Йәмғиәт
17 Май 2021, 11:30

Юл ремонты дауам итә

Республика юл хужалығы идаралығының Һынау үҙәге бөгөнгә ҡарата 10 төр материалды һынап ҡараған. Уларҙың дүртәүһе техник талаптарға яуап бирмәгән.

Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә һуңғы айҙа аҙна һайын тиерлек юл ремонты мәсьәләһе ентекле тикшерелә башланы. Башҡаса булыуы мөмкин дә түгел, был тема халыҡты бик борсой.
Республиканың юл хужалығы һәм транспорт министры вазифаһын башҡарыусы Виктор Жульков белдереүенсә, быйылғы миҙгелдә төбәк һәм муниципаль әһәмиәттәге юлдарға тамға һыҙыу өсөн республика бюджетынан 317 миллион һум аҡса бүленгән. 2022 йылда иһә 329 миллион һум аҡса тотоноу планлаштырылған.
Республика юл хужалығы идаралығының Һынау үҙәге бөгөнгә ҡарата 10 төр материалды һынап ҡараған. Уларҙың дүртәүһе техник талаптарға яуап бирмәгән. ГОСТ-тың бар талаптарына ла термопластиктың бер төрө генә тура килгән. Термопластик һалып булмаған урындарға тамға буяу менән һыҙыласаҡ.
Башҡортостанда автомобиль юлдарында соҡорҙарҙы ремонтлау дауам итә. 16 майға ҡарата 55149 етешһеҙлек юҡҡа сығарылған. Был - һанлаштырылған соҡорҙарҙың 60 проценты. Дөйөм алғанда, 19781 километр автомобиль юлының 13 мең километры тикшерелгән һәм 92293 етешһеҙлек табылған. Өфө, Октябрьский, Стәрлетамаҡ, Архангел, Ауырғазы, Бәләбәй, Дыуан, Ейәнсура, Иглин, Ҡариҙел, Краснокама, Мәләүез, Нуриман һәм Стәрлебаш райондарында юлдар тулыһынса тикшерелгән.
Артта ҡалған райондар – Баймаҡ, Йылайыр, Ҡалтасы, Мәсетле, Саҡмағош һәм Шишмә райондары, уларҙа юлдарҙың ни бары 10 процентын тикшергәндәр.
Ремонт эштәре 15 июнгә тиклем тамамланырға тейеш.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте.
Читайте нас