20-21 майҙа “Торатау” Конгресс-холында “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” Бөтә Рәсәй Асыҡ Академияһы үтәсәк.
Мәрхәмәтлелек проекты Башҡортостандың гүзәл заттарын социаль, эшлекле, ижади йәһәттән үҙ-үҙҙәрен табыу юлында берләштереүгә, уларға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән.
Асыҡ Академия тотош Рәсәй күләмендә ойошторола һәм билдәле ҡатын-ҡыҙҙарҙы, эксперттарҙы, спикерҙарҙы туплаясаҡ. Быға этәргес булып йыл һайын үткәрелә килгән Евразия ҡатын-ҡыҙҙар форумы тора.
Сарала ҡатнашыусыларҙы ҡыҙыҡлы программа көтә: лекциялар, “түңәрәк өҫтәл”дәр, оҫталыҡ кластары, воркшоптар, медицина консультациялары һәм экспресс тестар уҙғарыласаҡ.
Ҡунаҡтар араһында Оксана Пушкина, Арина Шарапова, Алена Яковлева, Ольга Баталина, Валентина Пешкова, Нюта Федермессер, Петр Кучеренко, Валентина Паевская, Арпине Саркисян, Регина Доктор, Александр Семин кеүек билдәле шәхестәр көтөлә. Улар тормош тәжрибәһе менән уртаҡлашасаҡ.
Сараның беренсе көнөндә, 20 майҙа, эшлекле программа ҡаралған. Унда төбәктең булдыҡлы, абруйлы ҡатын-ҡыҙҙары сығыш яһаясаҡ, “Ҡатын-ҡыҙ ғалимдар һәм замандың глобаль саҡырыуҙары” темаһына панель дискуссия, эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙар өсөн интерактив майҙансыҡтар, түңәрәк өҫтәлдәр, оҫталыҡ дәрестәре ойоштороласаҡ.
“Күп балалы ғаилә – уңыш! Күп тигәнең күпме?” темаһына дискуссион воркшоп уҙғарыласаҡ, “Бөгөнгө заманда балаларҙың хәүефһеҙлеге” темаһына педагог-психологтар өсөн балалар нейропсихологы, клиник, перинаталь психолог Валентина Паевская лекция уҡыясаҡ. Рәсәйҙең халыҡ артисы Алёна Яковлева студенттар өсөн оҫталыҡ дәресе уҙғарасаҡ. “НитьЯ” ижади союзы иһә сара ҡунаҡтарын үҙенсәлекле спектакль менән шатландырасаҡ.
Икенсе көн программаһы сәләмәтлекте хәстәрләү, үҙ-үҙеңде үҫтереү йүнәлештәре буйынса төҙөлгән. Сарала ҡатнашыусылар өсөн табип-терапевт, нефролог, диетолог Регина Доктор сығыш яһаясаҡ, “Ҡатын-ҡыҙ баланста” темаһын Balancerovka проекты авторы, инстаграмда үҫеш буйынса беренсе мәктәпкә нигеҙ һалыусы Арпине Саркисян асасаҡ. “Сәләмәтлек биләмәһе”, “Сәләмәт бала саҡ биләмәһе” спикерҙары балалар сирҙәре, уларҙың һаулығына бәйле иң көнүҙәк һорауҙарға яуап бирәсәк. Табиптар өлкәндәрҙе һәм балаларҙы ҡабул итәсәк.
Сара хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт менән территорияженскогосчастья.рф сайтында танышырға мөмкин.
Ҡатнашыу бушлай, әммә теркәлеү мотлаҡ!
Проект 2019 йылда старт алған, ошо мәлдән алып Асыҡ Академия эшендә республиканың 14 ҡала һәм районынан 28 меңдән ашыу гүзәл зат ҡатнашҡан.
Пандемия осоронда “Ҡатын-ҡыҙ биләмәһе” форматын ваҡытлыса үҙгәртеп торҙо – Башҡортостан юлдаш телевидениеһында тура эфирҙа өс сәғәт буйынса телемарафон барҙы.
“Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” тормошта үҙ урынын табырға, һәләттәрен үҫтерергә, йәшәйешен үҙгәртергә, хыялдарын тормошҡа ашырырға ниәтләгән гүзәл заттар өсөн булдырылған уникаль проект.
Асыҡ Академия саралары Президент гранттары фонды һәм Башҡортостандың граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.