Йәмғиәт
20 Май 2021, 16:30

БДУ-ла яңы ятаҡ асылды!

"Белем сифатына көнкүреш шарттары ла ныҡ тәьҫир итә, ә улар бында бына тигән!"

Бөгөн Башҡорт дәүләт университетында яңы биш ҡатлы студенттар ятағын асыу тантанаһы үтте. Ул Гоголь урамы, 15 адресы буйынса урынлашҡан.
Объект буйынса проект-смета документацияһы 2015 йылда башҡарылып, Рәсәй Фән һәм юғары белем биреү министрлығының 2015 йылдың 5 ноябрендәге ҡарары менән раҫланғайны. Был башланғыс Башҡорт дәүләт университеты тарафынан “Мәғариф” милли проектының “Белем биреү экспорты” федераль проектына ярашлы ғәмәлгә ашырылды. 2018 - 2020 йылдарға федераль бюджеттан бүленгән дөйөм субсидия күләме 306 374 мең тәшкил итте. Шулай уҡ юғары уҡыу йорто үҙе лә төҙөлөштө килем килтергән эшмәкәрлек иҫәбенә 29 000 мең һум күләмдә финанслауға өлгәште.
Ятаҡ Башҡорт дәүләт университетына ҡаршы матур урында, Зәки Вәлиди, Гоголь, Аксаков, Пушкин урамдары киҫелешендә урынлашҡан. БДУ-ға даими ҡулланылыуға бирелгән биләмәнең майҙаны 13616 квадрат метр тәшкил итә.
Ятаҡты тантаналы асыу сараһында Рәсәй фән һәм юғары белем биреү министры урынбаҫары Петр Кучеренко, ошо ведомствоның Проект эшмәкәрлеге департаменты директоры Наталья Гвоздева, Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин, VII саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты Илдар Бикбаев, республика мәғариф һәм фән министрының беренсе урынбаҫары Илдар Мәүлитбирҙин һәм башҡалар ҡатнашты.
"Башҡорт дәүләт университетын ҙур ваҡиға – яңы ятаҡ асылыу менән ҡотлайым! – тине тәбрикләү сығышында Петр Александрович. – Ҡәҙерле студенттар, ошо ятаҡта уңайлы шарттарҙа йәшәүегеҙҙе һәм тырышып уҡыуығыҙҙы теләйем, сөнки белем сифатына көнкүреш шарттары ла ныҡ тәьҫир итә, ә улар бында бына тигән!"
Белешмә:
Ятаҡтың бинаһы биш ҡатлы, 83,95 х 65,18 метр. Беренсе ҡаттың бейеклеге – 3,9 метр, ҡалғандары – 2,7 метр. Торлаҡ биләмәләге бүлмәләр бер кешегә алты квадрат метрҙан да кәм булмаған майҙанды күҙ уңында тотоп бүленгән. Алты ячейка физик йәһәттән мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн тәғәйенләнгән, бер нисә ячейкаға бер кухня иҫәбе менән 92 ячейка, фатир тибында 30 ячейка бар. 12 бүлмә – үҙаллы шөғөлдәр, ете бүлмә ял өсөн тәғәйенләнгән, шулай уҡ кер йыуыу, үтекләү, киптереү бүлмәләре, кухнялар, шәхси әйберҙәрҙе һаҡлау, өҫ һәм аяҡ кейемен киптереү бүлмәләре булдырылған. Бөтәһе 128 торлаҡ ячейка булып, улар 560 кешегә иҫәпләнгән.
Бүлмәләрҙә студенттарға уңайлы йәшәү өсөн бөтә шарттар бар. Ял бүлмәләренә дивандар, телевизорҙар ҡуйыласаҡ. Кухняларға заманса электр плиталары, йыуыу ванналары, һыуытҡыстар, өҫтәлдәр ҡуйыласаҡ. Һәр бер ҡатта кер йыуыу машиналары ҡуйылған, кейемде киптереү, үтекләү, һаҡлау бүлмәләре бар.
"Беҙ университетты артабан үҫтереү һәм рейтингтарҙа позицияларын юғарыраҡ күтәреү өсөн тырышабыҙ. Яңы ятаҡтың барлыҡҡа килеүе уҡыу йортона камиллашыу өсөн яңы этәргес көс бирәсәк. Был сит төбәктәрҙән һәм сит илдәрҙән килгән студенттарҙың тормошон мөмкин тиклем уңайлыраҡ итеүгә булышлыҡ итә. Яңы ятаҡта йәшәйәсәк студенттарға тик уңыштар теләйем", - тине сығышында БДУ ректоры Николай Морозкин.
Фото: республика Мәғариф һәм фән министрлығы.
Читайте нас