Шишмә районында халыҡтың мөрәжәғәте буйынса Шишмә – Алкин-2 маршруты тергеҙелде, тип хәбәр итәләр Республика менән идара итеү үҙәгенән.
Әлеге маршрут былтыр декабрҙә йөрөүҙән туҡтаған. Халыҡ бер нисә тапҡыр мөрәжәғәт итһә лә, урындағы хакимиәт хәлде яйға һалмаған. Шуға республика Башлығы хакимиәтенә әлеге мәсьәләне үҙ ҡарамағына алырға тура килгән.
Халыҡ мөрәжәғәтен республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығына, Шишмә районы хакимиәтенә ебәрәләр. Шунан һуң ғына конкурс үткәрелеп, был маршрутҡа сығасаҡ пассажирҙар ташыусы билдәле була.
1 февралдән “Шишмә – Алкин-2” маршруты буйынса 3-сө һанлы автобус йөрөй. Ул Алкин-2 ҡасабаһынан 8.00, 10.30 һәм 13.30 сәғәттәрҙә ҡуҙғала. Шишмәнән 9.45, 11.30 һәи 15.30 сәғәттә юлға сыға.
Фото: Республика менән идара итеү үҙәге сайты.