Бөгөн билдәле алып барыусылар Арина Шарапова менән Дмитрий Каретко ҡатнашҡан әңгәмә барышында республика етәксеһе ҡатын-ҡыҙҙың дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәге юғары ролен билдәләне.
– Беҙҙең Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары власть органдарындағы етәксе вазифаларына бик әүҙем килә, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Шул уҡ ваҡытта дөрөҫөн әйтәм: ҡатын-ҡыҙ сәйәсмәндәр менән уртаҡ фекергә килеү ауыр. Был шулай булырға тейеш тә. Тимәк, идара итеү барышында ҡарарҙар ҡабул итеү һәм уларҙың ғәмәлгә ашырылыуын контролдә тотоу максималь рәүештә юғары булырға тейеш, сөнки етәксе ҡатын-ҡыҙҙар чиновник булараҡ ҡына түгел, әсә булараҡ та фекер йөрөтә. Йәмғиәтебеҙҙә әкренләп ҡатын-ҡыҙҙың сәйәсәттә лә, иҡтисадта ла күберәк булырға тейешлеген аңлау барлыҡҡа килә, был – бик яҡшы.
Башҡортостан Башлығы “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” проектының эшмәкәрлегенә ыңғай баһа бирҙе.
– Мин ошондай академиялар үткән бер нисә ҡалала һәм районда булдым, был проекттың ҡатын-ҡыҙ өсөн мөһимлегенә инандым, – тине Радий Хәбиров. – Файҙаһы күп яҡлы: медицина консультациялары, үҫеш офоҡтарын күрһәтә алырлыҡ уңышлы ҡатын-ҡыҙҙар менән әңгәмәләр. “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе”ндә һәр гүзәл зат үҙе өсөн мөһим һәм файҙалы мәғлүмәт таба.
Фото: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/141903.html