Йәмғиәт
18 Май 2021, 07:24

Күңелендә йылы хистәр йөрөтә

Өлкән йәштәгеләргә, уларҙың тормошона ҡарап ғүмер буйы һоҡландым, әле лә шулай. Берәйһенең 100 йәшкә етеүен ишетһәм, ныҡ ҡыуанам һәм, әлбиттә, тыныс ҡартлыҡ теләйем, шул уҡ ваҡытта ул кешенең ошо йәшкә ни рәүешле етеүе тураһында уйланам.

Өлкән йәштәгеләргә, уларҙың тормошона ҡарап ғүмер буйы һоҡландым, әле лә шулай. Берәйһенең 100 йәшкә етеүен ишетһәм, ныҡ ҡыуанам һәм, әлбиттә, тыныс ҡартлыҡ теләйем, шул уҡ ваҡытта ул кешенең ошо йәшкә ни рәүешле етеүе тураһында уйланам.


Әйткәндәй, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһағанда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың һаулыҡ, ғүмер итеү тураһында әйткән фекере иҫтә ҡалған.
– Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерлеһе – кешеләр ғүмере һәм һаулығы, шуға күрә 2021 йылды Сәләмәтлек һәм оҙон ғүмерлелек йылы тип иғлан иттек. Бурысыбыҙ – үлем осраҡтарын байтаҡҡа кәметеү. Дөйөм диспансерлаштырыуҙы тергеҙәбеҙ... – тине Радий Фәрит улы.
Башҡортостандың Рәсәйҙә йөҙйәшәрҙәр тәңгәлендә алдынғылар исемлегенә ингән республикаларҙың береһе булыуы, һүҙ ҙә юҡ, һөйөнөслө.

Бирәм тигән ҡолона, сығарып ҡуйыр юлына, тигәндәй, тап йома көнөндә Йомабикә инәй менән осрашыу бәхете тейҙе. Ул әле 101 йәше менән бара.
– Оҙон ғүмерле булыуҙың сере тураһында бер һеҙ генә һорашмайһығыҙ, яныма килеп киткәндәрҙең барыһы ла шул турала төпсөнә, – тип йылмая сығышы менән Әлшәй районының Тәүәтәй ауылынан Йомабикә Кирәева. – Беләһегеҙме, күңелдә тик йылы хистәр йөрөтөү, бер кемгә лә асыу тотмау һәм һаҡламау, изге уйҙарҙы тирә-яҡҡа таратыу, тормошоңдо тик яҡшы эштәргә бағышлау – оҙаҡ йәшәүгә ярты аҙым.
Йомабикә инәйҙең йәшлеген ҡәһәрле һуғыш урлаған, тиеү ысынбарлыҡҡа тура килә. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән бөтә ир-ат дошман менән алышҡа ташланған, ә ауылда иһә ҡарт-ҡоро ла бала-саға ғына. Ҡатын-ҡыҙ бындай ауыр ваҡытта бар йөктө үҙенең иңендә күтәргән. Ерен дә һөргән, бесәнен дә сапҡан, һаламын да ташыған. Мәҫәлән, йәш ҡыҙ Йомабикә күршеләге Дәүләкән ҡалаһында тракторсылар курсында уҡып ҡайтҡас, техникаға бәйле ошо көс етмәҫлек эштәрҙең һәммәһен дә башҡарған. Техниканы биш бармағылай белеүе күп бәләнән ҡотҡарған да инде. “Тәүге тракторсы” тигән данлы исемде лә йөрөткән.
Йомабикә инәйҙең һүҙҙәренә ҡарағанда, ул 1943 йылда һуғыштан ҡаты яраланып ҡайтҡан ауылдашы Ахун Кирәевкә кейәүгә сыҡҡан. Тәүәтәйҙәр генә түгел, тотош әлшәйҙәр һөйләүенсә, Кирәевтәр бик матур донъя көткән, пар күгәрсендәй гөрләшеп йәшәгән. Хәйер, шулай булмаһа, 65 йыл бергә ғүмер итерҙәр инеме?
Өлкән йәштәгеләрҙең барыһы ла тиерлек тормошто күҙ асып йомоуға тиңләй, шул иҫәптән минең әңгәмәсем дә донъя көтөүҙе артҡа боролоп ҡарау менән сағыштырҙы.
– Ысынлап та, әле алыҫ үткәндәрҙе иҫләйем дә, ғүмер ағышының тиҙ үтеүенә инанам, – тип дауам итә һүҙен Йомабикә Мөхәмәтғәле ҡыҙы. – Шуның өсөн дә йәштәргә һәр саҡ былай тип әйтәм: һәр атҡан таңға ҡыуанығыҙ, матур итеп, мул тормошта йәшәргә ынтылырға кәрәк. Һәр кем яҙмышын үҙе яҙа бит, шуны онотмағыҙ!
Йомабикә Кирәеваның фиҙакәр хеҙмәте төрлө наградалар менән баһаланған. Инәйҙең күкрәген Бөйөк Ватан һуғышына, тылдағы хеҙмәтенә бәйле һәм башҡа миҙалдар биҙәй.
Һоҡланғыс Йомабикә инәй бөгөн ҡыҙы Илүзәнең ҡәҙер-хөрмәтендә ғүмер итә.
Читайте нас