебәреүгә өлгәшәләр. “Орлан” бары дүрт станцияла туҡтай: Дим, Стәрлетамаҡ, Салауат һәм Мәләүез.
Республика Башлығы Радий Хәбиров үҙе поезд менән яҡындан танышты – тәүге пассажиры булды. Башҡортостан етәксеһе белдереүенсә, ошондай уңайлы ҡала-яны поездары маршруты башҡа йүнәлештәрҙә лә үҫтереләсәк.