Баймаҡ районындағы “Ирәндек” музей-ҡурсаулығында боронғо зыяраттар табылған. Уларҙың барлығын археологтар бығаса белмәгән. Был асыш тарихи-мәҙәни биләмәне һанлаштырыу ваҡытында эшләнгән.
Республиканың Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге белгестәре былтыр октябрҙә аэрофотосъемка ярҙамында ҡурсаулыҡ биләмәһен тикшереүҙе башлағайны. Әле тупланған матералдар эшкәртелә. Археологтар өсөн был алым яңы, һәм ошо ысул ярҙамында 60 мең гектар майҙанда мәҙәни мираҫ булып иҫәпләнерлек 459 объект теркәлгән.
“Ирәндек” музей-ҡурсаулығы етәксеһе Рәмил Насретдинов билдәләүенсә, археологик ҡомартҡыларҙың ошондай ҙур күләмдә бер урында тупланыуы – бөтөн Рәсәй масштабында уникаль күренеш. Сағыштырыр өсөн, “Дивногорье” музей-ҡурсаулығында 1100 гектар майҙанда – 7 һәйкәл, Биләр дәүләт тарихи-археологик һәм тәбиғи музей-ҡурсаулығының 2477 гектар майҙанында – 12, ә бөтөн донъяға билдәле “Арҡайым”дың 3761 гектар майҙанында 70 һәйкәл бар. “Ирәндек” иһә Рәсәйҙә майҙаны буйынса ғына түгел, архологик ҡомартҡылар иҫәбе буйынса ла иң ҙуры һанала. Ҡурсаулыҡтың майҙаны – 25 мең гектар. Дистанцион ысул менән асыҡланған ҡомартҡылар иһә ҡурсаулыҡ майҙанынан ситтә лә күпләп табылған.
– Археологик тикшеренеүҙәр ярҙамында, йәғни ҡаҙып ҡарап тикшергәндә яңы ысул менән табылған бөтөн һәйкәлдәрҙең дә исемлеккә индерелмәүе ихтимал, шулай ҙа улар һаны 400-гә етәсәк, тип фаразлайбыҙ. Тәү сиратта был зыяраттар – бейеклеге 2 метр, диаметры 30 метрға еткән ер һәм таш ҡурғандар. Иң ҙур зыяратта яҡынса 20 ҡурған булыуы билдәле. Унда борон халыҡ яҡындарын ерләгән. “Ирәндек”тә табылған объекттар билдәле археологтарҙы ла ҡыҙыҡһындыра, – ти Рәмил Насретдинов.
Әлегә эш дауам итә. Боронғо ата-бабабалар төйәгендә күпме сер йәшеренгәнен әлегә ныҡлы әйтеп булмай. Шулай ҙа ҡыҙыҡлы асыштар буласаҡ әле, ти археологтар.
фото: Республиканың Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге сайтынан алынды.