Ҡаҙ көтөү мәшәҡәтле булһа ла, өйрәк менән бройлерҙарға ҡарағанда, күпкә отошлораҡ. Ҡарап– ҡарауыллап алһаң, үләнгә сығарып ебәрәһең дә, көнөнә иртәле-кисле генә ашатып, көҙ һимертеүгә бикләгәнгә ҡәҙәр иркендә көтәһең. Артынан эйәреп йөрөмәҫ өсөн, ата-инә парын, бик булмаһа, ата ҡаҙ ғына булһа ла алып ҡалырға кәрәк.
Яҙғы себеш алыуға үҙемә план итеп ҡуяйым әле. Үҙебеҙҙең районда себеш үҫтереп биреү фермаһы бар хәҙер. Рәхәт. Элекке кеүек түгел. Хәҙер егерме йылдан ашыу булалыр, Гөлнара күршем менән бәпкәләрен сығарған ҡаҙҙарыбыҙға алып килеп ҡушайыҡ тип, Йәнгелгә бәпкә алырға киттек. Унда кешенең бәпкәләргә торған сираты! Гөлнараның шул фермала эшләгән туғаны аша ғына алдырып, саҡ ҡайтып киттек кискә. Ҡуңғылдаҡ ҡаҙҙар булып үҫеп киттеләр.
Көҙ үҙемдең ике инә, бер ата ҡаҙға ҡушып, тағы икәүҙе алып ҡалдым (йәнәһе лә, береһе ата ҡаҙ инде ). Күршем Фатима апай менән ҡарап тороп алып ҡалдыҡ. Яҙ еткәйне, ата ҡаҙ тигәнем йомортҡа һала башламаһынмы! Ул тауыҡтарҙан баҫтырыу, инкубаторға һалыу – үҙе бер мәшәҡәт. Бәпкәләр күбәйеп китте. Ҡаҙҙар ҙа һәйбәт, сығарып ҡушып торам, ата ҡаҙ бейей-бейей теге бәпәйҙәрҙе ала бит!
Әсәйем “Таңға ҡарай тыуғайның, шуға һиңә ала ҡаҙҙар бирәм”, – тип биргән ҡаҙҙары һәйбәт булды. Әсәйгә лә ошо инкубаторҙан сығартып, ҡаҙҙарың синекмәһен тип, 10 бәпкә алып барып бирҙем. Хәҙер шул тиклем рәхәт. Алып ҡайтаһың да ҡушаһың. Ул өй ҡаҙҙарымдың да заттары бөттө, ҡатнаш булып киттеләр. Быйыл да иҫән-һау бәпкәләр, себештәр үҫтерәйек.
Тағы ла бер серемде өйрәтәйем: себеште ҡушҡас, ҡаҙҙар суҡымаһын өсөн бер нисә сәғәткә йәшниккә әрем үләнен һалып, инкубаторҙың еҫен бөтөрөп алырға кәрәк. Инә ҡаҙҙың аҫтына төнгөлөккә ҡушабыҙ. Бәпкәләрҙе үлән ыуыҙ ваҡытта үҫтереп ҡалырға кәрәк, аҙаҡ үлән дә ҡата, улар ҙа яйыраҡ үҫәләр. Инкубаторҙың үҙенән алған бәпкәләр ышаныслыраҡ. Уларҙы инкубаторҙа бөтә шарттарға ярашлы итеп көтәләр, үлмәйҙәр, ә ҡулдан алынғандары елгә эләкһә, прививкалары эшләтелмәгән булһа, үлгеләйҙәр, сибек булалар.