Йәмғиәт
18 Май 2021, 08:01

Иң шәп әсәй – күркә

Ҡош-ҡорт менән мауығыусылар себеш сығара башланы. Әлбиттә, инкубатор менән мәшәҡәтләнгәнсе, тауыҡ йә өйрәк аҫтына ғына йомортҡа һалып сығарыу уңайлы. Һуңынан әсәләре себештәрен үҙе ҡарай, ҡурсалай.

Ҡош-ҡорт менән мауығыусылар себеш сығара башланы. Әлбиттә, инкубатор менән мәшәҡәтләнгәнсе, тауыҡ йә өйрәк аҫтына ғына йомортҡа һалып сығарыу уңайлы. Һуңынан әсәләре себештәрен үҙе ҡарай, ҡурсалай. Йылытыу, ашатыу тураһында артыҡ хафаланмайһың. Баҡһаң, иң ҡулайлыһы – күркәнән йомортҡа баҫтырып алыу икән. Күркә тауыҡ йомортҡаһын да, өйрәктекен дә, хатта ҡаҙҙыҡын да бик һәйбәт итеп сығара. Йыл әйләнәһенә күркә өс-дүрт тапҡыр йомортҡа баҫып сығара ала.
Ояға ултырған күркәне даими рәүештә ашатып, эсереп алырға кәрәк. Юҡһа, ул хатта урынан ҡымшанмай ҙа ултырып, һәләк булыуы ихтимал.

Тауыҡ аҫтына, ғәҙәттә, 15 – 17 йомортҡа һалалар, күркә 19 – 23 тауыҡ себеше, 11 – 15 ҡаҙ, 17 – 19 күркә себеше сығара ала. Тауыҡ себештәре – 21, өйрәк һәм күркә дүрт аҙна, ҡаҙ себештәре 31 көндән йомортҡанан әрселә башлай. Сыҡҡан себештәрҙе шунда уҡ оянан алып, өйгә индерергә, ашатырға, эсерергә кәрәк. Һуңғы себеш сыҡҡандан һуң ғына уларҙы әсәләренә ҡушалар. Бер тәүлек самаһы ваҡыт үткәс, себештәрҙе тышҡа ла сығарырға мөмкин.
Читайте нас