Йәмғиәт
18 Май 2021, 06:30

Халыҡты нимәләр борсой?

Башҡортостан халҡының власть органдарына мөрәжәғәттәре араһында иң популяр темалар булып...

Башҡортостан халҡының власть органдарына мөрәжәғәттәре араһында иң популяр темалар булып төҙөкләндереү һәм COVID-19 вирусынан вакцинациялау мәсьәләләре ҡала.
Социаль, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, юлдар проблемалары ла көнүҙәк, тип белдерәләр Башҡортостандың Идара итеү үҙәгенән.
Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар, хәүефһеҙлек, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф тармаҡтары мәсьәләләре лә граждандарҙы йыш борсой.
Үткән аҙнала, 10 -16 майҙа, идара белгестәре социаль селтәрҙәге 1495 мөрәжәғәтте эшкәрткән, улар “Инцидент-менеджмент” һәм Кире бәйләнеш платформаһы аша килгән.
Йыл башынан Башҡортостандың Идара итеү үҙәге системаһы аша социаль селтәрҙәге 20 550 мөрәжәғәт үткән.
Фото: rbk.ru
Читайте нас