Өйрәк себештәре башҡа себештәр кеүек үк тәү сиратта йылы ярата. Улар торған ситлектә тәүге аҙнала – 28 – 33 градус, икенсе аҙнала 18 – 26 градусҡа йылы булырға тейеш, артабан 16 – 18 градус та етә.
Себештәр өйҙә торғанда тейешле йылылыҡты электр лампалары йәки йылытҡыс ярҙамында тәьмин итеп була. Тик артыҡ эҫе йә һыуыҡ булмаһын өсөн ситлеккә градусник элергә кәрәк. Өйрәктәрҙең үҙен нисек тотоуына ла иғтибар итегеҙ. Әгәр улар таралып, иркен йөрөй икән, тимәк, үҙҙәрен һәйбәт тоя. Томшоҡтарын асып, ауыр тын алһалар, тимәк, уларға эҫе. Өшөһәләр, улар бер-береһенә менеп, өйкөлөшөп тора. Себештәр артыҡ эҫенән дә, һыуыҡтан да ҡурҡа.
Белгестәр өйрәк себештәрен туғыҙ көнгә тиклем йылыла тоторға кәңәш итә. Артабан уларҙың тән температураһы 41 градуста туҡтала һәм улар үҙ-үҙҙәрен йылытыу һәләтенә эйә була.
Лампа менән йылытыу себештәрҙең үҫеүенә лә тәьҫир итә. Яҡтылыҡ етешһә, себештәрҙең организмында эритроциттар һаны арата, матдәләр алмашыныуы тиҙләнә. Шуға алты көн дауамында 20 сәғәткә яҡын уларҙы лампа аҫтында тоторға кәрәк. Артабан инде утты 18 – 16 сәғәткә ҡалдырырға мөмкин. Ут ныҡ яҡты булмаһын. Был осраҡта себештәр бер-береһен суҡып, ҡаурыйҙарын йолҡа башлыуы ихтимал.
Себештәрҙең аҫтына ағас онтағы, һалам түшәргә кәрәк.