Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, Илеш районының Үрге Йәркәй ауылындағы Октябрҙең 50 йыллығы һәм Совет урамдарында күп фатирлы ике йорт һалына. Уларға авария хәлендәге йорттарҙа йәшәгән кешеләр күсә. Йорттарҙы йыл аҙағына тиклем сафҡа индерергә ниәтләйҙәр.
Мәғлүм булыуынса, ике объект та былтыр икенсе кварталда төҙөлә башлағайны. Совет урамындағы 24-се йортта төп төҙөлөш-монтаж эштәре тамамланған, подрядсы бинаның эсен әҙерләй. Октябрҙең 50 йыллығы урамындағы 18-се йортта тәҙрәләр, эске бүлемдәр ҡуйыла, фасад йылытыла, йөҙләнә, елләтеү юлдары эшләнә.
Быйыл төбәк программаһының 2020 – 2021 йылдарға иҫәпләнгән этабында муниципаль берәмектә 766,7 квадрат метрлыҡ авария хәлендәге торлаҡтан граждандарҙы күсереү планлаштырыла. Һөҙөмтәлә 32 ғаилә (71 кеше) өр-яңы фатир аласаҡ.
Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, быйыл Өфөлә, шулай уҡ Балтас, Бәләбәй, Илеш, Ҡалтасы, Ҡырмыҫҡалы райондарында ете мең квадрат метрлыҡ авария хәлендәге торлаҡ фондынан халыҡты күсереү ҡарала.
Фото: bashkortostan.ru/presscenter/news/364857/