Рәсәй Президенты Владимир Путин менән хеҙмәт баҙарындағы хәлгә арналған кәңәшмәлә Хеҙмәт министрлығы етәксеһе Антон Котяков “Росстат” мәғлүмәттәрен килтерҙе.
Уларға күҙ һалғанда, Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы методологияһы буйынса мартта эшһеҙлек кимәле 5,4 процент, йәғни 4,1 миллион кешенән кәмерәк, тәшкил иткән. Шул уҡ ваҡытта былтыр августа был күрһәткес 6,4 процент (4,8 миллион кеше) булған.
"17 төбәктә мәшғүллек күрһәткесе пандемияға тиклемге күләмгә еткән. Ә 40 субъектта мәшғүлдәр һаны күҙаллауҙарға ярашлы, хатта унан йылдамыраҡ әүәлге хәленә ҡайта. Был төбәктәрҙең күбеһе федераль ярҙам сараларынан әүҙем файҙалана. Мәҫәлән, Башҡортостан Республикаһы, Ҡырым, Ростов өлкәһе эшкә яллауҙы субсидиялау йәһәтенән иң әүҙем", – тине Рәсәйҙең хеҙмәт министры.
Башҡортостанда ил Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, эшһеҙ кешеләрҙе субсидиялы яллау программаһын тормошҡа ашырыу дауам итә. Быйыл ойошмаларға һәм шәхси эшҡыуарҙарға эш граждандарҙы эшкә урынлаштырыуға бәйле сығымды ҡаплау планлаштырыла. 2021 йылдың 1 ғинуарына халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә теркәлгән эшһеҙҙе штатҡа алған эш биреүселәрҙең барыһына ла субсидия түләнә.
17 майға ҡарата 615 эш биреүсе ошо сарала ҡатнашыу тураһында 1323 ғариза тапшырған, 3711 вакансия тәҡдим иткән. Көн һайын эш биреүселәрҙән уртаса 40 ғариза килә. Программа тормошҡа ашырыла башлағандан алып 317 эш биреүсе 517 кешене субсидиялы яллау программаһы буйынса эш менән тәьмин иткән.
Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=51540
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru