Башҡортостандан Дәүләт Думаһы депутаты Павел Качкаев Мәскәүҙә үткән “Махсус иҫәп – уңыштың тарихы” капиталь ремонт мәсьәләләре форумында сығыш яһаны. Ул күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлау фондын ойоштороу өсөн махсус иҫәптәрҙе киңерәк ғәмәлгә индереү зарурлығы тураһында һөйләне.
Әле күп фатирлы йорттарҙа йәшәгәндәр башлыса төбәк операторҙарының капиталь ремонт фондынан сығып, үҙҙәренең аҡсаһына идара итеү һәм капремонтты контролдә тотоу мөмкинлегенә эйә булыу өсөн һәр бер күп фатирлы йортҡа махсус иҫәп асырға теләй. “Махсус иҫәптәр асыу эшенә ниндәй ҙә булһа төҙәтмәләр индереү өсөн бөтә мәсьәләләрҙе форумда ентекле тикшерергә кәрәк, – тине Павел Качкаев. – Махсус иҫәп – күп фатирлы йорттарҙы ремонтлау йәһәтенән беҙҙең киләсәгебеҙ, милекселәр үҙ йортонда нимәне һәм ҡасан төҙөкләндереү кәрәклеген үҙаллы хәл итергә тейеш. Бөгөн Капремонт фондын төҙөүҙең ошо алымына киң мөмкинлек асылырға тейеш. Шулай уҡ яҡын арала капиталь ремонт маҡсаттары өсөн кредит ресурстарын файҙаланыу мәсьәләһен хәл итеү фарыз. Махсус иҫәп – уңыштың киләсәге!”
Уның әйтеүенсә, киләсәктә Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәренә таратырлыҡ тәҡдимдәр кәрәк.
Форумды Мәскәү ҡалаһының Йәмәғәт палатаһы “Ҡала иҡтисады институты” фонды һәм Мәскәүҙең Милекселәр һәм махсус иҫәп хужалары ассоциацияһы менән берлектә ойошторҙо.
Фото: er.ru/multimedia/photo