Йәмғиәт
18 Май 2021, 07:58

Тауыҡтарҙың аяҡтары ҡутырлаһа...

“Яҙ етһә, тауыҡтарымдың аяғы ҡутырлай башлай. Тәүҙә ҡутыры бәләкәй була, унан ҙурая. Сире йоғошло булһа кәрәк, башҡаларға ла күсә. Был осраҡта нимә эшләргә?” – тип мөрәжәғәт итә гәзит уҡыусыбыҙ Ләйлә ҒАФАРОВА.

Әбйәлил районынан ҡош­солоҡ менән шөғөлләнгән ветеринар, Гайдар Хөснуллин кәңәштәре менән уртаҡлаша.

– Был сирҙе “эзбизле аяҡ” тип атайҙар. Ауырып киткән та­уыҡ тәүҙә аҡһай, шунан ултырып ҡына торасаҡ. Тора-бара быуындары һыҙлай, томшоғо кә­ке­рәйә. Әлеге сирҙең барлыҡҡа килеүенә талпан ғәйепле. Был талпандар уларҙың аяҡтарын “ашай”.
Талпандарҙы инсектицидһыҙ бөтөрөп булмаясаҡ. Дарыу­ҙарҙы бары махсус дарыу­ханаларҙан ғына алырға кәрәк. Тауыҡтарҙың аяҡтарын эш­кәртеү өсөн тәү сиратта һарайҙы йыйыштырығыҙ. Стеналарын эзбиз менән аҡлағыҙ, ояларҙағы бесәнде алмаштырығыҙ, дезинфекция үткәрегеҙ.
Читайте нас