Шығай ауылының абруйлы уҡытыусыһы, хеҙмәт ветераны Нәфисә Аҫылғужинаға райондың бөтә ауылдарында тиерлек балаларға белем орлоғон сәсергә насип булды. Эйе, уҡытыусының эшен бер генә көн менән баһалап булмай, уның йылдар, хатта быуаттар аша һөҙөмтә биреүе лә ихтимал. Был хәҡиҡәтте Нәфисә Әйүп ҡыҙы үҙе лә тойоп йәшәй, сөнки күптән хаҡлы ялда булһа ла, мөғәллимәне уҡыусылары онотмай, шулай уҡ үҙҙәренең дә ҡаҙаныштары менән ҡыуандырып тора.
Нәфисә Әйүп ҡыҙы Белорет районының Ноҡат ауылында тыл ветераны Сәмсиә менән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әйүп Йосоповтарҙың ғаиләһендә берҙән-бер ҡыҙ булараҡ донъяға килә. Ул башланғыс белемде тыуған ауылында ала, һуңынан Арышпар тулы булмаған урта мәктәбен яҡшы билдәләргә генә тамамлап, Белорет педагогия училищеһына уҡырға инә. Ул был һөнәргә бәләкәйҙән әҙерләнә: тәүҙә әсәһе тегеп биргән ҡурсаҡтарын уҡырға өйрәтһә, һуңынан күрше-күлән балаларын бүрәнәгә ултыртып, ташҡа, таҡталарға яҙҙырта, һүрәт төшөртә. Педагогия училищеһында уҡығанда ла йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша, яҡшы билдәләргә генә өлгәшә.
Ҡулына диплом алған йәш белгес тыуған ауылында башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эш башлай. Йәш уҡытыусы ауылда ойошторолған сараларҙан да ситтә ҡалмай, ихлас ҡатнаша – ололарға сәйәси мәғлүмәт уҡыу, концерттар ойоштороу һәм башҡалар. Бер аҙҙан һәләтле йәш уҡытыусыға Арышпар тулы булмаған урта мәктәбенә башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен уҡытыуҙы тапшыралар. Шулай итеп, Нәфисә Әйүп ҡыҙы үҙенең педагогик хеҙмәтен балаларға туған телгә һөйөү тәрбиәләүгә, башҡорт теленең бөтә нескәлектәрен үҙләштереүгә бағышлай.
Ошо мәктәптә эшләгән осорҙа үҙенең ғүмерлек юлдашы Нәҙерғәле Аҙнағол улы менән сәстәрен-сәскә бәйләйҙәр. Нәфисә Әйүп ҡыҙы ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инә. Нәҙерғәле Аҙнағол улын хәрби хеҙмәткә оҙатып көтөп ала. Мөхәббәт емеше булып тәүге ҡыҙҙары Гүзәл донъяға килә.
Күп тә үтмәй, тырыш, эште оҫта ойоштора белгән йәш белгес Нәҙерғәле Аҙнағол улын Әзекәй тулы булмаған урта мәктәбенә директорҙың уҡыу-уҡытыу эше буйынса урынбаҫары итеп тәғәйенләйҙәр. Шулай итеп, йәш ғаилә Әзекәй ауылына күсеп килә. Бында ла улар ең һыҙғанып колхоз, йәмәғәт эштәрендә ҡатнаша. Нәфисә Әйүп ҡыҙы ауыл клубының иң әүҙем ағзаһы була, ул бер концертты ла, спектаклде лә ҡалдырмай. Уҡыусылары иһә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса район, республика конкурстарында ҡатнаша, призлы урындар яулай.
Нәфисә Әйүп ҡыҙы район, республика конференцияларында ҡатнашып, башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа борсоған мәсьәләләрҙе күтәреп сығыштар яһай, уҡытыусылар өсөн асыҡ дәрестәр күрһәтә. Шулай уҡ ул оҙаҡ йылдар райондың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының методик берекмәһен етәкләй.
Әзекәй мәктәбендә эшләгән осорҙа ғаилә ҙур ҡайғы кисерә – Нәфисә Әйүп ҡыҙының атаһы мәрхүм була. Ул оло йәштәге әсәһен үҙҙәренә йәшәргә алып ҡайта.
Бер аҙҙан Нәҙерғәле Аҙнағол улын төпкөлдә ятҡан Исмаҡай ауылына директор итеп эшкә ебәрәләр. Йәш ғаилә йүнле юлы, электр уты булмаған ауылға балаларын, оло йәштәге әсәһен алып күсеп килә. Нәфисә Әйүп ҡыҙы мәктәпте төҙөкләндереү, ауылды үҫтереү, ныҡлы, белемле педагогик коллектив туплау, йәмәғәт эштәрендә ҡатнашыу кеүек яуаплы бурыстарҙы атҡарған тормош иптәшенең беренсе ярҙамсыһы, уң ҡулы була.
Төпкөлдәге мәктәп тип тормай, барлыҡ ауырлыҡтарға ҡарамайынса, уҡыусыларҙы район сараларында ҡатнаштыралар. Төпкөлдәге ауыл балалары ла, үҙҙәрен район кимәлендә күрһәтеп, ярыш һәм олимпиадаларҙа призлы урындар яулай башлай. Нәфисә Әйүп ҡыҙы уҡытыусыларҙың да, ауыл халҡының да яҡын кәңәшсеһе, ярҙамсыһына әйләнә. Ауылдаштары, уның уңғанлығын, ғәҙел, талапсан булыуын күреп, ауыл Советына депутат итеп һайлайҙар.
Мәктәпте төҙөкләндереп, ныҡлы коллектив туплап, ең һыҙғанып эшләп йөрөгән йәш ғаилә башлығын Белорет районының Шығай ауылы мәктәбенә директор итеп тәғәйенләйҙәр. Шулай итеп, ғаилә Шығай ауылына килеп төпләнергә мәжбүр була.
Был мәктәптә лә Нәфисә Әйүп ҡыҙы ал-ял белмәйенсә йәш быуынға башҡорт теленең серҙәрен өйрәтеүҙе дауам итә. Шулай уҡ ул Башҡортостан Мәғариф министрлығында яңы сыҡҡан башҡорт теле китаптарын һәм программаларын тикшереү буйынса комиссия ағзаһы булып торҙо.
Башҡортостан Хөкүмәте Нәфисә Әйүп ҡыҙының хеҙмәтен юғары баһаланы. 1992 йылда талантлы һөнәр эйәһенә “Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән маҡтаулы исем бирелде.
Бөтә ғүмерҙәрен балаларға арнаған Нәфисә Әйүп ҡыҙының тормош иптәше Нәҙерғәле Аҙнағол улы Шығай урта мәктәбендә утыҙ йылға яҡын алмаштырғыһыҙ етәксе булды. Ул эшендәге уңыштары өсөн Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының бик күп Маҡтау ҡағыҙҙары, “Мәғариф отличнигы” билдәһенә һәм “Рәсәйҙең мәғариф алдынғыһы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була.
Бөгөн улар, хеҙмәт емештәрен татып, бәхетле ғүмер кисерә. Быйыл уларҙың бергә йәшәүенә 50 йыл тулды. Нәфисә Әйүп ҡыҙы менән Нәҙерғәле Аҙнағол улы ошо ярты быуат бергә үткәргән ғүмерҙәрендә бер-береһенән бер минутҡа ла, бер сәғәткә лә айырылмаған кеүек. Әйтеүе генә анһат, уты ла булғандыр, йәшене лә сыҡҡандыр, әммә улар кеүек бер-береһен ярты һүҙҙән аңлаған ғаиләләр генә бөтә ауырлыҡты еңеп сығыуға өлгәшә.
Әле лә Аҫылғужиндар ғаиләһе Шығай ауылында матур итеп йәшәй, мал-тыуар аҫрай. Нәфисә Әйүп ҡыҙы йәй күркәм йорттарын сәскәгә күмә. Ата-әсәһенә оҡшап, өс ҡыҙы ла бик уңған булып үҫте. Ҡыҙҙары Гүзәл – юғары белемле уҡытыусы, Ҡаһарман ауылында балаларға белем бирә. Уртансы ҡыҙҙары Гөлфиә – физика-математика фәндәре кандидаты, университетта уҡыта. Кинйә ҡыҙҙары Әлфиә лә, юғары белем алып, Ҡыйғы районында уҡытыусы булып эшләй.
Бөгөн улар үҙҙәре сәскән орлоҡтарының емешен йыя. Нәфисә Әйүп ҡыҙы менән Нәҙерғәле Аҙнағол улының тәрбиәләнеүселәре илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә хеҙмәт итә, күптәре юғары вазифала эшләй. Әммә улар абруйлы остаздарын онотмай, байрамдарҙа ҡотлап, шатлыҡ-уңыштарын уртаҡлашып тора. Ысын уҡытыусыға уҡыусыларының уңышын күреп ҡыуаныуҙан да ҙурыраҡ бәхет юҡтыр.
Аҫылғужиндар “беҙ хаҡлы ялда” тип тик ултырмай, ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләшеүҙә ярҙамлаша, уларҙың уңыштарына ҡыуанып, мал-тыуар аҫрап, ауылдың йәмәғәт эштәрендә ҡатнашып, бәхетле ҡартлыҡ кисерә. Улар оло хөрмәткә, бәхеткә лайыҡлы, әлбиттә.