Һуңғы ваҡытта күптәр экологик яҡтан таҙа аҙыҡ-түлеккә иғтибарҙы арттырҙы. Үҙең үҫтергән себеш, йомортҡа һалған тауыҡтар, ҡуян, кәзә тотоусылар артты. Был аңлашыла ла. Беренсенән, магазин кәштәләрендә алынған ит-йомортҡаға әллә ни ышаныс юҡ. Икенсенән, үҙең үҫтереп алғаны күпкә тәмлерәк.
Байтаҡ таныштарым яҙын себеш алып көтә йәки, киреһенсә, себеш сығарып аҡса эшләй. Әйҙәгеҙ, ике яҡты ла тыңлап ҡарайыҡ.
– Инде нисәнсе йыл “Кобб-500” тип аталған тоҡомло бройлер себештәрен алып үҫтерәм. Уларҙың аяҡтары ҡыҫҡа, түш итендә лә, боттарында ла ите күп. Иртәрәк алһаң, әлбиттә, тәүге аҙнаһында өйҙә тоторға тура килә. Һуңынан йылытҡыс-лампа алып, һарайға ҡуябыҙ. Себеш үҫтереүҙең төп сере – уларҙың аҫты һәр саҡ ҡоро булырға тейеш. Шуға бесән, ағас онтағы һалам, – тип һөйләй ауылдашым Зөһрә Тимербулатова.
Зөһрәнең кәңәштәренә ҡолаҡ һалайыҡ: беренсе көндән үк махсус ҡатнаш аҙыҡ ашатырға кәрәк. Шул саҡта ғына 40 көндө 3 – 3,5 килограмлыҡ бройлерҙар һуйып алырға була. Ауырымаһындар өсөн хужабикә 3 – 5 көн махсус антибиотик, бер аҙна самаһы “Чиктоник” тип аталған витаминдар комплексы эсерә. Тағы себештәр өсөн “Байтрил”, “Грандвитам” витамин комплекстары һәйбәт. Беренсе көндәрҙән яҡшы тәрбиәләһәң, себештәр ныҡ булып үҫә. Кемдәр һыйыр тота, уларға себеш ҡарауы тағы ла яйлыраҡ. Эремсек, айыртылған һөт эсеп үҫкәндәре ныҡ була, ауырыуға бирешмәй.
Әгәр себештәргә туралған йәшел үлән, ҡырғыс аша үткәрелгән кишер, йә башҡа аҙыҡ бирергә уйлаһағыҙ, ашап бөтөрлөк итеп эшләгеҙ. Әсеп ҡуймаһын. Әсегән аҙыҡтан уларҙың эсе китә.
Бройлерҙар өс аҙналыҡ булғас, бешкән иген, картуф ҡушылған аҙыҡ бирергә мөмкин. Һуйыр алдынан бер-ике аҙна ваҡыт ҡалғас, кукуруз ашатһағыҙ, һурпаһы һап-һары, тәмле буласаҡ.
Зөһрәләрҙең ғаиләһе бройлер себешен тәү сиратта үҙҙәре өсөн тота. Йәй миҙгелендә өс партия үҫтереп алалар. Шулай ҙа сығымдарҙы ҡаплау өсөн бройлер итен һатыуға ла ҡуялар.
– Ҡыш буйы үҙебеҙҙең тауыҡ итенән ризыҡ бешереп ҡыуанабыҙ. Балаларға ла химияһыҙ ризыҡ ашатҡы килә. Үҙең үҫтергән күпкә тәмлерәк тә, – ти Зөһрә.
Илшат Ғәббәсов – эшһеҙ тороп ҡалғас, артабан нимә эшләргә тип аптырап ҡала. Әммә ҡул ҡаушырып ултырырға, оҙаҡ һайланырға ваҡыт юҡ – ғаиләне ҡарарға кәрәк. Теплицаһында бүҙәнәләр тота башлай. Инкубатор алып, йомортҡанан бүҙәнә сығарып, үҙ эшенә тотона. Бер йылда Илшат ҙур хужалыҡҡа нигеҙ һалды. Үҙ күҙем менән күрмәһәм, ышанмаҫ инем.
– Иң уңайлыһы – тоҡомло ҡоштар алып, үҙ йомортҡаңдан себеш сығарып һатыу. Хәҙер кеше бәләкәй себештәр көтөргә йыбана. Үҫтерелгәнде алыуҙы хуп күрә. Тап шундайҙар миңә алдан заказ биреп ҡуя. Сығарып, үҫтереп бирәм. Бер йомортҡа хаҡын икегә ҡабатлайым да, үҫтергән бер көнгә 20 һум аҡса өҫтәйем. Мәҫәлән, бройлер йомортҡаһының хаҡы – 40 – 50 һум. Тимәк, себеште 80 – 100 һумға һатаһың. Күмәртәләп алған осраҡта, был иң отошлоһо. Йыл әйләнәһенә күпме килем алғанымды әйткем килмәй, әммә бер йылда эсендә тулыһынса йылытылған, һыу ағыҙыу системаһы булған һарай эшләнем. Себештәр өс ҡатлы ситлектәрҙә ултыра. Бары тик ҡатнаш аҙыҡ ҡына бирәм. Себеш тотҡанда өс ҡағиҙәне теүәл үтәргә кәрәк: тейешле температураны тоторға, аяҡтарын өшөтмәҫкә һәм теүәл бер комбикормды ғына ашатырға, – тип кәңәштәрен бирә Илшат.
Илшат “ҡош-ҡорттоң йомортҡаһын, итен ҡайҙа һатырға икән?” тип баш ватмай. Был осраҡта Интернет селтәре ярҙамға килә. Экологик яҡтан таҙа аҙыҡ-түлекте үҙ иткәндәр сиратҡа яҙылалар.
Себеш һатыу ҙа әллә ни ауырлыҡ тыуҙырмай.
Ихатаңда ҡош-ҡорт, мал-тыуар көтөү хәҙер бөтөнләй отошло түгел. Йәнең теләгәнеңде магазиндан барҙың да алдың тиеүселәр менән йыш бәхәсләшеп китәм: һүҙ отош тураһында ла түгел, ә сифатлы аҙыҡ-түлек тураһында бара. Әле ҡатнаш аҙыҡҡа хаҡтар үҫә, сиктәр ябыҡ булғас, тоҡомло йомортҡаны сит илдән индерә алмайҙар, шуға күрә себештәргә лә быйыл хаҡ бермә-бер артты. Шуға ҡарамаҫтан, шәхси ихаталарында ҡошсолоҡ менән шөғөлләнеүселәр бихисап. Үҙең үҫтергәнгә етмәй инде! Килешәһегеҙме?
Бер көнлөк себештәрҙе алғанда, уларҙың тәпәйҙәренә иғтибар итергә кәрәк. Улар йылы, һары йә алһыу ҡыҙыл төҫтә булырға тейеш. Тәпәйҙәре ҡоро, һыуыҡ, көрән йә күкһел төҫтә булһа, был себештәрҙең оҙаҡ ҡына һыуһыҙ һәм һыуыҡта торғаны тураһында һөйләй. Ундайҙар тиҙ арала ауырыуға һабыша.
Ҙурыраҡ себеш алырға теләһәгеҙ, уларҙы күтәреп ҡарағыҙ. Себеш ҡурҡып өркөргә, күҙәтергә тейеш. Ҡайһы бер намыҫһыҙ һатыусылар себештәрҙе алыҫ юлға сығарыр алдынан төрлө препарат эсерә, был дарыу реакцияны әкренәйтә.
Себештәрҙе өйгә алып ҡайтҡас та, ҡапылдан һыу эсерергә ярамай. Бер-ике сәғәт үткәндән һуң ғына 36 – 40 градуслыҡ һыу бирегеҙ. Артабан бүлмә температураһындағы һыу бирергә лә була.
Бройлер себештәре ябыҡ урында торорға, график менән генә ашарға тейеш. Юҡһа, уларҙа ябай тауыҡ инстинкты уяна.
Себештәргә 15 көндән эремсек бирә башларға була. Һыйыр тотһағыҙ, төнгөлөккә себештәргә һөт бирергә була. Ҡом ашҡаҙандарын һәйбәт эшләтә. Аҙнаһына бер тапҡыр көл ванналары эшләү ҙә файҙаға ғына буласаҡ. Был ваннаға көкөрт ҡушырға мөмкин.
Себештәр һатып алып ҡайтҡандан һуң, бер нисә көндән ауырый башлауы ихтимал. Ауырыуҙарҙы ике төркөмгә бүлеп ҡарайҙар: инфекцион һәм инфекцион булмаған ауырыуҙар.
Инфекциялы булмаған ауырыуҙар тәү сиратта ашатыуға һәм ҡоштарҙың торошона бәйле. Бер-береһенә ауырыу күсмәй.
Гипертермия – себештәрҙе эҫелә тотоуҙан барлыҡҡа килә. Улар тик тора, томшоҡтары асыҡ, тәпәйҙәре бөгәрләнә.
Гипотермия – киреһенсә өшөгәндән барлыҡҡа килә. Тәү сиратта ҡошсоҡтар бер-береһенә һыйына башлауына иғтибар итергә кәрәк. Аяҡтары өшөһә, үҙҙәренә һыуыҡ булһа, улар ашамай, гел йоҡлайҙар һәм үлә башлайҙар.
Ашҡаҙан эшләмәүе дөрөҫ ашатмауҙан барлыҡҡа килә. Ашҡаҙан эшләмәүе башҡа органдарҙың эшен көйһөҙләндерә, себештәрҙең температуралары күтәрелә.
Ағыуланыу – өс-ете көнлөк себештәр осраған һәр нәмәне тәмләп ҡарай һәм йыш ҡына кимереүселәргә ҡаршы ҡуйылған ағыуҙы “эләктереп” ала. Бынан тыш, ҡатнаш аҙыҡтың сифатһыҙ булыуы ла себештәрҙең үлеүенә килтерә.
Ауырыу ҡоштарҙан бер-береһенә күсә. Уларҙы бер ҡараштан уҡ билдәләргә була: тән температураһы күтәрелә, ҡанаттары төшә. Күҙҙәре һәм томшоғо ҡыҙара. Артҡы яҡтан мамығы бысранһа, тимәк инфекция һарайығыҙға үтеп ингән.
Пуллороз – сальмонелла төркөмөнә ҡараған бактериялар арҡаһында барлыҡҡа килә. өс – биш көнлөк себештәр ауырый башлай. Ҡошсоҡтар йоҡомһорап, бер урында аяҡтарын тарбайтып тора. Антибиотиктар ярҙамында ғына дауаларға була. Әммә был ауырыуҙы йоҡторған себештәр ғәҙәттә бер аҙнанан һәләк була. Себештәр ике – өс аҙналыҡ булһа, ауырыуҙы тулыһынса еңеп сыға ала.
Кокцидиоз – дүрт көнлөк себештәр ауырый башлай. Хәлһеҙләнә, эсе китә.
Паратиф – 1 – 30 көнлөк себештәргә йоға. Санитар шарттар үтәлмәгәндә барлыҡҡа килә. Ауырыу тән температураһы күтәрелеүҙән башлана. Себештәр аяғында тора алмай, конъюктивит башлана. Эстәре китә. Фуразалидон, биомицин эсерергә кәрәк. Паразиттарға ҡаршы дарыу бирәләр.
Себештәр ауырыуҙарға бирешмәһен өсөн “Байтрил” препараты ҡулланалар. 1 литр һыуға биш тамсы дарыу кәрәк. Дарыуҙы өс көн дауамында бирергә кәрәк. 8 – 10 көнлөк себештәргә кокцидияларға ҡаршы препараттар бирәләр. Мәҫәлән “Байкокс”, йә “Кокцидиовит”. Был дарыуҙарҙан һуң “Чиктоник” эсерергә кәңәш итәләр. Бер миллилитр препаратты 1 литр һыуҙа иретеп биш көн дауамында эсерергә кәрәк.