Өфөлә http://опрос.уфа.рф майҙансығында “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” стелаһын ҡуйыу өсөн яңы урын һайлау буйынса тауыш биреү башлана. Ҡала халҡы тәҡдим ителгән варианттың береһе өсөн 1 июлгә тиклем тауыш бирә ала: - “Мотор эшләүселәр” мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙансыҡта
– М.И. Калинин исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында.
Мәғлүм булыуынса, былтыр баш ҡалабыҙҙа стеланы ҡуйыу урынын һайлау буйынса тауыш биреү үткәрелгәйне. Өфө халҡы уны “Еңеү паркы”на ингән ерҙә күрергә теләне. Ләкин “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” конкурсының федераль ойоштороу комитеты ултырышында архитектур композицияның берҙәм концепцияһы – Новосибирск архитекторҙары макеты раҫланды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яңы концепт был урынға тура килмәй. Шуға күрә Өфө халҡын стела өсөн яңы урын һайлау буйынса тауыш биреүҙә ҡатнашырға саҡыралар.
Фото: ufacity.info/press/news/407464.html
Сығанаҡ: ufacity.info/press/news/407464.html