Йәмғиәт
20 Май 2021, 09:30

“Бөтә Башҡортостан ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе булырға тейеш”

Бөгөн “Торатау” Конгресс-холында “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” Бөтә Рәсәй Асыҡ Академияһы үтә.

Бөгөн “Торатау” Конгресс-холында “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” Бөтә Рәсәй Асыҡ Академияһы үтә. Ике көн дауам итәсәк сара бөтә республиканан эшмәкәр, алдынғы, бәхет серен белгән гүзәл заттарҙы бергә йыйҙы. Ҡунаҡтар араһында ил күләмендә билдәле шәхестәр – Оксана Пушкина, Арина Шарапова, Алена Яковлева, Ольга Баталина, Валентина Пешкова, Нюта Федермессер, Петр Кучеренко, Валентина Паевская, Арпине Саркисян, Регина Доктор, Александр Семин бар.
Белеүебеҙсә, был мәрхәмәтлек проекты республика Башлығының хәләл ефете Каринэ Хәбированың авторлығында башланғыс алды һәм үҙенсәлекле ижтимағи хәрәкәткә әйләнде. Быйыл августа проекттың башланыуына ике йыл тула. Ошо ваҡыт эсендә “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” академияһы республиканың 14 ҡала һәм районында булып өлгөргән.
– Беҙ – ҡатын-ҡыҙҙар һәр ваҡыт йылылыҡ, йәм, йылмайыу өләшергә тейешбеҙ, беҙҙең ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһенән ирҙәребеҙ, балаларыбыҙ, атай-әсәйҙәребеҙ, яҡындарыбыҙ ыңғай кәйеф, көс-ҡеүәт алһын. Башҡортостанда ҡатын-ҡыҙҙарҙың бихисап ойошмалары уңышлы эшләп килә. Әммә бығаса уларҙы берләштергән, уларға ҡаҙаныштары һәм тәжрибәһе менән бүлешергә мөмкинлек биргән биләмә булманы. “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” быны эшләй алды. Беҙ үҙең, һәләттәрең тураһында һөйләү, шәхси һәм ғаиләңдең тормошон үҙгәртергә булышлыҡ итеү мөмкинлеге бирәбеҙ”, - тине сараны асып проекттың авторы Каринэ Хәбирова.
Артабан һүҙҙе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров алды. “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе”нең бөтә командаһына ҙур рәхмәт белдерәм. Уның хаҡында тик ыңғай фекерҙәр генә ишетәбеҙ, ул бик файҙалы. Беҙгә, ир-егеттәргә, һеҙҙең бәхеттең бер өлөшө генә һәм һеҙҙең йылмайыуҙарығыҙ эләкһә – шул етә. Ә беҙҙең бурыс – бөтә Башҡортостан биләмәһен ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе итеү”, – тине республика Башлығы.
Дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенконың ихлас сәләмен еткереп, уның “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” академияһы алып барған эшмәкәрлеккә юғары баһа биреүе хаҡында әйтеп үтте. Шулай уҡ Лилиә Салауат ҡыҙы ҡатын-ҡыҙ бәхетенең шәхси үҫеш, ғаилә, йәмғиәт, тотош кешелек өсөн баһалап бөткөһөҙ ҙур ҡиммәт булыуын билдәләп, ошо хаҡта күңелгә үтеп инерлек шиғыр юлдары бүләк итте.
Артабан сарала ҡатнашыусылар өсөн ҡыҙыҡлы лекциялар, “түңәрәк өҫтәл”дәр, оҫталыҡ кластары, дискуссия воркшоптары, файҙалы әңгәмәләр тәҡдим ителде.
“Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” Асыҡ академияһы саралары Президент гранттары фонды һәм Башҡортостандың Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла. Сара иртәгә – 21 майҙа ла дауам итәсәк.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.
Читайте нас