Бөгөн, 19 майҙа, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Мәскәү ҡалаһында Өфөгә нигеҙ һалыныуға 450 йыл тулыуға әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса ойоштороу комитеты ултырышында ҡатнашты. Сараны комитет рәйесе, Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Алексей Оверчук алып барҙы.
"Бындай ҙур сараларҙы уҙғарыу шуныһы менән һәйбәт: төбәктең йыйылған проблемаларына федераль яҡтан иғтибар йәлеп ителә, уларҙы яйға һалыу өсөн көстәр мобилләшә. Республика һәм уның баш ҡалаһы халҡы ыңғай һөҙөмтәне күрәсәк, – тине Алексей Оверчук. – Бөгөн Өфө – Рәсәйҙең миллиондан ашыу кеше йәшәгән ҙур ҡалаһы. Ул - иҡтисади, ғилми һәм мәҙәни йәһәттән үҫешкән үҙәк. Өфө бөтөн ил өсөн уңайлы йәшәүгә тәғәйенләнгән заманса урбанистик мөхит өлгөһө була ала".
Билдәле булыуынса, уҙған йыл аҙағында ил Президенты 2024 йылда Өфө ҡалаһының 450 йыллығын билдәләү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйғайны.
– Республика халҡы исеменән Владимир Путинға һәм Рәсәй Хөкүмәтенә был ҡарар һәм ярҙамдары өсөн рәхмәт әйтәм, – тине Радий Хәбиров. – Бөгөн Өфө халыҡтың йәшәү сифаты һәм хаҡтар күрһәткесе буйынса илдең 100 тораҡ пункты исемлегендә тәүге бишәү араһында. Шулай ҙа, һис шикһеҙ, беҙҙә байрамға әҙерлек барышында хәл итергә кәрәкле мәсьәләләр ҙә йыйылған.
Радий Хәбиров белдереүенсә, баш ҡала хакимиәте парк биләмәләрен, скверҙарҙы, ихаталарҙы замансалаштырыуҙы үҙ эсенә алған киң программа эшләгән. Тик мөһим объектарҙы төҙөү, яңыртыу өсөн федераль ярҙам да кәрәк.
– Беҙ Өфөнөң 2024 йылға нисек булырға тейешлеген күҙ алдына килтерәбеҙ. Тик башҡараһы эштәрҙе федераль ярҙамһыҙ тормошҡа ашырыу еңел түгел, – тине төбәк етәксеһе.
Радий Хәбиров фекеренсә, мөһим объекттарҙы өс блокка берләштерергә була: мәҙәни, спорт һәм инфраструктура. Беренсеһенә Өфө дәүләт циркын капиталь ремонтлау инә. Ул 1968 йылда төҙөлгәндән һуң бер тапҡыр ғына, 1994 йылда, ремонтланған һәм бер нисә йыл ябыҡ тора.
– Республика иҫәбенә проект-смета документацияһын әҙерләнек, әле ул экспертиза үтә, – тине Башҡортостан Башлығы.
Тағы бер ҙур проект булып Өфөнөң тарихи үҙәген, шул иҫәптән Октябрь революцияһы урамын төҙөкләндереү тора. Шулай уҡ Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры яңыртыу талап итә. Ул 2024 йылға “Мәҙәниәт” милли проектына индерелгән. Радий Хәбиров реконструкцияны финанслау ваҡытын яңынан ҡарарға тәҡдим итте: объект ҡаланың юбилейына өлгөрһә, яҡшы буласаҡ.
Мәҙәни блокка Рус дәүләт академия драма театрын ремонтлау, архив материалдары өсөн заманса һаҡлағыс төҙөү ҙә инә.
Спорт объекттары исемлегендә - Көрәш һәм Волейбол үҙәктәре. Радий Хәбиров белдереүенсә, республика был ҡоролмаларҙы төҙөү өсөн заявкаларҙы илдең Спорт министрлығына әҙерләп ебәргән.
Өфөнөң ҡала инфраструктураһын үҫтереү Интернациональ урамында Ағиҙел аша күпер һәм 3,68 километр оҙонлоғонда Салауат Юлаев проспекты дауамын төҙөүҙе күҙ уңында тота. Был проекттар баш ҡаланың төньяҡ өлөшөн үҫтереү өсөн мөһим. Ултырышта ҡатнашыусылар был объекттарҙы финанслауға яңы механизмдар йәлеп итеүҙе ҡараны, мәҫәлән, инфраструктура кредиттары аша.
Сығышы һуңында Башҡортостан Башлығы тағы бер тапҡыр Рәсәй Хөкүмәтенә ярҙам өсөн рәхмәт әйтте һәм сираттағы ойоштороу комитетын Өфөлә “Киләсәк биләмәһе. Евразия йөрәгенән ҡараш” халыҡ-ара урбанистика форумында үткәрергә тәҡдим итте. Ул 26 һәм 27 августа Өфөлә уҙасаҡ.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.