Йәмғиәт
18 Май 2021, 15:35

Күсмә ултырыш – төҙөлөш урынында

Башҡортостан Төҙөүселәр ассоциацияһының күсмә ултырышы уҙҙы. Уны Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров үткәрҙе.

Бөгөн Башҡортостан Төҙөүселәр ассоциацияһының күсмә ултырышы үтте. Һөйләшеү урыны итеп “Степан Злобин урамындағы "Аҡыллы йорт” торлаҡ комплексы һайланды. Ултырышты Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров уҙғарҙы.
Башта “СтройФедерация” инвестиция-төҙөлөш компанияһының генераль директоры Денис Крашенинников ҡунаҡтарға әлеге торлаҡ комплексы буйлап экскурсия ойошторҙо. Артабан Башҡортостандың Төҙөүселәр ассоциацияһы рәйесе Марат Латипов бындағы төҙөлөш барышы тураһында һөйләне.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров торлаҡ комплексындағы эшкә баһа бирҙе, заманса төҙөлөштөң Өфө өсөн әһәмиәтен билдәләне.
Күсмә ултырыштар уҙғарыу һәр йәһәттән дә отошло. Төҙөлөш урынында барыһы ла - уңыштар ҙа, етешһеҙлектәр ҙә асыҡтан-асыҡ күренә. Һөҙөмтәлә ҡатмарлы мәсьәләләрҙе тиҙ арала хәл итеү мөмкинлеге асыла.
Читайте нас